Тарихсылар билдәләүенсә, борондан башҡорт халҡының иллеләгән ырыуы булған. Бәғзеләре киң билдәле, төплө өйрәнелгән һәм ҡеүәтле берҙәмлек булып тора, ә ҡайһыларының тарихын, үҙенсәлектәрен асыҡлайһы бар.
Бөгөн ҙур тарихлы бәләкәй генә ырыуҙы билдәләп үтәйек. Ҡаршындар башҡорт халҡының төньяҡ-көнбайыш төркөмөнә ҡарай. Тамырҙары быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Урта быуаттар аҙағына улар хәрби ырыу булараҡ та билдәлелек яулаған.
Аҫаба ерҙәре – Ҡармасан буйҙарында, тарихи Башҡортостандың үҙәгендә төпләнгәндәр. Мәғлүм булыуынса, Ҡаршын ырыуы Түбәнге Ағиҙел башҡорттары төркөмсәһенә керә. Һөйләштәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ төркөмөнә ҡарай. Этнограф Р.Ғ. Кузеев үҙенең тикшереүҙәрендә билдәләүенсә, ҡәбилә атамаһы уйғыр телендә “ҡәлғә”, “нығытмалы ҡала” мәғәнәһендә ҡулланылған. Урта Азияла ошо нигеҙҙә барлыҡҡа килгән күп кенә ауыл-ҡасаба исемдәрен осратырға була. “Ҡаршын” этнонимын, балыҡсы һәм ирәкте этнонимдарының этимологиялары кеүек, “нығытмалы ҡалаларҙы һаҡлаусылар” тип аңлатырға мөмкин. Әле ҡаршындар башлыса Кушнаренко, Өфө, Благовар райондарында йәшәй.
Ҡаршын ырыуынан бар донъяға билдәле шәхестәр сыҡҡан. Иң күренеклеләренең береһе – бейеүсе Рудольф Нуриев. Данлыҡлы бейеүсе Хашим Мостаев та – Ҡаршын ырыуынан. Был ырыу вәкилдәре араһында – Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар араһынан тәүге профессиональ археолог, Көньяҡ Уралдың сармат археологияһына нигеҙ һалған Мәхмүҙә Хисаметдинова, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ рәссамы Мөхәмәт Арыҫланов, биатлонсы, билдәле тренер Миңлеғәле Мөҙәрисов, медицина фәндәре докторы, Ставрополь медицина институты профессоры Альберт Вафин, Советтар Союзы Геройы Сәлих Вәлиев һәм башҡалар.
Рудольф Нуриевкә килгәндә, тарихсылар тотош донъяға танылған бейеү оҫтаһы, балетмейстерҙың шәжәрәһен өйрәнгән. Мәғлүм булыуынса, Рудольф Нуриевтең атаһы Хәмит – Ҡаршын ырыуы башҡорто, Әсән ауылынан. Ә олатаһы Нуриәхмәт Шәриптән булған. Хәмит Нуриев татар ҡыҙы Фәриҙәгә өйләнгән, уларҙың өс ҡыҙҙары тыуған. Рудольф — көтөп алынған ир бала – дүртенсе булып донъяға килгән.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса барлыҡ ижади тормошон Парижда үткәргән, тиңһеҙ һәм донъялағы иң бай бейеүсе данын яулаған Рудольф Нуриев автобиографияһында ошолай тип яҙа: “Әсәйем – боронғо Ҡазанда, ә атайым Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө эргәһендәге бәләкәй генә ауылда тыуған. Беҙ – мосолмандар. Шулай итеп, ике яҡтан да туған-ҡәрҙәштәр – башҡорттар һәм татарҙар... Миңә ҡалһа, ҡаным тиҙерәк аға кеүек һәм һәр саҡ ҡайнап китергә әҙер...”
Нисек кенә булмаһын, донъяға танылған балет йондоҙоноң биографияһында ла, ҡаршындар тарихында ла өйрәнәһе биттәр күп әле.