Башҡорт донъяһы
24 Декабрь 2021, 08:08

Алты меңдән ашыу кеше килгән

Гүзәл Хәкимова фотолары.Гүзәл Хәкимова фотолары.
Фото:Гүзәл Хәкимова фотолары.

 Быйыл “Башҡортостан” милли паркында бығаса күрелмәгән туристар ағымы күҙәтелә. Ял итеүселәр кемпингтар һәм уңайлы туристик үҙәктәре булған Нөгөш һыу һаҡлағысына ғына түгел, Бөрйән районындағы Ырғыҙлы ауылына ла өҫтөнлөк бирә. Быйыл унда алты меңдән ашыу ҡунаҡ килгән. Ағиҙел йылғаһы буйындағы “Антонов ҡаяһы” кемпингында, милли парктың ҡунаҡ йорттарында эко-һуҡмаҡтар буйлап йөрөп, матур урындарҙы ҡарап, башҡорт балы менән тәмләп сәй эсергә, тәбиғәт ҡосағында ял итергә теләүселәр һаны арта.

 Әлбиттә, йәй көнө туристар ағымы ҙур, ҡышын миҙгел һәүетемсә генә барһа ла, Ырғыҙлыла йәйгә әҙерлек эштәре әүҙем бара.

– Әле ҡунаҡ йорттары йыл әйләнәһенә уңайлы һәм йылы булһын өсөн төҙөк­ләндереү эштәре атҡарабыҙ. Экологик һуҡмаҡтарҙа туристик туҡталҡалар йыһазландырҙыҡ, – ти милли парктың туризм бүлеге белгесе Гүзәл Хәкимова.

Күптән түгел Ырғыҙлыла “Ҡайынлыҡ” экологик һуҡмағы буйлап экскурсиялар ойошторола башланы. Маршрут матур урындар аша үтә. Туристарға тарихи ҡомартҡы эҙҙәре күрһәтелә. Мәҫәлән, дары һаҡланған урын ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.  Бәлки, был Емельян Пугачев тарафынан емерелгән Вознесенский баҡыр иретеү заводы эшмәкәрлеге менән бәйле булғандыр.

Саңғы һуҡмағы ла һалынған. Саңғы­ларҙы ҡуртымға алырға мөмкин.

Милли паркка инеү өсөн алдан теркәлеү үтергә онотмағыҙ: www.npbashkiria.

 

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Читайте нас