

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ултырышы уҙҙы. Икенсе эшкә күсеү сәбәпле, башҡарма комитет рәйесе Ғәлим Яҡупов вәкәләттәрен һалыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итте, ул ҡәнәғәтләндерелде. Ғәмәлдәге уставҡа ярашлы, Башҡарма комитет үҙ ағзаларынан рәйес һайлай. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы тәҡдиме буйынса Башҡарма комитет ағзалары Юлдаш Йосоповтың кандидатураһын хупланы. Яңы һайланған рәйес - билдәле тарихсы, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты.
Ғәлим Миңлеғәли улы Яҡупов, профессиональ журналист, оҙаҡ йылдар төрлө телеканалдар етәксеһе булып эшләгән, шул иҫәптән “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы етәксеһе булған. Уның белдереүенсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы булып ҡала, эшҡыуарлыҡ буйынса комиссия эшен күҙәтеүен дауам итәсәк.
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе вәкәләттәрен һалыу тураһындағы ҡарарым минең иҡтисадтың реаль секторында предприятиеға етәксе вазифаһына күсеүгә бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ике эште бер юлы алып барып булмаясаҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында эшләгән йылдарҙа район, төбәк ҡоролтайҙары һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берлектә Башҡорт теле йылы, Башҡорт тарихы йылы кеүек ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырҙыҡ, улар үҙ эсенә бик күп тарихи, мәҙәни сараларҙы, башҡорт ырыуҙары съездарын алды. Тәүге тапҡыр Милли матбуғат форумы уҙҙы, ул журналистика өлкәһендә милли кадрҙар әҙерләү эшен башлар, тип ышанам. Республиканың тыуған яҡты өйрәнеүселәрен, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү яҙмышына битараф булмаған ата-әсәләрҙе берләштерә алдыҡ. Алда Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһында билдәләнгән бик күп бурыстарҙы тормошҡа ашырыу эше тора. Мин Башҡарма комитеттың ғәмәлдәге ағзаһы булып ҡалам һәм артабан да йәмәғәт тормошонда ҡатнашасаҡмын. Беҙҙең ойошманың яңы һайланған рәйесе башланғанды дауам итеп кенә ҡалмаҫ, ә яңы проекттарҙы ла хуплар, тип ышанам. Юлдаш Мөхәммәт улына уңыштар, бөтмәҫ дәрт теләйем”, – тине Ғәлим Яҡупов.
Әйткәндәй, Башҡорт халҡы үҫеше стратегияһының авторҙарының береһе булып Юлдаш Йосопов тора.
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе вазифаһы – оло хөрмәт кенә түгел, ҙур яуаплылыҡ та. Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт. 2020 йылда Башҡорт халҡының стратегияһы ҡабул ителде, хәҙер уны тормошҡа ашырырға кәрәк. Беҙҙең алда ике ҙур бурыс тора. Беренсеһе – ҡулай башҡорт теле мөхитен булдырыу, унда беҙҙең ролебеҙ эштең иң һөҙөмтәле йүнәлештәрен тәҡдим итеү булырға тейеш. Икенсеһе – “Айыҡ ауыл”, Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте, “Бәйге” конкурсы кеүек ижтимағи һәм мәҙәни башланғыстарҙы берләштереү мөмкинлеге биргән сараларҙа үҙ-ара эш итеүҙең яңы формаларын үҫтереү”, – тине Юлдаш Мөхәммәт улы.
Фото: "Бәйләнештә"лә "Ҡоролтай" төркөмөнән.