

Бөгөн Өфөлә, «Торатау» Конгресс-холында ҙур сара – Республика ата-әсәләр форумы һәм Башҡорт тарихы йылын йомғаҡлау тантанаһы үтә. Һис шикһеҙ, башҡорт халҡының тиҫтәләрсә быуаттарға һуҙылған бай, тәрән тарихы бар: быны быйыл тағы бер тапҡыр, йылды тарихты өйрәнеүгә бағышлап, ныҡлы иҫбатланыҡ.
Фойела үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторолғайны. Эш шунда: Башҡорт тарихы йылына арнап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә «ТАМЫР» телеканалы башҡорт ырыуҙары йәшәгән төбәктәргә сәйәхәт итте, һәр сәфәрендә «Ғаилә тамыры» фотосессияһын ойошторҙо. Ғаилә тарихын белгән, шәжәрәһен өйрәнгән өлгөлө, татыу ғаиләләрҙе билдәле фотограф Рөстәм Мөғәлимов төшөрҙө. Бына ошо фотоһүрәттәр күргәҙмәһе бөгөнгө күркәм сараны биҙәне.
Артабан форумдың ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары өсөн «Туған телдең көсө» фильмын ҡарау ойошторолдо. Фильмдан һуң театрлаштырылған пролог һәм ырыуҙар парады үтте.
Форумдың пленар өлөшөндә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Стратегик тикшеренеүҙәр институты» социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова ҡатнашты.
Эльвира Айытҡолова үҙ сығышында 2021 йылда башҡарылған эштәргә, Башҡорт тарихы йылына йомғаҡ яһайбыҙ, шулай уҡ Башҡорт тарихы йылы һөҙөмтәләре буйынса, мөһим сараларҙы ойоштороуҙа, үткәреүҙә, яҡтыртыуҙа әүҙем эшмәкәрлек күрһәткәне, башҡорт халҡының шанлы тарихын һәм рухи тамырҙарын тергеҙеүгә, өйрәнеүгә индергән ҙур өлөшө өсөн еңеүселәрҙе тәбрикләйбеҙ, тип билдәләне.
– Бөгөн, шулай уҡ, август айында планлаштырылған, әммә республикабыҙҙа таралған янғындарға бәйле, һуңынан илдәге эпидимиологик хәлдең тотороҡһоҙ булыуы сәбәпле кисектерелеп торған Ата-әсәләр форумын да үткәрәбеҙ. Тарихсыларыбыҙ түңәрәк өҫтәл артында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләшәсәк. 2021 йыл, ғөмүмән, иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды. Ҡоролтай тарафынан үткәрелгән бөтә саралар тулыһынса тиерлек Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә ойошторолдо, шулай уҡ, 2020 йылда ҡабул ителгән Башҡорт халҡының стратегияһы сиктәрендә башҡарылды. Тәүге сиратта Ырыуҙар хәрәкәте үҫешен билдәләп үтеү мөһим.
Бер йыл эсендә Башҡортостан буйынса 22 районда башҡорт ырыуҙары йыйындары үтте, һәр ырыуҙың башлығы һайланды. Айырыуса төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына ҙур иғтибар бүленде. Шулай уҡ, иң әһәмиәтлеләренең береһе тип Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһын атарға мөмкин, - тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы.
Артабан Башҡорт тарихы йылында әүҙем ҡатнашыусыларҙы Почет грамоталары, “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән тәбрикләү тантанаһы үтте.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Марат Әхмәтшин, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Юнысова, Борай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе районы Илгиз Харисов билдәләнде.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙ сығышында ведомстовоның Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүен, төрлө сараларҙы уртаҡ тырышлыҡ менән үткәреүҙәрен билдәләне.
– Заман талабы: мәҙәни һәм рухи мираҫтарыбыҙҙы һанлаштырып, электрон ресурстар булдырыу зарур. Был йәһәттән беҙ байтаҡ эштәр башҡарҙыҡ, мәҫәлән башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү программаһы сиктәрендә 120 башҡорт телендәге нәфис һәм документаль фильмды һанлаштырҙыҡ һәм улар хәҙер һәр тамашасы өсөн төрлө ресурстарҙа асыҡ. Унан тыш, матди булмаған мәҙәни мираҫтарҙың берҙәм электрон реестры бар – был да ҙур рухи сығанаҡ, - тип билдәләне Әминә Ивний ҡыҙы.
Ул Башҡорт тарихы йылында әүҙемлек күрһәткән милләттәштәребеҙгә ведомствоның Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.