Башҡорт донъяһы
21 Декабрь 2021, 12:24

Кәмендә 30 йыллыҡ хеҙмәт һөҙөмтәһе

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов

Башҡорт тарихы йылында Туймазы ҡалаһында Башҡорт ырыуҙары ҡоро ойошторолдо. Һис шикһеҙ, Башҡортостандың төп байлығы, рухи көсө, нигеҙе – уның күп милләтле татыу, берҙәм, тырыш халҡы. Икенсе тотҡаһы – башҡорт халҡының, Башҡортостан ерендә йәшәгән халыҡтарҙың тарихы.

Йыл дауамында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы район һәм ҡала хакимиәттәре, урын­дағы ҡорол­тайҙар, йәмәғәтселәр менән берлектә ике тиҫтәнән ашыу башҡорт ырыуы йыйынын уҙғарҙы. Билдәле булыуынса, элекке тарих әсбаптарында башҡорт халҡының ете төп ырыуы булған. Тарихыбыҙға ҡайта­нан, тәрәнерәктән бағып, егерме ырыуҙың йыйынын үткәреү, Туймазы ерендә иһә башҡорт ырыу­ҙарының ҙур съезын ойоштороу, һис шикһеҙ, тарихыбыҙҙы һаҡ­лау һәм үҫтереү йәһәтенән ҙур рухи ҡаҙаныш.

Билдәле тарихсы һәм журналист, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Салауат Хәми­ҙуллин әйтеүенсә, башҡорт ырыуҙары хәрәкәте – бер кем тарафынан да ойошторолмаған һәм ҡеүәтләнмәгән халыҡ көсө.

–Ул һәр саҡ булған. “90-сы йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш башҡорттары ырыуҙарының йыйындары уҙған, әммә төньяҡ-көнбайышта был хәрәкәт һүлпән булған. Әнүәр Әсфәндиәровтың китаптары беҙҙе күп томлы “Башҡорт ырыуҙары тарихы”н әҙерләп нәшерләүгә этәрҙе. Яңы быуаттың 10-сы йылдарында иһә төньяҡ башҡорттары үҙ йыйындарын ойоштора башланы: Уран, Гәрәй, Унлар ырыуҙары йыйыны үтте. Былар барыһы ла – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күтәреп ебәргән ирекмәндәр башланғысы. Быйыл ойошторолған башҡорт ырыуҙары йыйындары һәм Туймазылағы төп ҡор – кәм тигәндә 30 йыллыҡ эш һөҙөмтәһе”, – тине Салауат Хәмиҙуллин.

Читайте нас