Башҡорт донъяһы
8 Ғинуар 2022, 13:54

Был – беҙҙең бурыс

Республикала Башҡорт тарихы йылы тамамланды. Ошо осорҙа районда нимәләр эшләнгән? Ҡуйылған маҡсаттар, төҙөлгән пландар ғәмәлгә ашҡанмы? Ошо һорауҙарға яуап алыу маҡсатында Борай районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Харисовҡа мөрәжәғәт иттек.

 

– Илгиз Зөфәр улы, Башҡорт тарихы йылы пандемия шарттарында уҙғас, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү еңелдән булмағандыр?

– Әлбиттә, пандемия булмаһа, ғәйәт ҙур саралар ойошторолор ине, һүҙ ҙә юҡ. Тик эш бит унда түгел. Беренсенән, беҙ эш планын төҙөгәндә үк пандемияны күҙ уңында тоттоҡ. Икенсенән, милләттең тарихын, уның асылын өйрәнер өсөн ниндәйҙер ҙур саралар ойоштороу мотлаҡ түгел. Үткәнеңде барлау ғаиләнән башлана, балалар баҡсаһында, мәктәптә дауам итә. Был йәһәттән ошо учреждениеларҙа Башҡорт тарихы йылына бағышланған байтаҡ эш башҡарылды. Балалар менән милли йолалар йәки милли кейем тураһында әңгәмә ҡорһаң да, әҙиптәрҙең ижадын өйрәнһәң дә, шәжәрә төҙөү асылын асһаң да, уртаҡ маҡсатҡа өлгәшеү була бит. Шулай уҡ “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр каналы, “Аҡбуҙат” журналы беҙҙә ҡунаҡта булды, балалар һәм уларҙың ата-әсәһе менән осрашты, ҡыҙыҡлы саралар ойошторҙо.

 

– Эйе, шулай, әлбиттә. Ә урта быуын вәкилдәре, өлкәндәр менән эш нисек барҙы?

– Милләтенең тарихын белергә теләүселәр бихисап. Кеше үткәне менән ҡыҙыҡһына. Мәҫәлән, райондың барлыҡ китапханаларында ла Башҡорт тарихы йылының планына ярашлы эш алып барылды. Китапханасылар “Мин тыуған ауылым тураһында беләм”, “Тыуған ерем – изге төйәгем”, “Ғаиләм шәжәрәһе”, “Шәжәрәләрҙә халҡыбыҙ тарихы”, “Мин һәм исемем” тип аталған саралар ойошторҙо, уларҙың һәр ҡайһыһын ауыл халҡы яҡшы ҡабул итте, ихлас ҡатнашты. Яҙыусылар, шағирҙарҙың ижадына арналған саралар, видеопрезентациялар даими ойошторолдо, уларҙа олоһо ла, кесеһе лә теләп ҡатнашты.

Донъя күләмендәге сара – Фольклориаданы ғына алайыҡ. Сара үтәһе стадионда тирмәләр ҡоролдо, беҙҙең Борай ерлегендә йәшәгән башҡорттарға хас үҙенсәлектәрҙе күрһәтеп, күргәҙмә ойошторолдо, халҡыбыҙҙың элек-электән килгән йолалары, кәсептәре күрһәтелде. Халыҡ шул урында мәж килде. Һаҡал, сулпы яһау, кейеҙ баҫыу, кейеҙҙән һәм етендән балаҫ эшләү кеүек мастер-кластарҙа ҡатнашырға теләүселәр байтаҡ ине. Быларҙың һәммәһе беҙҙең тарих бит.

Милли кейем көндәре лә ифрат матур үтте. Был бит әле милли кейем кейҙең дә, фотоға төшөп, уны социаль селтәргә ҡуйҙың тигән һүҙ түгел. Район китапханаһында милли кейем өлгөләрен өйрәнеү буйынса оҫталыҡ сәғәттәре ойошторолһа, унда килергә теләүселәр бихисап була. Кешегә ҡыҙыҡ. Тимәк, милләтенең тарихына ул битараф түгел.

