Башҡорт донъяһы
24 Декабрь 2021, 07:59

“Йомробаш” башҡорт йәштәрен тупланы

ҡатнашыусыларҙың рәсми төркөмөнән.ҡатнашыусыларҙың рәсми төркөмөнән.
Фото:ҡатнашыусыларҙың рәсми төркөмөнән.

 Ошо көндәрҙә, Башҡорт теле көнө алдынан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 18 – 35 йәшлек әүҙем башҡорт йәштәре араһында “Йомробаш” интеллектуаль уйынын ойошторҙо.

 Сараның маҡсаты – башҡорт халҡының милли, мәҙәни, рухи ҡиммәттәрен һаҡлау, йәштәрҙә ватансыллыҡ тойғоларын тәрбиәләү. Уйын Өфө үҙәгендәге “Радость есть” кафеһында үтте, барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар теүәл үтәлде.

Уйында ун команда көс һынашты. Ҡайһы бер йәштәр сара тураһында фекере менән уртаҡлашты. Башҡорт дәүләт университеты командаһы ағзаһы, икенсе курс студенты Нурия Ғилмуллина: “Беҙ коман­дабыҙ менән был уйынға әүҙем әҙерләндек, мәғлүмәт тупланыҡ, китаптар уҡыныҡ. Был, минең­сә, яҡшы проект, йәштәрҙе берләштерә, таныштыра. Әһәмиәте лә ҙур, сөнки ҡараштар даирәһе киңәйә, милли тарих һәм мәҙәниәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу көсәйә. Әлбиттә, бындай сараларҙы йышыраҡ үткәреп торорға кәрәк”, – тип белдерҙе.

Башҡорт дәүләт педагогия университеты коман­даһы ла сараға әүҙем әҙерләнгән. “Беҙ был уйында ҡатнашыр өсөн Башҡортостан тарихын уҡыныҡ, тыуған еребеҙ тураһында төрлө ҡыҙыҡлы факттар таптыҡ. Уларҙы уйында ҡулландыҡ. Был сара, һис шикһеҙ, башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ярҙам итә”, – тип белдерҙе Сыңғыҙ Ғәлимов, университет студенты.

Бәйге алты раундтан торҙо: “Разминка”, “Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә”, “Башҡорт теленән руссаға тәржемә ит”, “Башҡорт әҙәбиәте өлгөләре”, “Унан-бынан”, “Алтын ҡумта”. Уйын барышында башҡорт йәштә­ренең Башҡортостандың тарихын, мәҙәниәтен, бил­дәле шәхестәрен, әҙәбиәтен ниндәй кимәлдә белеүе асыҡланды. Камиллаштыраһы урындар ҙа бар. Был турала Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева түбәндәгеләрҙе белдерҙе: “Йәш­тәргә яңынан башҡорт классик әҙәбиәтен уҡып сығырға кәңәш итер инем. Классика – туған теле­беҙҙең ма­тур өлгөһө. Был әҫәрҙәрҙә башҡорт хал­ҡының тарихы, көнитмеше, уйҙары, йолалары са­ғыл­ған. Ошо йәһәттән һеҙ белемле, аңлы булырға тейеш­һегеҙ. Әлбиттә, уйындар артабан да дауам итер, тип ышанғы килә”, – тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы.

Уйында һәр команда бик әүҙем ҡатнашты, көсөргәнешле ярышта уның еңеүселәре билдәлән­де. Өсөнсө урынға “Әбйәлил йәштәре” командаһы сыҡты, икенсе урын “ХХ централ” командаһына бирелде, ә еңеүсе тип “Юлдаш” радиоһы командаһы билдәләнде. “Юлдаш” радиоһы алып барыусыһы Нурзилә Усманова фекере менән бүлеште: “Бөгөн беҙ, “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре, был сараны яҡтыртырға килергә тейеш инек. Әммә бер төркөм “Юлдаш” хеҙмәткәрҙәре – йәштәр йыйылғас, нисек әле беҙ был саранан ситтә ҡалабыҙ тигән уй килде һәм беҙ ҙә ҡатнашырға булдыҡ. Еңеүебеҙҙе көтмәй инек. Әлбиттә, беҙ сәмләндек, уйланыҡ, тырыштыҡ. “Юлдаш” радиоһының мәғлүмәт таратыусы каналы булараҡ, әгәр беҙ еңелһәк, яуаптарҙы белмәһәк, беҙгә бик уңайһыҙ булыр ине. Шуның өсөн бик шат­быҙ һәм артабан да шундай саралар үтеп торһон, тигән теләктә ҡалабыҙ”.

Сара аҙағында командалар грамоталар һәм бү­ләк­тәр менән билдәләнде, еңеүсе командаға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының күсмә кубогы тапшырылды.

Илнара СӘЙЕТГӘРӘЕВА.

Читайте нас