

Үҙенсәлекле бәйге Башҡорт тарихы йылына арналды һәм "Янғантау" геопаркын үҫтереү программаһына ярашлы ойошторолдо. Ярышта Салауат районының алты мәктәбенән командалар ҡатнашты. Сара Лағыр урта мәктәбендә уҙғарылды.
Һәр мәктәп бәйгелә үҙҙәренең ырыуы исемен танытты. Лағыр мәктәбе командаһы – Тырнаҡлы, Арҡауыл һәм Янғантау – Мырҙалар, Әлкә – Шайтан-Көҙәй, 1-се Малаяҙ – Ҡаратаулы, Мөрсәлим урта мәктәбе командаһы Түбәләҫ ырыуы исеменән сығыш яһаны. Илгиз Зиннәтуллин, Ҡараһаҡал образында сығып, ҡурайҙа башҡорт халҡының гимны – “Урал” көйө менән был күркәм сараны башлап ебәрҙе. Башланғыс класс малайҙары, Салауат районындағы һәр ырыу исемен атап, бейеү башҡарҙы. Инглиз теле уҡытыусыһы Зилиә Вәлиева һәм БДУ-ның Бөрө филиалы студент-практиканты Ислам Мөссәләмов байрамды матур итеп алып барҙы.
Бәйгелә ҡатнашыусы командалар “Ырыуың кем?” үҙ-үҙең менән таныштырыу конкурсында ырыу атамаһы, ҡошо, ағасы, ораны һәм тамғаһын әйтте. Команда ағзаһы булған һәр егет “Шәжәрә – тарихҡа бағыр тәҙрә” конкурсында нәҫел ағасын барлауын видеопрезентация ярҙамында күрһәтте. “Урал батыр һүҙе” ижади бәйгеһендә командалар башҡорт халыҡ ижадынан һайлап алған үҙҙәренең номерын бойондороҡһоҙ жюри һәм тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.
Физик көс талап иткән ярыштар башлыса спорт залында үтте. Командалар, арҡан тартышып, сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлын эҙләп, “Ҡамыр батыр” һәм “Алдар батыр” исемдәре өсөн көрәште. Һәр егет, йәйәнән сәпкә уҡ атып, мәргәнлектә ярышты. “Солоҡ батыр” бәйгеһендә команданың һәр бер ағзаһы вертикаль канатҡа үрмәләне. “Аҡъял батыр” конкурсында егеттәр сыбыртҡы менән эш итеп, сәпкә тейҙерә алыу һәләтен күрһәтте. Төрлө ауырлыҡтағы йомро һуйыр таштарҙы билдәле бейеклектәге өҫтәлгә һалыуҙа ла батырҙар һынатманы. “Алып батыр” бәйгеһендә һәр команданан ике егет таяҡ тартышты. Командалар араһында йөк автомобиле тәгәрмәсе һәм штанга түңәрәге кеүек физик көсөргәнеш элементтары ҡулланылған эстафета ла үтте. Батырҙар суҡмар ташлауҙа ла үҙ-ара көс һынашты. Был ярыш тышта – мәктәп ихатаһында ойошторолдо.
Һөҙөмтәлә “Суҡмар батыр” бәйгеһендә Рәвил Байрамов (Арҡауыл), “Уғатар батыр” – Илсаф Ғирфанов (Лағыр), “Аҡъял батыр” – Артем Якимов (Лағыр), “Алып батыр” – Вилдан Бикйәнов (Малаяҙ), “Таш батыр” конкурсында Эльшан Хамматов (Арҡауыл) еңеү яуланы. Еңеүсе һәм призерҙарға миҙалдар, дипломдар тапшырылды. “Батыр” исемен алыусыларға таҫма тағылды.
Команда беренселеге буйынса хужалар – Лағыр мәктәбенең “Тырнаҡлы” командаһы беренсе урынды алды. Икенсе – “Мырҙалар” (Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл урта мәктәбе), өсөнсө урынға “Ҡаратаулы” (1-се Малаяҙ урта мәктәбе) сыҡты.
Сара барышында мәктәп уҡыусыһы Сынбулат Ғаззалов һөңгө менән күрһәтмә сығыш яһаны. Лағыр “амазонкалары” Гөлсәсәк Ғарипова, Венера Тарханова, Айгөл Мөхитова сәпкә уҡ атыу буйынса оҫталығын күрһәтте. Илгиз Зиннәтуллин ҡурайҙа уйнап, Сынбулат Ғаззалов, Камила Хәйрова, Рина Ғаззалова барабандарҙа һуғып, утлы-музыкаль шоу ҙа ойошторолдо.
Салауат районында тәүге ырыу батырҙары бәйгеһе Лағыр урта мәктәбе директоры Ринат Ситдиҡовтың башланғысы менән үтте.
– Был ырыу батырҙары бәйгеһен йыл һайын үткәрергә уйлайбыҙ. Уны беҙ киләсәк быуында милли рух, илһөйәрлек, халҡыбыҙҙың данлы тарихына, йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам тәрбиәләү, милли уйын төрҙәрен таратыу маҡсатында уҙғара башланыҡ. Сөнки егет кеше батыр ҙа, ҡыйыу ҙа, тәүәккәл дә булырға тейеш. Тап малайҙарҙа – буласаҡ ил һаҡсыларында бөгөн ошо сифаттарҙы тәрбиәләү мөһим, – тине Ринат Даян улы. – Сараның “Ҡараһаҡал бәйгеһе” тип аталыуы 1739–1940 йылдарҙағы ихтилал башлығы Ҡараһаҡалды Тырнаҡлы ырыуы ерендә хан итеп иғлан итеү тарихына бәйле. Артабан, бәлки, был ярышты йәйге осорҙа тәбиғәт шарттарында ла үткәрербеҙ.
Ырыу батырҙары бәйгеһен уҙғарыуҙа “Салауат” туҡланыу комбинаты, “Янғантау” геопаркы һәм шифаханаһы, Лағыр ауылы биләмәһе хакимиәте, “Аҡбуҙат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, мәктәптең милли көрәш буйынса тренеры Наил Әхтәров, район Советы депутаты Руслан Миндияров, Салауат районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге рәйесе Рөстәм Хөснуллин бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Тырнаҡлы ырыуы гербын, команданың кейем атрибутын Лағыр егете, “Боронғо Өфө” музей-ҡурсаулығының ғилми хеҙмәткәре Айнур Ситдиҡов эшләп алып ҡайтҡайны. Байрам яҡшы кимәлдә ойошторолғайны.
Әйтергә кәрәк, Лағыр урта мәктәбендә Башҡорт тарихы йылына бағышланған икенсе ҙур сара үтте. Тәүгеһе башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев һәм 1773–1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы темаһына арналған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция булғайны.
Айҙар НОҒАМАНОВ.
Салауат районы.