Шөкөр, Башҡорт тарихы йылына арналған ҙур саралар ҙа ойошторолдо. Мәҫәлән, республикала даими рәүештә ырыуҙар йыйыны уҙҙы. Уның беренсеһе – Йәлдәк ырыуы йыйыны Борай ерендә ойошторолоуы менән ғорурланабыҙ. Беҙҙә бит ырыу исемен һаҡлап ҡалған ауыл да бар. Республика райондарына таралған ырыуҙаштар, бер урынға туп­ланып, ҡор йыйҙы, нәҫелдәрен барланы, аралашты, туған телдәрен, милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалырға һүҙ ҡуйышты. Унан Ҡариҙел районына Унлар ырыуы йыйынына, Дүртөйлөгә Эске Йылан ырыуы ҡорона барҙыҡ. Уларҙа ла Борай районында йәшәгән ошо ырыу вәкилдәре үҙҙәренә генә хас булған үҙенсәлектәрҙе күрһәтте.

Дүртөйлө ҡалаһында Эске Йылан ырыуы йыйынында яҡташыбыҙ, сатирик яҙыусы, шағир Марсель Сәлимов ижадына арналған махсус күргәҙмәне күреп ғорурланып, һөйөнөп ҡайттыҡ. Ошо ырыуҙың билдәле шәхесе булараҡ яҡташыбыҙ ижадына айырым урын биреүҙәренә нисек ғорурланмайһың инде?!

Тағы бер ҙур ваҡиға – Борай ерендә тыуып үҫкән, фән өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән башҡорт ғалимдары Ҡасим Әхмәров һәм Мөсәлиә Хәйруллина хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Унда йәмәғәт эшмәкәре, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” төбәк ижтимағи ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина етәкселегендәге делегация ҡатнашты.

Әлбиттә, Башҡорт тарихы йылында ойошторолған сараларҙы бик күп һанарға була. Билдәле сәбәптәр менән уларҙың онлайн тәртибендә уҙға­рылғандары ла байтаҡ. Тарихыбыҙға иғтибар арттырыу, халыҡта үткәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатын ҡуйғанбыҙ икән, беҙ быға өлгәштек, тип әйтә алам.

 

– Илгиз Зөфәр улы, белеүемсә, һеҙ үҙегеҙ ҙә нәҫелегеҙ тарихын ныҡлап өйрәнәһегеҙ. Бик бай шәжәрәгеҙ ҙә төҙөлгән.

– Нәҫелде барлау менән үҙем генә шөғөлләнмәйем. Беҙҙең ҡартатайҙың Ҡөрьән китабының тышлығында шәжәрәбеҙ яҙылған ине. Уны өйрәнеүҙе егерме йыл самаһы элек респуб­ликаның атҡаҙанған рәссамы, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы булған өлкән ағайым Ринат Харисов башлап ебәрҙе. Беҙ уға ҡушылдыҡ. Ата-бабаларыңдың кем булыуын өйрәнеү, быуындар бәйләнешен барлау, әйтәйек, бик еңел эш, тип тә булмай. Әммә ҡыҙыҡлы, үҙ эсенә алып инеп китә торған ғәмәл ул. Беҙҙең шәжәрә егерме быуынды үҙ эсенә ала ине, хәҙер уның нисә быуынға еткәнен үҙегеҙ самалағыҙ. Хәҙерге заманда архивтарҙан мәғлүмәт алыу еңелләште. Бары тик ҡыҙыҡһынырға, эҙләнергә генә кәрәк, шәжәрә төҙөүҙе һәр кем булдыра ала, тип уйлайым. Шуныһын да әйтеп үтке килә, профессор Мөсәлиә Хәйруллина менән беҙ бер нәҫелдән булып сыҡтыҡ. Ул да үҙ шәжәрәһен яҡшы белгән, төҙөгән, нәҫел ағасының төбөндә яҙылған уртаҡ кешеләребеҙ бар, бары тик ағастың икенсе ботағы кеүек кенә айырылып киткәнбеҙ.

 

– Эйе, ғорурланырлыҡ, әлбиттә.

– Өҫтәүенә, был яуаплылыҡ та. Нәҫел ағасын дауам итеү – бер эш, милләтебеҙ тарихында үҙ эҙеңде ҡалдырыу – икенсе, шуға ла тарихты белеү зарур. Тарихын белмәгәндең киләсәге юҡ, тип юҡтан ғына әйтмәгәндәр.

 

Венера АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.

Читайте нас