Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Ғинуар 2022, 13:30

Кем мәғлүмәткә эйә, шул донъяға идара итә

Глобаль интернет-энциклопедия йәнле организм кеүек.

Зәйтүнә Ниғмәтйәнованың ғаилә архивынан.
Фото:Зәйтүнә Ниғмәтйәнованың ғаилә архивынан.

Википедия – бөтә донъя интернет селтәрендә ирекле таралған универсаль энциклопедия. Ул тормошобоҙға 2001 йылдың 15 ғинуарында килеп инде. Уға Америка һәм Британия интернет-эшҡыуары Джимми Уэйлс һәм философия фәндәре докторы Ларри Сэнгер нигеҙ һалған.

Мәғлүмәттәр һәм темалар төрлөлөгө буйынса Википедия кешелек үҙ тарихында сығарған иң тулы энциклопедия булып иҫәпләнә. Уның төп үҙенсәлектәренең береһе – ҡулланыусының туған телендә мәғлүмәт алыуға мөмкинлеге булыуы. Бөгөн Википедияның бүлектәре 314 телдә, шулай уҡ инкубаторында 493 телдә таралған. Википедияның барлыҡ бүлектәрендә 58 миллиондан ашыу мәғлүмәт тупланған. Уның интернет-сайты ла донъяла иң ҡаралған тәүге тиҫтә иҫәбендә.

Беҙҙең зыялы милләттәштәребеҙ ҙә, үҙ мәлендә ошо Википедия эшенә әүҙем ҡушылып, башҡорт телендәге мәғлүмәттәрҙе донъя селтәре аша таратыуға ҙур өлөш индереүгә нигеҙ һалды. Бөгөн дә Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре етди эшмәкәрлек алып бара. Уның әүҙем ағзаларының береһе, “Киске Өфө” гәзитенең беренсе категориялы хәбәрсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА менән Башҡорт Википедияһының үҫеше тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы, һеҙ ни өсөн Башҡорт Википедияһы ирекмәне булып киттегеҙ?

– Башҡорт Википедияһы һәм уның ирекмәндәре тураһында хәбәр­ҙар булып, улар менән әңгәмәләр эшләһәм дә, ниңәлер уларҙың саҡырыуын шунда уҡ ҡабул итмә­нем: эш күплеккә, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, һуҙа, төрлө сәбәптәр табып, баш тарта килдем. Әммә 2015 йылдың ноябрь башындағы бер шылтыратыу мәсьәләне еңел генә хәл итте лә ҡуйҙы. Еңел генә тигәс тә, улай уҡ та булманы инде. Шулай итеп, кис бер-бер артлы яҡташ­тарым Ансар Нуретдинов менән Рөстәм Ғатауллин шылтыратып, глобаль энциклопедияның башҡорт телендәге бүлегенә мәҡәләләр яҙырға “ҡоҙалай” башланы. Һөнәри эшмәкәрлегем дә мәҡәлә яҙыуға бәйле булғас, киреһенсә, буш ваҡытта баш ял итһен тип, яҙыу-һыҙыу эшенән алыҫыраҡ торорға тырышып, аяҡ терәп ҡарыштым. Шунан ағайҙарҙың: “Һин дә булма­һаң, кем һуң?” – тигән һүҙе аңды асып ебәргәндәй булды һәм нимә эшләргә кәрәклеген һораным. Миңә Рус Википедияһынан үҙемә оҡшаған берәй мәҡәләне һайлап алып, башҡортсаға тәржемәләргә тәҡдим иттеләр. Хатта тәржемәне вордта эшләү өсөн үҙҙәре үк күсереп, электрон почтама һалдылар. Миңә бары тик уны тәржемә итеп, һуңынан Википедия битенә яҙҙырып ҡуйырға ғына кәрәк ине. “Афған һуғышы” тигән оҙон мәҡәләне алдым, уның дөйөм күләме 200 мегабайт самаһы ине. Һаман да нисек тә булһа мине оҙағыраҡ борсомаһындар, тыныс­лыҡ­та ҡалдырһындар, тинем инде үҙемсә. 20 көндән һуң ул мәҡәләне яҙҙырып ҡуйҙым... Әммә ул мин күргән башҡа мәҡәләләрҙән ныҡ айырыла, ни башы, ни аҙағы юҡ, тигәндәй... Ни өсөн минең мәҡәләм башҡаларҙыҡы кеүек түгел, тип үҙем ағайҙарҙы ҡаңғырта башланым. “Улар икенсе төрлө эшләгән, һин вордта тәржемә итеп яҙҙырҙың”, – тиҙәр. Ә ниңә миңә нисек эшләргә икәнен өйрәтмәнегеҙ, тип асыуланып маташам. “Ә һин нисек дөрөҫ эшләргә икәнен һораманың, үҙеңә нисек уңайлы – шул вариантты һайланың”, – тип көләләр. Һуңынан ул мәҡәләне нисә кеше нисә ай дауамында Википедия талаптарына тап килтергәндер – уны мәҡәләнең тарихынан күрергә мөмкин, әммә тап ошо мәҡәлә һәм уны төҙәтеү­селәр “командаһының” эше мине ысын мәғәнәһендә глобаль энциклопедия эсенә алып инеп китте, тип әйтә алам. Унда ни тиклем төпкәрәк инәһең – шул тиклем ҡыҙығыраҡ.

– Башҡорт Википедияһы башланғысында кемдәр тора һәм әүҙем эшләй?

– Башҡорт Википедияһы, мәғлүм булыуынса, 2005 йылдың 16 апре­лендә барлыҡҡа килә һәм унда иң беренсе Башҡортостан тигән мәҡә­ләне аноним ҡулланыусы яҙа. Һуңынан инде башҡа ҡулланыусы­лар инеп яҙыша, әммә улар даими түгел, ә ваҡыты-ваҡыты менән генә күренеп ала.  Шулай уҡ 2005 йыл һуңында Башҡорт Википедияһына Рөстәм Нурыев теркәлә һәм шунан алып бөгөнгәсә эшмәкәрлек алып бара. 2007 йылда бөгөн дә әүҙем булған Зөфәр Сәлихов өҫтәлә. Әлбиттә, ул ваҡытта әүҙем эшләп, бөгөн һирәк кенә инеп “хәл белеп” сығыусы ирекмәндәр ҙа бар һәм бөгөн беҙ уларға ла ифрат рәхмәтле, сөнки заманы өсөн улар, тап ошо башланғыс осорҙа ныҡлы нигеҙ һалып, нигеҙгә яйлап ҡына кирбес­тәр өйөп, Башҡорт Википедияһының бөгөнгөһөн барлыҡҡа килтергән. Дөрөҫөн әйткәндә, мин хатта уларҙың ысын исем-шәрифе кем икәнен дә әйтә алмайым, әммә никтары һәм викисканда яҙылып барған эш һөҙөмтәләре бар.

– Әлеге ваҡытта Башҡорт Википедияһына күпме мәғлүмәт тупланған? Уның мәғлүмәт­тәренән файҙаланыусылар күпме?

– Был һорауға яуап биреү бер аҙ ҡатмарлыраҡ, сөнки глобаль интернет-энциклопедия ул йәнле организм кеүек, йәғни минут, секунд һайын үҙгәреп тора, шуға күрә ундағы мәғлүмәттәр ҙә тиҙ үҙгәрә. Мәҫәлән, мин әлеге ваҡытта Башҡорт Википедияһында 59127 мәҡәлә бар тиһәм, гәзит уҡыусыға барып еткәнсе был һан бөтөнләй икенсе булыуы мөмкин. Шулай уҡ статистиканы ҡарап, бөгөн шунса кеше ингән, тиһәм, бер нисә көндән ул бөтөнләй икенсе буласаҡ. Бында бары тик шуны ғына ышаныслы итеп әйтергә була: Википедияның башҡортса бүлеген уҡыйҙар, ундағы мәғлүмәтте файҙаланалар, сөнки ҡарауҙар һәм инеүселәр һаны бигерәк тә студенттарҙың сессияһы мәлендә ныҡ арта. Шулай уҡ уҡытыусылар ҙа, башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәре өсөн дә Википедия – ҡулланыу өсөн уңайлы сығанаҡ, сөнки уны гаджеты булған һәр кем теләгән урында файҙалана ала, йәғни глобаль энциклопедия һәр саҡ беҙҙең менән, беҙҙең уста ғына йөрөй.

– Үҙегеҙ ниндәй йүнәлештәрҙә мәҡәләләр яҙыуға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?

– Википедия – ул Викимедиа проекттарының береһе генә. Шуға был глобаль эшмәкәрлекте бары тик Википедия һәм мәҡәләләр яҙыу йәки тәржемә итеү тип кенә ҡарау дөрөҫ тә түгел. Унда һәр кем, хатта программистар ҙа, фотографтар ҙа, яҙыусылар ҙа, журналистар ҙа, спортсылар ҙа, сәйәсмәндәр ҙә күңеленә хуш килгән йүнәлеште таба ала. Был турала, әлбиттә, һәр өлкәгә ентекле туҡталып, аңлатырға кәрәк. Берәй ваҡыт һәр кем Википедияла үҙ урынын табыр һәм үҙ өлөшөн индерер, тип өмөтләнәм. Ә инде һорауығыҙға аныҡ яуап көтһәгеҙ, бәлки, бер аҙ аптыратырмын: викимедиа проекттарының техник яғы мине нығыраҡ ҡыҙыҡһын­дыра.

– Белеүебеҙсә, Википедиялағы мәҡәләләрҙәге мәғлүмәт ваҡиға­лар ағышына ярашлы яңырты­лып тора. Был эште кем алып бара?

– Шулай уҡ белеүебеҙсә, Википедияла теләге булған һәр кем теркәлеү үтеп йәки теркәлмәйенсә яҙыша ала, шуға күрә төҙәтеүҙәрҙе һәр кем индерергә мөмкин, әммә улар зыян килтермәҫкә тейеш. Әгәр теләһә ниндәй мәҡәләнең тарихына инеп ҡараһағыҙ, унда бер генә ник түгел, ә бер нисәне күрергә мөмкин, сөнки Википедия – ул ирекле энциклопедия һәм унда мәҡәләне йәки төҙәтеүҙе яҙҙырып ҡуйыу менән һеҙ ул мәҡәләгә хужа ла, эйә лә түгел, ул дөйөм милеккә күсә һәм уны башлап яҙыусы йәки тәржемә итеүсенән рөхсәт һорамайынса теләгән кеше төҙәтә, шул уҡ ваҡытта кемдер төҙәтеү менән килешмәгән осраҡта, төҙәтеүҙе кире ҡайтара (откат) ала. Әммә бер мәл бар –  ул да булһа Википедияның Баш бите. Ундағы үҙгәртеүҙәрҙе бары тик хакимдар (администраторҙар) ғына эшләй ала. 

– Википедиялағы мәғлүмәт­тәр­ҙең дөрөҫлөгө өсөн кем яуап­лы?

– Урынлы һорау, сөнки һәр кем төҙәтә ала, тинек бит инде. Википедия абсолют дөрөҫлөккә дәғүә итмәй, шул уҡ ваҡытта мәҡәләләр­ҙең дөрөҫлөгөнә гарантия ла бирмәй. Ғөмүмән, Википедия – ул икенсел сығанаҡ, йәғни ҡайҙалыр, ниндәйҙер абруйлы сығанаҡтарҙа баҫылған мәғлүмәтте глобаль энциклопедияға туплау майҙансығы, йәғни ул хәҡиҡәт эҙләү йәки хәҡиҡәт даулау урыны түгел, ә ниндәйҙер темаға ҡағылышлы барлыҡ мәғлү­мәт­те йыйыу һәм беренсел сығанаҡҡа һылтанмалар биреү платформаһы.

Бер ваҡыт студенттарҙан шундай һорау булды: әгәр курс эшен Википедияға нигеҙләнеп яҙһаҡ, уны етәксебеҙ ҡабул итмәй. Был уҡытыусыға ни бары “Афарин!” тиергә кәрәк. Википедия абруйлы сығанаҡ була алмай, әммә ундағы һәр мәҡәлә һуңында ҡуйылған һылтанмалар, иҫкәрмәләр, әҙәбиәт – улар абруйлы һәм беренсел сығанаҡ. Ниндәйҙер фәнни эш менән шөғөлләнгән студенттар, уҡыусылар һәм башҡалар тап ошо сығанаҡтар менән эшләргә тейеш тә инде.

Икенсе яҡтан, бында уйланырға урын бар, сөнки “кем мәғлүмәткә идара итә, шул донъяға ла идара итә” тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Бөгөн беҙҙең һәр тармаҡ буйынса белгестәр, эксперттарҙың электрон йәки һанлаштырылған хеҙмәттәре юҡ икән, тимәк, кәрәк урында, мәҫәлән, тарихи, милли мәсьәләләр буйынса, ҡиммәтле һәм кәрәкле мәғлүмәтте өҫтәп ҡуя алмайбыҙ. 

– Башҡорт Википедияһы баш­ҡорт телен донъя кимәлендә таратыуға тос өлөш индерә. Һеҙ был йүнәлештә тағы ла әүҙем булыу өсөн ниндәй эштәрҙе атҡарыу, иғтибар талап ителә тип уйлайһығыҙ? Был йәһәттән ниндәй ярҙам кәрәк?

– Алда әйткән фекеремде генә дауам итер инем: барлыҡ тармаҡтар һәм өлкәләр буйынса ирекмән­дәрҙең Википедияға ылығыуы, ул ғына ла түгел, рәсми власть органдарының үҙ эшмәкәрлегендә викимедиа проекттарын ҡулланыуы. Шәхсән үҙем Википедияға яңы килеүселәргә һәр саҡ – көн һайын биш хәреф хатаһын төҙәтегеҙ, тип тылҡыйым. Биш хата төҙәтеү ул тиклем ауыр ҙа түгел, ваҡытты ла күп алмай, әммә ошо төҙәтелгән биш хата киләсәктә ҙур эштәр атҡарырға этәргес булыуы ихтимал.

Власть органдары тигәндә, мәҫә­лән, һәр районда мәғлүмәт-аналитика үҙәктәре бар. Википедияға инеп ҡараһаҡ, райондар, шул район ауылдары, билдәле шәхестәре һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт бик наҡыҫ һәм яңыртылмаған. Уларҙы кем яҙырға, эшләргә тейеш? Әгәр урындарҙа ошо эш менән шөғөлләнә башлаһалар, был ҙур ярҙам булыр ине, йәғни беҙҙә төрлө үҙенсәлекле саралар йыш үтә, уларҙың ҡайһы берҙәре хатта бренд булып та киткән. Ә улар тураһында Википедияла, башҡа проекттарҙа мәғлүмәт бармы, сараларҙан фотолар Викимилеккә һалынғанмы? Күп осраҡта шундай һорауҙарға: “Гәзиттә сыҡты бит, сайтта бар”, – тигән яуап ишетелә. Республика гәзит-журналдарының электрон pdf варианттарын ҡабат-ҡабат ҡарау өсөн уларҙы һатып алырға кәрәк, икенсенән, улар ирекле лицензияла түгел, шуға фотоларҙы, һүрәттәрҙе Викимилеккә алып булмай һәм бер нисә йылдан йәки сайттың адресы үҙгәргәс, улар юғала. Ә Википедияла яҙылған, википроекттарға индерел­гән бер генә мәғлүмәт тә юғалмай.

Бында мин Әрмәнстан википе­дис­тарының миҫалын килтерер инем: улар заманында дәүләт кимәлендә “Бер әрмәнгә – бер мәҡәлә” тигән саҡырыу ташлай һәм әрмән телендәге Википедияла яҙыша башлаусылар һаны бермә-бер арта. Бында инде һинең ниндәй вазифа биләүең мөһим түгел – һин ошо милләткә ҡарайһың икән, Википедияла бер мәҡәлә яҙырға тейешһең.  Беҙҙә лә һәр башҡорттан  бер мәҡәлә булһа, иң ҙур ярҙам, моғайын, шул булыр ине. Ә әлегә төп көстө беҙҙең бар донъяға билдәле вики-өләсәйҙәр тәшкил итә һәм улар алға алып бара.

– Белеүебеҙсә, һәр кем Википедия ирекмәне була ала. Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк?

– Иң мөһиме – теләк булһын. 

– Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы, һеҙгә һәм Башҡорт Википедия­һын алып барған барлыҡ ирекмән­дәргә ошо изге эшегеҙ өсөн рәхмәт. Ижади уңыштар теләйбеҙ!

 

Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.

Читайте нас: