Башҡорт донъяһы
25 Декабрь 2021, 04:00

Ырғыҙ буйынан ырыҫ алып

Һамар өлкәһендә олуғ милләттәшебеҙ Фатима Мостафина иҫтәлегенә бағышланған саралар уҙҙы.

Ырғыҙ буйынан ырыҫ алыпЫрғыҙ буйынан ырыҫ алып
Ырғыҙ буйынан ырыҫ алып

Кисә, 24 декабрҙә, Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы Ырғыҙ ҡасабаһында дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1955 – 1971 йылдарҙа БАССР-ҙың мәғариф министры булған Фатима Мостафина иҫтәлегенә бағышланған саралар уҙҙы.

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы делегацияһы составында Милли мәғариф идаралығы төп белгес-эксперты Гөлсөм Дилмөхәмәтова, В.И. Ленин исемендәге 2-се Стәрлетамаҡ лицей-интернаты директоры Илшат Ҡәйепҡолов, Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры Булат Зинуров булды.

Саралар барышында “Фатима Мостафина иҫтәлегенә бағышланған фәнни уҡыуҙар” төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһына йомғаҡ яһалды, өс яҡлы “Ҡәрҙәш мәктәптәр” килешеүенә ҡул ҡуйылды, шулай уҡ Фатима Мостафина исемендәге кабинет асылды: ул “Башҡортостанда дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһы нигеҙендә йыһазландырылған.

Беҙҙең киләсәк быуын тарихын белһен, яҡташтары менән ғорурланһын өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ”, – тине Һамар өлкәһе Оло Чернигов хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Елена Хуртова һәм башҡорт телен өйрәтеүҙә Башҡортостан яғынан системалы ярҙам кәрәклеген билдәләне.

Белешмә.

Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина 1913 йылдың 26 декабрендә Һамар губернаһына ҡараған Диңгеҙбай ауылында (әлеге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы) тыуған. В.И. Ленин исемендәге республика башҡорт урта мәктәп-интернатында (хәҙерге В.И. Ленин исемендәге 2-се Стәрлетамаҡ лицей-интернаты) белем алған. Төрлө йылдарҙа өлкә комитетының фән, юғары уҡыу йорттары, мәктәптәр бүлектәре мөдире булған. 1955 йылдың февралендә Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Указы менән республиканың мәғариф министры итеп тәғәйенләнгән. Был вазифала 16 йыл эшләп, 60-70-се йылдарҙағы мәктәп реформалары башында торған.

Республика мәнфәғәтендәге күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Фатима Хәмит ҡыҙы бихисап наградаға лайыҡ була, шул иҫәптән Ленин ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Өфөләге 20-се башҡорт гимназияһы 1999 йылдан алып Ф.Х. Мостафина исемен йөрөтә.

Фото, текст сығанағы: https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/419979/

 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас