

Тыуған районым Миәкәнән Мифтахетдин Аҡмулла көндәрендә ҡатнашырға саҡырыу алғас, бынан ҡырҡ йыл элек булған ваҡиғалар иҫкә төштө.
1981 йыл, 14 декабрь. Ул көндә Туҡһанбай ауылында музей үҙ ишектәрен асты, башҡорт халҡының бөйөк сәсән шағиры, мәғрифәтсеһенең 150 йыллыҡ юбилейын байрам итергә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылған мәртәбәле ҡунаҡтар музейға беренсе булып аяҡ баҫты. Йәнә шул көндә ҡунаҡтар шағир эскән шишмә һыуын тәмләне, ауыл халҡы менән аралашты.
Ҡышҡы көн ҡыҫҡа. Беҙ район үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкәгә килеп еткәндә ҡараңғы төшкәйне инде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тантаналы кисәгә йыйылыусыларҙы юл буйлап теҙелеп үҙәк урамдан уҙған ҡунаҡтарҙы олоһо-кесеһе ихлас ҡаршыланы, “Аҡмулланы алып ҡайтыуығыҙ менән!” тип сәләмләне.
Тантаналы кисәлә сәсән һәм мөғәллим, шағир һәм балта оҫтаһының тормош юлы, әҙәби мираҫы барланды, исемен мәңгеләштереү буйынса байтаҡ тәҡдим әйтелде. Артабан бындай кисәләр Өфөлә, баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә юғары дәүләт кимәлендә ойошторолдо.
Быйыл иһә мәшһүр яҡташыбыҙҙың тыуыуына 190 йыл тулыуҙы билдәләнек. Район мәҙәниәт йортонда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия тапшырылды. Уға табип, микробиолог Риза Мағазов лайыҡ булды.
Риза Шәйехйән улы – Аҡмулланың яҡташы, Яңы Ишле ауылында тыуып үҫкән. Башҡортостан дәүләт медицина институтын тамамлап, ҡулына диплом алғас, хеҙмәт юлын тыуған районы дауаханаһында башлай, окулист, хирург, баш табип булып эшләй. Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының баш табибы, И.И. Мечников исемендәге Өфө вакциналар һәм сывороткалар ғилми-тикшеренеү институтының директоры була. 1988 йылдан башлап – “Иммунопрепарат” ғилми-етештереү берекмәһенең генераль директоры, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының Башҡортостан ғилми үҙәге директоры.
Риза Шәйехйән улының фәнни эшмәкәрлеге кеше организмында иммунитет булдырыуға, вакциналарҙың һөҙөмтәлелеген өйрәнеүгә, йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, ауыл халҡына махсус медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыуға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға арналған. Р.Ш. Мағазов ҡатнашлығында микроорганизмдарға ҡаршы ҡатнаш вакцина эшләп сығарылған. Ул – ҡырҡҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм ете уйлап табыу авторы.
М. Аҡмулланың “Урыным – зиндан...” тигән әҫәрендә ошондай юлдар бар:
Бәндәне ризыҡ тигән ҡыймылдатыр,
Сәселгән ризығы булһа, йөрөп татыр.
Һәр бәндә күрәһене күрмәй ҡалмаҫ,
Кәрәк солтан булһын, кәрәк император.
Йәренгә туҡһан йәшен билдәләргә йыйынған аҡһаҡал ғалимыбыҙ, Аллаға шөкөр, ризығын “йөрөп татый”, “солтан”, “император” дәрәжәһенә күтәрелмәһә лә, тормош һәм хеҙмәт юлы күптәрҙе көнләштерерлек, өлгө булырлыҡ. Уның маҡтаулы исемдәре һәм наградалары һанап бөткөһөҙ. Р. Ш. Мағазов – БР Фәндәр академияһы академигы, Сыуаш Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, БР Юғары Советының 12-се саҡырылыш депутаты. Ҡол Ғәли исемендәге халыҡ-ара, СССР Министрҙар Советы премиялары лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, “Почет Билдәһе” ордендары менән бүләкләнгән.
