

Туған телеңде белеү, туған мәҙәниәтеңде һаҡлап алып ҡалып, балаларыңа, ейәндәреңә тапшырыу бөгөн көнүҙәк проблемаға әүерелде. Әгәр был проблемаға төптәнерәк, тарих күҙлегенән күҙ һалһаҡ, беҙ туған телде белеү, уны һаҡлап ҡалыу бер бөгөн генә килеп тыуған проблема түгел икәнен күрәбеҙ. Башҡорттар – бик боронғо халыҡ, быны тарих асыҡ иҫбатлай. Әммә заман ҡуйған һынауҙар алдында күп кенә халыҡтар биреште, кире ҡайтарыу мөмкин булмаған юғалтыуҙар кисерҙе, телдәре лә, тарих битенән халыҡтың исеме лә юҡҡа сыҡты.
Туған тел – туған моң
Шундай халыҡтар исемлегенә инмәҫ өсөн, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә Атай-әсәйҙәр комиссияһы булдырылып, туған телде һаҡлап ҡалыу өсөн ҙур эш алып барыла башланы. Комиссияның төп маҡсаты – үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә туған телдең, мәҙәниәттең ролен (атай-әсәйҙәргә) аңлатыу һәм фәнни яҡтан тикшереү.
Ябай ғына әйткәндә, глобалләшеү – Ер шары бер һәм кешелек, тотош донъя халҡы дөйөм бер бөтөн система һәм уның ҡанундарын боҙмай, татыу йәшәргә кәрәк, тигәнде аңлауға алып килде. Әммә донъяның бер бөтөн система икәнлеген аңлау, төрлө халыҡтарҙың айырылғыһыҙ булып берләшеп, телдәр бөтөп, халыҡ мәҙәниәте лә масса мәҙәниәтенә әйләнеп китә тигәнде аңлатмай. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, донъя тарихында глобалләшеү әле генә хасил булмаған, ниндәйҙер илдәр, халыҡтар йотолоп, яңылары барлыҡҡа килеп торған. Заманыбыҙҙың төп үҙенсәлеге булып кешенең йәне, аңы өсөн көрәш тора. Донъяға идара итәм тиһәң, кешенең аңын ең. Ҡалған яғын ул үҙе, үҙ теләге менән эшләйәсәк. Кешенең аңына “Беҙ глобалләшеү осоронда йәшәйбеҙ, балабыҙҙы туған телдә уҡытыуҙан бер фәтүә лә юҡ, урыҫ телендә уҡытһам, исмаһам, наҙан ҡалмаҫ” тигән ялған, хаталы ҡараш алтмышынсы йылдарҙан уҡ индерелә башлап, әле үтә киҫкенләшкән осоро.
Хәҙер беҙ, башҡорт халҡы вәкилдәре, милләтебеҙҙән, телебеҙҙән оялмай, туған телебеҙҙең, йыр-моңдарыбыҙҙың Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән бүләк икәнен аңлаһаҡ һәм уны һаҡлау өсөн ошо өлкәлә тейешле саралар башҡарһаҡ, телебеҙҙең, илебеҙҙең киләсәге буласаҡ. Рум сүрәһенең 22-се аятында былай тип әйтелә: “Уның күктәрҙе һәм Ерҙе юҡтан бар итеүе лә, Уға телдәрегеҙҙе, тән төҫтәрегеҙҙе төрлө-төрлө итеп яралтыуы ла – Аллаһтың бәхәсһеҙ дәлилелер. Хаҡтыр, быларҙа хәбәрҙәр өсөн ғибрәттәр бар”. Шулай уҡ “Хужүрәт”тең 13-сө аятында: “Әй, әҙәм балалары! Беҙ һеҙҙе ир һәм ҡатындан яралттыҡ. Бер-берегеҙ менән аралашығыҙ (танып белегеҙ) тип һеҙҙе төрлө халыҡтар һәм ҡәүемдәр итеп айырҙыҡ”, – тиелгән.
Халыҡты халыҡ итеп торған бер нисә фактор бар: тыуған ер, ошо ерҙә генә тыуған моң, туған тел, генетика (ҡан, ҡот).
“Туған тел – аралашыу ҡоралы ғына түгел. Ул ҡанға /генға һалынған, быуындан-быуынға күсә килгән һәләтте үҫтереүсе төп шарт. Ҡан хәтерен уятыусы ла, һәләтте асыусы ла, үҫтереүсе лә – туған тел. Балаларыбыҙҙы туған телдән яҙҙырып, әллә ниндәй һәләттәрен юҡҡа сығарабыҙҙыр.
Икенсенән, туған тел – ул туған моң. Ә туған моң – нервы күҙәнәктәрен дауалаусы төп сараларҙың береһе. Тәбиғәт беҙгә моңдо, йырҙы, шиғриәтте, башҡа төр сәнғәтте күңел дауаһы итеп бар иткән. Туған телһеҙ ҡалған кеше күңел дауаһын ниҙән алыр, ниндәй телдә йырлар? Тәбиғәттең өйрәнелеп бөтөлмәгән серле бүләге бит ул күңелде дауалаусы туған моң”, – тип яҙа Мәрйәм апай Бураҡаева үҙенең “Арғымаҡ” тигән китабында.
Бала туған телендә уҡырға тейеш
Баланың теле ниндәй телдә асылған, ата-әсәһе, туғандары менән ғаиләһендә ниндәй телдә аралаша – мәктәптең тәүге баҫҡысында ошо телдә уҡытыу айырыуса мөһим икәнен педагогика фәненә нигеҙ һалған чех ғалимы Ян Амос Коменский XVII быуат башында уҡ үҙенең “Бөйөк дидактика” тигән ғилми эшендә яҙып ҡалдырған: “Учить кого-либо иностранному языку, прежде чем ребенок овладеет родным языком, – это то же самое, как если бы кто-либо вздумал учить своего сына ездить верхом ранее, чем он научится ходить” (Я.А. Коменский,“Идея школы родного языка”, 29-я глава).
Тимәк, үрҙә әйтелгәндәрҙән сығып һығымта: бала мәктәпкә барғандан алып сағыштырмаса ауыр теүәл фәндәрҙе үҙләштерә башлағанға тиклем туған телендә уҡырға тейеш.
Башҡорттар бер ваҡытта ла матди донъяның ҡоло булып йәшәмәгән. Халҡыбыҙҙың әҙәп кодексы булып торған “Урал батыр” эпосында “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ” тигән алтын һүҙҙәр – быға асыҡ дәлил.
Атай-әсәйҙәр комиссияһы тарафынан был тәңгәлдә фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелде. Атҡарылған эштең ҡыҫҡаса һығымталары менән таныштырып үтеү урынлы булыр. Тикшереү эше ғилми һораунамә (опросник) Оnlinetestpad.com/ru платформаһы һәм социаль селтәрҙәр аша Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Атай-әсәйҙәр комиссияһының әүҙемселәре һәм Башҡорт теле уҡытыусылары ассоциацияһы ярҙамында үткәрелде. Һорау алыуҙа 1616 кеше ҡатнашҡан, улар араһынан 1392 кеше үҙен башҡорт тип һанай, татар халҡы вәкилдәре – 156, сыуаш – 19, урыҫ халҡы – 35 һәм башҡа халыҡтарға 14 респондент инә. Һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың уртаса йәше – 42. Белем кимәленә килгәндә иһә, 1021 кешенең юғары белеме бар, махсус урта белемле – 445, урта белемле – 150 кеше. Йәшәгән урынға килгәндә, һорау алыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең 857-һе ҡалала, 639-ы – ауылда, 120 кеше район үҙәктәрендә йәшәй. Бер нисә төп һорауҙы ғына анализлап, үткәрелгән эшкә ҡыҫҡаса һығымта яһайыҡ.
