

14 декабрҙә “Йәшлек Хаус” йәштәр йортонда, Башҡорт теле аҙналығы билдәләнеү уңайынан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әүҙем башҡорт йәштәре араһында “Самауырлы ритайым” автор проектын ойошторҙо.
Сараның төп маҡсаты – башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү, уны ҡулланыу өлкәләрен киңәйтеү, йәштәрҙе мәҙәни ҡиммәттәргә ылыҡтырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәш музыканттарға ярҙам итеү, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү.
Сараны эстрадабыҙҙың билдәле йырсыһы Зилиә Бәхтиева, йәштәрҙе сәләмләп, Башҡорт теле көнөнә арнап, “Мин башҡортса һөйләшәм” тигән йыры менән башлап ебәрҙе.
– Башҡорт теленә һөйөү беҙҙең ғаиләнән килә. Балалар һәм йәштәр өсөн ошондай проекттар булдырылыуы – бик яҡшы башланғыс. “Самауырлы ритайым”ға килгәндә, ул беҙҙең халыҡтың рухи үҫешен, алдынғы ҡарашлы булыуын күрһәтә. Шуны ла әйтергә кәрәк, Башҡорт теле көнөнә арналған клип төшөрөлдө һәм уның презентацияһы үтте. “Самауырлы ритайым” кеүек проекттарҙы йышыраҡ үткәреү кәрәк, тип уйлайым, ул башҡорт йәштәрен берләштерә, – тип белдерҙе Зилиә Бәхтиева.
Сәләмләү һүҙе менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, “Арғымаҡ” төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов сығыш яһаны. Артабан интернет селтәре аша халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүҙә, йолаларға, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә үҙ өлөштәрен индергән башҡорт блогерҙарын һәм әүҙем йәштәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Ҡоролтайҙың рәхмәт хаты менән бүләкләнеүсе блогер Илнара Рахманғолова үҙ фекере менән уртаҡлашты: “Мин бәләкәй саҡтан уҡ туған башҡорт теле үҫешһен тип тырыштым. Әле интернет селтәрендә лә туған телебеҙҙе пропагандалау өҫтөндә эш алып барам. Блогымдың башҡорт телен үҫтереүҙә роле әһәмиәтле тип уйлайым. Мин башҡорт милли кейемдәрендә “тик-токтар” төшөрәм. Ул видеоларҙы төрлө милләт вәкилдәре ҡарай. Бөтә донъяла башҡорт халҡы барлығын беләләр. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ла төрлө яҡлап үҫешергә ярҙам итәм, сөнки “мин – башҡорт” тип кенә йәшәп булмай, үҙеңде һәр яҡтан камиллаштырыу зарур”, – ти ул.
Сара барышында башҡорт йәштәренең гитараға, ҡурайға йырлауҙарын тыңланыҡ, башҡорт милли бейеүҙәрен рәхәтләнеп бейенек. Килгән ҡунаҡтар үләнле сәйҙән һәм тәмлекәстәрҙән ауыҙ итте.
“Башҡорт теле көнөндә шундай матур сара – “Самауырлы ритайым” үтте. Бына инде икенсе йыл беҙҙең башҡорт йәштәрен ҡыуандырып торалар. Тәү сиратта бының өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, ойошманың йәштәр бүлеге белгесе Ләйсән Мостафинаға, “Самауырлы ритайым”дың авторы Рөстәм Абдразаҡовҡа ҙур рәхмәт. Шулай уҡ йәштәр өсөн ошо киңлекте – “Йәшлек-housе”ты ойоштороусыларға ла ҙур рәхмәт. Ошондай шәп сараларҙың йышыраҡ үтеп тороуын теләйем”, — тип белдерҙе алып барыусы Лилиә Дәүләтбаева.
Йәштәр күмәкләшеп сәй эсеп, йырлап, бейеп, бик күңелле ял итте. Сарала барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар үтәлде.
И. ЙӘҺҮҘИНА.