

2021 йыл менән хушлашырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән китаптарымды иғтибар менән, уйланып та, әҫәр геройҙары менән бергә шатланып та уҡыған әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ихлас ҡотлайым! Тәү сиратта барыһына ныҡлы һаулыҡ теләйем, маҡсаттарға өлгәшеп, шатлыҡта, бәхеттә йәшәргә насип итһен Хаҡ Тәғәлә.
Үтеп барған йыл минең өсөн ваҡиғаларға бай булды. Һиҙмәй ҙә ҡалдым: ғүмеремдең 75-се көҙөнә лә еткәнмен. Юбилейым айҡанлы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Республика милли китапханаһында матур кисә ойошторолдо. Шул уҡ ваҡытта яңы ғына нәшер ителгән “Ҡиммәтле кейәү” тип аталған китабымдың исем туйы ла булды. Был китапты баҫып сығарған Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәренә, юбилей кисәһен ойоштороусыларға оло рәхмәттәремде еткерергә теләйем.
Төп әҙерлек эштәрен көйләп ебәргән юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, республиканың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаевҡа ихлас рәхмәтлемен. “Башҡортостан” гәзитендә донъя күргән “Кинәйәле ҡараш аша” тигән мәҡәләһе уны тәнҡитсе һәм әҙәбиәт ғилеме белгесе булараҡ яҡшы аса.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Нурлан Ғәниев оҫта итеп, матур һорауҙар биреп тә, яңы китабыма иғтибарлы аңлатмалар яһап та юбилейым кисәһен алып барҙы.
Юбилей менән тәбрикләп, ҡәләмдәш дуҫтарым сығыш яһаны: Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова, билдәле яҙыусылар Рәлиф Кинйәбаев, Ринат Камал, Фәрзәнә Аҡбулатова. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы вәкиле Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова, Милли китапхана директоры урынбаҫары Люциә Ильясова, матбуғат баҫмалары редакцияларынан ҡунаҡтар изге теләктәрен әйтте, уларҙың һәр һүҙе күңелемдә мәңге һаҡланыр.
Профессор, филология фәндәре докторы Гөлфирә Ниғәмәт ҡыҙы Гәрәева “Башҡорт прозаиктары” исемле китабын ихлас бүләк итте, ул китапҡа ижадым тураһында ла мәғлүмәт ингәнлеген билдәләне, ҙур рәхмәт!
Яҡташтарым исеменән, Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко исеменән матур ҡотлау һүҙҙәрен район хакимиәте башлығының урынбаҫары Руднев Петр Павлович еткерҙе. Республикабыҙҙа танылған йырсы Харис Шәрипов иһә моңло йырҙары менән сараға йәм өҫтәне.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың “Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү” бүлеге хеҙмәткәре, баш китапханасы Шәүрә Рәүил ҡыҙы Абдрахманова-Ниғмәтуллина ижадыма арнап “Заман һулышын, заңын тойоп” тигән күргәҙмә һәм шундай уҡ исемле эстәлеккә бай виртуаль видео-презентация әҙерләгән. Рәхмәт, Шәүрә ҡыҙым, хатта күҙҙәремә йәш тулды: ни тиклем оҫта һәм күңел һалып башҡарғанһың быларҙың барыһын да!
Ғөмүмән, сара хәҙерге заман технологияларын ҡулланып ойошторолдо. Юбилей кисәһенең барышы тура трансляцияла YouTube каналы аша халыҡҡа, китап һөйөүселәргә еткерелде.
Бар ҡәләмдәштәремде, яҡташтарымды, китап уҡыусыларҙы етеп килгән Яңы 2022 йыл менән ҡайнар ҡотлайым. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек, оло шатлыҡтар ғына кисереп йәшәүегеҙҙе теләйем! Яңы йылға беренсе аҙымығыҙ изгелек булһын!
Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА,
Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.