Башҡортостан
+16 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Ғинуар , 23:21

Сәхнәлә – Көнтүгеш башҡорттары

Тотош һынауҙарҙан торған ғүмер юлынан үтелде.

1859 йылғы рәүиз мәғлүмәттәре буйынса, Балтас районының Көнтүгеш ауылында 32 хужалыҡта – 278 башҡорт, 19 хужалыҡта – 113 мишәр, алты хужалыҡта 45 типтәр йәшәгән. Бындағы халыҡ үҙҙәренең Танып ырыуынан булыуын белә. 1920 йылда 202 хужалыҡта 1046 кеше йәшәгәнлеге хаҡында документтар бар. Улар үҙҙәрен башҡорт һәм типтәр тип яҙҙыртҡан.

Һәр дәүерҙең үҙ геройҙары бар. Бөгөн һүҙем Көнтүгеш ауылының данлыҡлы улдары, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары Фазылбәк Хәйҙәршин, Рәфҡәт Лоҡманов һәм Муллайән Хәйруллиндар тура­һында. Утты-һыуҙы кискән яугирҙәр ирҙәрсә дуҫлыҡтың ҡәҙерен, ҡиммәтен белгән шәхестәр ине. Ауылдың зыялылары, донъяға ҡараштары, ынтылыштары тура килгән, халыҡ фекерҙәре менән бер-береһен тулыландырып йәшә­гән оҫта гармунсы-уҡытыусылар тураһында яҡты иҫтәлек әле лә халыҡ хәтерендә.

Үткән быуаттың 80-се йылдары. Улар мәғариф өлкәһендә үҙ вазифаларын теүәл үтәп кенә ҡалманы, ә ауыл, район кимәлендә уҙған матур байрамдарҙың йөҙөк ҡашы ла булды. Хәрби кейемдә, орден-миҙалдарын тағып, иҫ киткес оло дәрт һәм илһам менән тамашасы мөхәббәтен яуланы уҙамандар.

Фазылбәк ағай үтә лә шуҡ, шаян мәҙәктәр һөйләп, иптәштәрен көлдөрөп, сәхнәгә сығырға әҙер­ләнә. Ижади фекере, төрлө ме­лизмдарҙы күрә-ишетә белеүе менән әллә ҡайҙан айырылып торҙо. Йәшлектә урамдарҙы яңғы­ратҡан башҡорт халҡының моңло көйҙәрен өҙҙөрөп, алҡыштарға лайыҡ булалар. “Ауыл көйө”, “Тәфтиләү”, “Уйыл”, “Уралым”, “Күбәләк” кеүек халыҡ йырҙарын үҙҙәренең репертуарына алалар. Уларҙың сығыштарында халыҡсан­лыҡ өҫтөнлөк итә ине. Заман менән бергә атлаған уҙамандарҙың һәр сығышы мауыҡтырғыс, байыраҡ була барҙы. Ҡайһы мәлдә өлкән йәштәге уҡытыусы, тыл ветераны Вакифа апайҙы ла үҙҙәре менән алып киләләр ине.

Ул йылдарҙа, ғөмүмән, республика мәҙәниәте тальян моңо менән йәшәне. КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының идеология буйынса секретары Т.И. Ахунйәнов тәҡдиме менән республика күләмендәге “Тальян гармун” байрамы йыл да үткәрелеп килде. Баш идеолог Таһир Исмәғил улының үҙенең гармунсы булыуы ла йоғонто яһағандыр. Беҙҙең район данын яҡлау Көнтүгеш гармунсыларына һәм Ҡомъяҙынан бер туған Асҡаровтар иңенә төшә ине.

Моң байрамын үткәреү йолаға әйләнде. Өфө ҡалаһының Ленин урамы оҫта гармунсылар менән тула. Тальян моңо баш ҡалабыҙҙы ялмап ала. Ҡатнашыусыларҙың күптәре – һуғыш ветерандары, төр­лө милләт вәкилдәренең күңелен аңлап, мул тормошта йәшәгән оло быуын кешеләре. Был тамашаны үҙең күрһәң генә, уның әһәмиәтен, тәрбиәүи көсөн аңлайһың. Байрамда алған тәьҫораттарын ихлас һөйләйҙәр ине. Гармунсы-йырсы исемен йөрөтөү – ғорурлыҡ, дәрәжә генә түгел, шул уҡ ваҡытта ҙур яуаплылыҡ та.

Сәхнәлә осраҡлы кешеләр булмай. Ғәҙәттә, бында ғүмерлеккә киләләр. Ихтыярһыҙҙан күңелгә Муллайән ағайҙың һүҙҙәре иҫкә төшә: “Сәхнәнән китмәбеҙ инде, беҙ унан башҡа йәшәй алмайбыҙ. Тотош һынауҙарҙан ғына торған ғүмер юлынан үтелде. Тәҡдиргә рәхмәтле булып, моң даръяһында йәшәргә ине әле!”

Беҙҙең менән улар булмаһа, райондың мәҙәниәт тарихы ла мөлдөрәмә тулы, асыҡ, йылы була алмаҫ ине. Улар халыҡҡа яҡын, кәрәкле булды. Йылдар дауамында тормош та, сәйәсәт тә үҙгәрҙе. Быуындар алмашынды. Хәҙер инде бүтән йырҙар йырлана, башҡа ритмдағы көйҙәр уйнала. Сәхнәгә йәштәр килде. Йәнгә рухи асҡыс эҙләү дауам итә.

 

Хәнис ХӘЗИМОВ.

Балтас районы.

Читайте нас в