Башҡорт донъяһы
24 Декабрь 2021, 07:55

Йөрәктәрҙә милли рух уятайыҡ

Фото геройҙың шәхси архивынан.  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Йәштәр эштәре буйынса комиссияһы рәйесе Ринат Рамаҙанов (уртала), Ләйсән Мостафина (һулдан беренсе) бер төркөм фекерҙәштәре менән.Фото геройҙың шәхси архивынан.  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Йәштәр эштәре буйынса комиссияһы рәйесе Ринат Рамаҙанов (уртала), Ләйсән Мостафина (һулдан беренсе) бер төркөм фекерҙәштәре менән.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Йәштәр эштәре буйынса комиссияһы рәйесе Ринат Рамаҙанов (уртала), Ләйсән Мостафина (һулдан беренсе) бер төркөм фекерҙәштәре менән.Фото:Фото геройҙың шәхси архивынан.

Күптән түгел Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының Йәштәр эштәре, ирекмәндәр хәрәкәтен һәм спортты үҫтереү комиссияһы ултырышы үтте. Унда комиссия эшмәкәрлегенең ҡәҙимге эштәре барышы менән берлектә, киләсәккә пландар билдәләнде, яңы башланғыстар һәм проекттар тикшерелде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр эштәре буйынса етәксеһе Ләйсән Фларит ҡыҙы Мостафина ошо хаҡта түбәндәгеләрҙе белдерҙе:

– Бындай йәнле, ҡыҙыҡлы һөйләшеү күптән булғаны юҡ ине. Беренсенән, пандемия беҙҙең пландарға үҙгәрештәр индерҙе. Икенсе яҡтан, әүҙем, дәртле башҡорт йәштәрен бер урында, бер ваҡытта йыйыу бер аҙ ҡатмарлыраҡ, сөнки араларында булдыҡлы, эшлекле егеттәр һәм ҡыҙҙар күп, улар көндәлек тынғыһыҙ тормошта һәр саҡ нимә менәндер мәшғүл.

Һөйләшеүҙә төрлө темаларҙы күтәр­ҙек: белем, фән, мәҙәниәт тармаҡта­рын­да әүҙемлекте арттырыу, тарихи нигеҙҙе һаҡлау, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү. Шул иҫәптән Баш­ҡорт­остандан ситтә йәшәгән милләттәш­тәребеҙҙе лә оноторға ярамай: Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә беҙ бихисап төбәктә булдыҡ, ундағы әүҙем һәм рухлы йәштәштәребеҙ менән таныштыҡ һәм эшлекле, мәҙәни бәйләнештәр булдыр­ҙыҡ – уларҙы ла нығытаһы бар, – ти Ләйсән Фларит ҡыҙы.

Әйткәндәй, ноябрҙә Өфөлә респуб­ликабыҙҙың төрлө тарафынан йыйылған ҡыҙҙар һәм малайҙар КВН – тапҡырҙар һәм отҡорҙар бәйгеһендә зирәклеккә көс һынашҡан. Сарала мәктәп уҡыусы­ларының 20 командаһы ҡатнашҡан. Улар алыҫ араларҙы яҡын итеп Сибай, Нефтекама, Өфө ҡалаларынан, Бөрйән, Дүртөйлө, Әлшәй, Ғафури, Тәтешле, Әбйәлил, Нуриман, Ҡырмыҫҡалы, Дыуан, Салауат, Йылайыр райондарынан килгән.

– Бәйге бик күңелле үтте, балалар төрлө тормош хәлдәрен юмор яҫылы­ғында күрһәтеп, тамашасыларҙың күңе­лен арбаны. Идеяның авторы һәм тор­мошҡа ашырыусылары – республиканың КВН тормошонда әүҙем ҡатнашҡан билдәле башҡорт йәштәре. Балаларға матур, иҫтәлекле бүләктәрҙе иһә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән рухлы милләттәшебеҙ Айнур Сәғитов хәстәрләне, – тине Ләйсән Мостафина.

Йәштәр менән эшләү икеләтә ҡат­мар­лы һәм яуаплы – үҙ сиратында был хаҡ­та Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы ағзаһы, йәш эшҡыуар Айнур Сәғитов белдерә.

– Әүҙем башҡорт йәмәғәтселәрен, йәштәр лидерҙарын тап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бергә туплауы һәм әйҙәүе айырым әһәмиәткә эйә: был рухландыра, өмөт бирә, шул уҡ ваҡытта уйға ла һала. Осрашыуҙа бик күп матур башланғыстар, фекерҙәр яңғыраны, проблемалар ҙа асыҡланды. Ижади бәхәс­тәр, фекер төрлөлөгө булыуы ла яҡшы – был хәҡиҡәтте асыҡларға ярҙам итә. Маҡсатыбыҙ бер – башҡорт йәштәрен бергә туплау, яңы ҡаҙаныштарға ынтылыш тыуҙырыу, йәш йөрәктәрҙә милли рух уятыу, – ти Айнур Марат улы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында ошо көндәрҙә үткән бер нисә сара менән иһә махсус сығарылышта таныштырабыҙ.

 

Г. САЛАУАТОВА.

Читайте нас