

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина бөгөн тыуған көнөн билдәләй. Ошо уңайҙан “Башҡортостан” республика гәзите хеҙмәткәрҙәре Гөлфирә Риф ҡыҙын күркәм байрамы менән ҡотлай, иң изге теләктәрен еткерә.
Гөлфирә Абдуллина 1974 йылдың 4 ғинуарында Ишембай районының Маҡар ауылында тыуып үҫкән. Ул Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын (хәҙер – Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы) тамамлаған. Йәш ғалимә башта үҙе уҡыған юғары уҡыу йортонда эшләй башлаған, ә 2019 йылдан – Башҡорт дәүләт университетында.
Гөлфирә Риф ҡыҙы – Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы ғилми-техник өлкәһендә эксперт, тел ғилеме, ғәмәли лингвистика һәм мәғлүмәт технологиялары буйынса ғилми советтың ғилми сектераты. Башҡортостан фән һәм техник өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлфирә Абдуллина башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының попечителдәр советы рәйесе.
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.