“Туған телгә ҡарашығыҙ нисек?” тигән һорауға сарала ҡатнашҡандарҙың 95 проценты туған телде һаҡлау һәм үҙ балаларына әсә телен еткереү өсөн яуаплылыҡты үҙҙәрендә тоя, 84,7 проценты – балалары менән туған телендә аралаша, 89 проценты башҡорт телендә аралашыу мәртәбәле тип һанай.
“Туған телдә уҡытыу өсөн шарттар тыуҙырылғанмы?” тигән һорауға ғәҙел яуап алыр өсөн балалары милли гимназияларҙа уҡыған кешеләрҙең яуаптарын ҡушманыҡ. Анкета һорауҙарына яуап биреүселәрҙең 55 процентының балалары – милли гимназияларҙа, ә 45 процентыныҡы ябай дөйөм белем биреү мәктәптәрендә белем ала.
Шулай уҡ анкеталағы “Һеҙҙеңсә, Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн яуаплылыҡ кем иңендә?” (бер нисә вариантты һайларға мөмкинлек тәҡдим ителгәйне) тигән һорауға башҡорт милләтенән булған атай-әсәйҙәрҙең яуабы ошолай булды: дәүләттә – 81% (1133 кеше), атай-әсәйҙәрҙә – 76% (1062 кеше), мәктәп директорҙарында – 23% (320 кеше), уҡытыусыларҙа – 33% (457 кеше).
Анкетала ҡатнашыусыларҙың күпселеге – 81 проценты (1314 кеше) балалар баҡсаларында тәрбиә нигеҙҙәрен туған башҡорт телендә алып барыу яҡлы. Шулай уҡ һорауҙарға яуап биргән атай-әсәйҙәрҙең фекере буйынса, башҡорт теле мөхитен ҡеүәтләү өсөн:
Башҡорт телендә сифатлы йәнһүрәттәр етешмәй – 62% (861 кеше).
Башҡорт телендәге интернет контент етешмәй – 44 % (619 кеше).
Башҡорт телендә балалар әҙәбиәте етешмәй – 35 % (491 кеше).
Башҡорт телендәге әҙәбиәт етешмәй – 22 % (304 кеше).
Башҡорт телендәге спектаклдәр һәм төрлө тамашалар аҙ – 36 % (499 кеше).
Башҡорт телендә дәрестән тыш саралар һәм түңәрәктәр етешмәй – 60 % (836 кеше).
Тел өйрәнә торған махсус лагерҙар аҙ – 60% (816 кеше).
Тулы мәғәнәһендә
Кеше булам тиһәң...
Үткәрелгән тикшереү республиканың милли мәғарифының хәленә, улар атҡарған эшкә ҡарата атай-әсәйҙәрҙең ҡарашын асыҡ сағылдыра. Был эште, әлбиттә, ҙур фәнни тикшереүгә тиңләп булмай, әммә экстраполяция алымын ҡулланып (тикшереүҙең һөҙөмтәләрен республикала йәшәгән кешеләрҙең һанына ҡабатлау), шуны аныҡ әйтергә мөмкин: республикала туған башҡорт телендә уҡытыу-тәрбиә эштәрен алып барыуҙа хәл итеүҙе талап иткән киҫкен һорауҙар бар, әгәр ул проблемалар һөҙөмтәле хәл ителһә, Башҡортостанда йәшәгән күпселек башҡорттар туған телен өйрәнә алыр һәм, мөмкин булһа, туған телендә белем дә ала алыр ине.
Глобалләшеү осоронда асыҡ дошман юҡ, рухи тотҡаһы, аң зирәклеге булған, айыҡ аҡыллы, тәрән зиһенле кеше генә (халыҡ) бирешмәйәсәк әлеге заман күренешенә. “Аң ҡан аша күсә. Әммә башҡа йән эйәләре менән сағыштырғанда, Тәбиғәт кешене үҙ яҙмышын үҙе хәл итерлек аҡыл менән яралтҡан. Кеше үҙен үҙе тәрбиәләү менән шөғөлләнә һәм ҡанындағы холоҡ-фиғелен үҙгәртә ала. Уның өсөн маҡсат, йүнәлеш билдәләй белеү кәрәк”, – тип яҙа Мәрйәм апай Бураҡаева. Был фекер менән килешмәү мөмкин түгел. Беҙҙең илгә сағыштырмаса һуңлап килеп ингән “европаса йәшәү ҡиммәттәре” нимәгә алып барғанын, телен генә түгел, тамырын, атай-олатайҙарын бар тип белмәгән, ғаилә ҡороп бала үҫтерергә теләмәгән, кешенең гонаһтарына “түҙемле” (толерантлы) булырға өйрәткән европалар үҙҙәре үк аҙ һанлы юғалып барған халыҡтар исемлегенә инеп бара түгелме?
Атай-олатайҙарыбыҙҙың рухи ныҡлығының, ихтыяр көсөнөң нигеҙендә ниндәй тойғолар, ниндәй өмөт-ынтылыштар ятҡан? Азатлыҡ һөйөү, ғәҙеллек яратыу, кәмһетелеүгә һәм иҙелеүгә юл ҡуймау, тыуған ереңде, тәбиғәтте яратыу, үҙеңде уның бер өлөшө булараҡ ҡабул итеү.
Шулай булғас, аңы булған кеше шуны белергә тейеш: рухи тотҡа, хаҡ ҡиммәттәргә нигеҙләнмәгән осраҡта, глобалләшеү осоронда ассимиляцияға бирелеү, Көнбайыш мәҙәниәтенә йәлеп ителеп юҡҡа сығыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған.
“Хәҙер һәр кеше ирекле” тигән ялған фекер ҙә таратыла. Ысынлап та, физик яҡтан, һине берәү ҙә баҫып алмаған, өйөңдән ҡыуып сығармаған, хатта балаңды ла ниндәй телдә уҡытырға һин ирекле. Ләкин күпме кеше кредит, ипотека түләй – былмы ирек? Күпме атай-әсәй балаһының туған теле тип ят телде һайлай? Күпме кеше телевизорҙан, компьютерҙан арына алмай. Былмы ирек? Иң ҙур ҡурҡыныс балаларға янай: уларҙың нығынып бөтмәгән аңына агрессия, рухи наҙанлыҡ орлоҡтары һалына. Был кешелек менән идара итеүселәрҙең иң ҙур ҡаҙанышы: үҙен азат, ирекле тип һанаған кеше бөтөнләй азат түгел һәм ул был турала белмәй ҙә, аңламай ҙа.
Фекеребеҙҙе фәлсәфәүи юҫыҡта йомғаҡлайыҡ: Ер шарында бик күп милләттәр бар. Бик күптәре, ҡасандыр гөрләп торғандары ла юҡҡа сыҡҡан, ассимиляцияға бирелгән. Әлеге көнгә тиклем һаҡланып килеп еткән һәр бер халыҡтың үҙенсәлеге, ул быуаттар төпкөлө аша һаҡлап алып килгән ҡиммәттәре бар: ул да булһа тел, әҙәп ҡағиҙәләре, кеше аңы менән аңлатып булмаған серле донъяны булдырып, уны билдәле бер тәртиптә тотоусы Илаһи Көскә ышаныу (шул нигеҙҙә формалашҡан милли традициялар).
Кеше был яҡты донъяға атай-әсәһен, телен, милләтен һайлап килмәй, шуға күрә уларҙы үҙгәртә лә алмай. Милли үҙенсәлек – Хоҙай бүләге. Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән туған телде белмәй, моңдо тоймай, әҙәп ҡанундарын үтәмәй тороп, кеше тулы мәғәнәһендә Кеше була ла алмай, тип әйтергә була. Шуға күрә беҙ, хәҙерге быуын башҡорттары, ошо тормош ҡанундарын аңлап, үҙебеҙ аша үткәреп, шуға ярашлы рәүештә йәшәргә бурыслыбыҙ.
Эльвира БАЙНАЗАРОВА,
Бөтә донъя башҡорттары
ҡоролтайы ҡарамағындағы
Атай-әсәйҙәр комиссияһы етәксеһе;
Гүзәл ВИЛДАНОВА,
философия фәндәре докторы,
БДУ профессоры.