Район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов премияны тапшырғас, һүҙ Риза Мағазовҡа бирелде:
– Уйлаған да, төшөмә лә кергәне юҡ ине бындай оло бүләк бирерһегеҙ тип. Мең рәхмәт! Кешенең сәләмәтлеге үҙенән генә тормағанын, уның һаулығы һағында беҙҙең дә – табиптарҙың да – тороуын төшөндөргән районыбыҙ дауаханаһына мең рәхмәтлемен. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, ниндәй генә вазифа биләһәм дә, мине ғәҙел, эшлекле булырға өйрәттеләр. Шулай йәшәргә тырыштым да. Ғүмер буйы Миәкәбеҙ менән ғорурланып, уны һағынып йәшәнем. Артабан да шулай булыр тип өмөтләнәм, – тине ул.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия Миәкә районы тарафынан яҙыусылар, фән, сәнғәт эшмәкәрҙәре, журналистарҙың ижади әүҙемлеген дәртләндереү өсөн 1989 йылда булдырылғайны.
Тантаналарҙан элекке йылғы лауреаттар ҙа ситтә ҡалманы. М. Аҡмулла исемендәге премия лауреаттары – Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Риф Абдуллин, йырсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Йәмил Әбделмәнов, Ислам дине эшмәкәре, әҙип Мөхәммәт Ғәлләмов, йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Вәкил Мурзин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зоя Степанова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Раил Әсәҙуллин; шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, шағирә,“Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина, Башҡортостандың әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова сығыш яһаны һәм яңы лауреатты тәбрикләне. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәшит Шәкүр һәм Гөлфиә Юнысова ҡотлауҙарын видеояҙма аша еткерҙе. Баш табип Илшат Ғилемханов етәкселегендәге район дауаханаһы медицина хеҙмәткәрҙәренең ап-аҡ халаттан, ҡып-ҡыҙыл рауза сәскәләре тотоп, сәхнә тултырып сығып баҫыуы Риза Шәйехйән улын ғына түгел, залдағыларҙы ла тетрәндермәй ҡалмағандыр.
Лауреаттар араһында Мифтахетдин Аҡмулла исемен мәңгеләштереү, уның ижадын, биографияһын өйрәнеүгә төс өлөш индереүселәр ҙә етерлек.
Сәсәнебеҙҙең “Нәсихәттәр”ендә ете ҡиммәтле нәмә тураһында һүҙ барғанлығын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Ғалим Әхәт Сәлихов тапҡан ҡулъяҙмала ҡиммәттәр унау. Ҡиммәттәрҙең туғыҙынсыһы былай яңғырай:
Туғыҙынсы ҡиммәт нәмә –
тоғролоҡ, тигән,
Тоғро кеше һис тә күрмәҫ хурлыҡ, тигән.
Бур байымаҫ, суҡ һимермәҫ, тигән кеүек,
Хурлыҡҡа төшөрмәй ҡалмаҫ
хурлыҡ, тигән.
Бынан тыш, Ә. Сәлихов Санкт-Петербург ҡалаһының Көнсығыш ҡулъяҙмалар институтында М. Аҡмулланың хатын таба. Ғалим яҡташыбыҙҙың шәхси тормошона, ғаиләһенә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған был хатты уҡыусыларға еткерергә йыйына.
Яҙыусы Фәнис Янышев байтаҡ йылдар мәғрифәтсенең тыуған төйәге Туҡһанбайҙағы музейында директор булып эшләне, музейҙы яңы экспонаттар менән байытты. Ул – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарының көтөп алған ҡунағы, даны бөтә донъяға таралған бөйөк шағирҙың ижадына һәм биографияһына ҡағылышлы яңы мәғлүмәттәр менән тулыландырылған лекциялары йотлоғоп тыңлана. Радиола һәм телевидениела сығыш яһай, гәзит-журналдарҙа мәҡәләләр баҫтыра.
Фәнис Янышев – “Аҡмулла аманаты”, “Аҡмулла һәм Туҡай” повестары, “Аҡмуллаға һөйөүебеҙ мәңгелек” эссеһының авторы. Яҙыусының илгизәр шағирҙың тәхетҡалаға – Санкт-Петербургка барып ярлыҡау алыуы тураһындағы “Аҡмулла аманаты” әҫәре буйынса университеттың “Ҡорос” халыҡ театры (режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов) спектакль ҡуйҙы.
Көтөп алынған көн үтеп тә китте. Киләсәктә лә аҡ күңелле, көслө рухлы Аҡмуллабыҙ йөрөгән юлдарҙан уҙырға, шишмәһенең һыуын тәмләргә, аманаттарына тоғро булып ҡалырға насип итһен. Яңы лауреаттарҙы ҡотларға яҙһын.
Факил МЫРҘАҠАЕВ,
яҙыусы, М. Аҡмулла исемендәге әҙәби һәм Һ. Дәүләтшина исемендәге дәүләт премиялары лауреаты.