

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов “Бәйләнештә” социаль селтәрендә боксер Денис Шафиҡов тураһында яҙма ҡалдырған.
"Профессионал боксер, еңел һәм ярым еңел ауырлыҡта донъя һәм Европа чемпионы Денис Шафиҡов ҡунаҡҡа килде, – тигән Азат Шамил улы. – Ул оҙаҡ йылдар еңеүҙәр яуланы, күптәрҙе тәүге раундта уҡ нокаутҡа ебәрҙе. Еңелеү белмәгәне һәм көнсығыш кешеләренә оҡшағаны өсөн Көнбайыш бокс донъяһы уға “Сыңғыҙхан” тигән ҡушамат биргән. “Сыңғыҙхан” образын тулыландырып шуны әйтәм: ул рингҡа беренсе булып башҡорт милли кейемендә сыҡты. Әле Денис ҙур спорттан китеп, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә".
Шул иғтибарға лайыҡ, милләттәшебеҙ Денис Шафиҡов тыумышы менән Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһынан. Денис Фуат улы 2003 йылдан алып профессионал бокс менән шөғөләнде. Ул Мигел Васкес, Рансес Бартелеми, Роберт Истер кеүек көслө боксерҙар менән чемпион исемен яулау өсөн алышҡа сыҡты.
Фото: социаль селтәрҙән.