Башҡорт донъяһы
22 Декабря 2021, 17:00

Ҡулында һәр ваҡыт - башҡорт ҡурайы

“Рәмил Ғәйзуллин менән танышҡандан һуң саңғы таяғынан ҡурай эшләп, унда уйнарға өйрәнә башланым”.

Ҡулында һәр ваҡыт - башҡорт ҡурайыҠулында һәр ваҡыт - башҡорт ҡурайы
Ҡулында һәр ваҡыт - башҡорт ҡурайы

Һәр мәғлүмәт ойошмаһы өсөн уның йөҙөн билдәләгән мәҙәни саралары була. “Ашҡаҙар” радиоһы хеҙмәткәрҙәренең эфир тулҡындарында ғына түгел, тыңлаусылары менән иҫтә ҡалырҙай эшлекле аралашыу, күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмә ҡороу, һөйләшеү урыны бар. Башҡортостандың Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында “Ашҡаҙар” радиоһының “Онотолмаҫ осрашыу”ҙар проектына ярашлы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ул һәм ҡыҙҙары менән иҫтәлекле  осрашыуҙар үтә.

Бөгөн, 22 декабрҙә, “Онотолмаҫ осрашыуҙар”ҙың ҡунағы Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы, музыкант, 2001 йылда республиканың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрын ойошторған, уның тәүге художество етәксеһе һәм дирижеры Рәмил Ғәйзуллин булды.

Ҡыҙыҡлы осрашыуҙа Өфө ҡалаһының уҡыу йорттары студенттары, педагогтары, Ғафури районының Йөҙимән урта мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары ҡатнашты. Башҡортостандың халыҡ артисы, данлыҡлы бейеүсе Риф Ғәбитов: “Беҙ Рәмил менән яҡташтар, икебеҙ ҙә Ҡатай ырыуынан. Ҡурай өсөн тәүге футлярҙы үҙем эшләп бүләк иттем уға”, - тине. Республиканың атҡаҙанған артисы, Н. Сабитов исемендәге беренсе музыка мәктәбе директоры Салауат Кирәев үҙенең Рәмил Мәүлит улының уҡыусыһы булыуы менән ғорурланыуын белдерҙе. Танылған яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре Венер Исхаҡов: “Рәмил Ғәйзуллин менән танышҡандан һуң саңғы таяғынан ҡурай эшләп, унда уйнарға өйрәнә башланым”, - тип хәтирәләре менән бүлеште.

Рәмил Ғәйзуллин “Урал ауазы” халыҡ-ара уйын ҡоралдары оркестрҙары һәм ансамблдәре конкурс-фестивален ойоштороусы булараҡ та билдәле. Һуңғы йылдарҙа ул Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларында, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Азербайжан, Төркиәлә халыҡ-уйын ҡоралдары оркестрҙарына дирижерлыҡ итте. Әйткәндәй, ҡайҙа ғына сығыш яһамаһын, ҡулында һәр ваҡыт башҡорт ҡурайы.

Рәмил Ғәйзуллин - башҡорт сәнғәтен пропагандалауҙа күп эш башҡарған шәхес. “Ҡурайҙың әле 50 процент сере лә асып бөтөлмәгән”, - тип белдерҙе “кеше-оркестр”. 22 музыка ҡоралында уйнаған артисҡа халыҡ шундай исем биргән.

Фото: “Ашҡаҙар” радиоһы сайты.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас