Башҡорт донъяһы
24 Декабрь 2021, 08:09

Бәләбәйҙәрҙең сираттағы еңеүе

Белем усаҡтары, балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙән айырмалы, йәмәғәт эштәрендә, төрлө сараларҙа бик әүҙем ҡатнаша. Мәктәп уҡыусыларының һәр йәһәттән дә үҫешкә йүнәлтелгән мәртәбәле проекттарҙа ҡатнашыуы – айырыуса шатлыҡлы күренеш. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә республика ижади конкурсында ҡатнашҡан Башҡортостан ҡала һәм район мәктәптәренең еңеүселәре асыҡланды. Алдынғы 20 белем биреү учреждениеһы араһында Бәләбәй ҡалаһы башҡорт гимназия-интернатының да булыуы бигерәк тә маҡтауға лайыҡ.

– Гимназия-интернатта белем эстәгән ҡыҙ һәм малайҙарҙың, мәктәп тормошондағы сара­ларҙың уртаһында ҡайнауынан тыш, республика конкурстарында ҡатнашыуы, улай ғына ла түгел, ҙур еңеүҙәр яулауы һоҡ­ландыра, – тип һөйләй Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты директоры, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Дилбәр Фәтхетдинова. – Педагогтарҙың барыһы ла, әлбиттә, мәктәп балаларына төплө белем биреү, күркәм тәрбиәгә өйрәтеү маҡса­тын ҡуйған. Бынан тыш, уларҙы оло тормошҡа яҡшы итеп әҙерләүҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайҙар.

VIII – XI класс уҡыусылары күптән түгел проекттарҙы яҡла­ған. Әйткәндәй, проект­тарҙың ҡыҙыҡлы ла, ылыҡтырғыс та булыуы иғтибарҙы йәлеп итә. Мәктәптең ижад студияһы, оранжерея төҙөү, робот техникаһы буйынса класс асыу, лингафон кабинетын йыһазландырыу, заманса спорт майҙансығы булдырыу – шуға асыҡ миҫал. Шулай итеп, мәктәптә иң күп тауыш йыйған “Ижад студияһы” проекты (етәкселәре – уҡытыусылар Динар Минәжев һәм Зүлиә Исламова) еңеү яулаған. Шуға ярашлы, киләсәктә гимназия-интернатта балаларҙың ижад телестудияһын ойоштороу ҙа эш планына ингән.

– Беҙ булдырған контентҡа ихтыяж шул хәтлем ҙур, ни өсөн тигәндә, беҙҙең ҡалала телевидение бөтөнләй юҡ, – тип тәьҫо­раттары менән уртаҡ­лашты Дилбәр Ғайса ҡыҙы. – Ошо бушлыҡты тултырыу маҡса­тында телестудия асырға ҡарар иттек. Әгәр ҙә уҡыусыларыбыҙ ҡала һәм район тормошо тураһында ҡыҙыҡлы, мауыҡ­тырғыс яңылыҡтар еткереп торһа йәки репортаждар әҙер­ләһә, бик тә яҡшы буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта беҙ ошо материал­дарҙы социаль селтәрҙә әүҙем таратыуҙан һәм республика телевидениеһын төрлө тапшырыуҙар менән байытыуҙан айырмалы даими рәүештә онлайн-тапшырыуҙар әҙерләү өсөн дә стриминг майҙансығы ойоштора алыр инек. Тәҡдим ителгән универсаль ҡоролмалар беҙгә тулыһынса ошондай ҙур мөмкинлектәр бирә лә инде.

Ысынлап та, бынан ары балалар ныҡлап ижад эшенә то­тонасаҡ. Әйтәйек, автор сюжеттары, телетапшырыуҙар һәм видеороликтар төшөрөргә өйрәнә­сәктәр. Үҙ сиратында, уларҙың һәр береһе телевидение серҙә­ренә төшөнә аласаҡ. Ҡыҫ­ҡаһы, ижадҡа башкөллө сумған үҫмер­ҙәр телеиндустрия һөнә­рен үҙләштерәсәк. Хәйер, ошо проектта ҡатнашҡан егет һәм ҡыҙ­ҙар­ҙың күбеһе киләсәктә яҙмы­шын телевидение менән бәй­ләргә уйлай.

 

Илдар АҠЪЮЛОВ.

 

Бәләбәй районы.

Читайте нас