

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың йомғаҡлау өлөшө ойошторолдо.
Башҡорт дәүләт университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Илшат Янбаевтың уҡыусы балаларҙың үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтеүгә өлгәшеүенә шатлығы сикһеҙ.
– Элек олимпиада һорауҙары телгә һәм әҙәбиәткә бүленеп үткәрелһә, хәҙер иһә бер ни тиклем үҙгәрҙе, – ти Илшат Камил улы. – Башҡорт теле, башҡорт әҙәбиәте һәм башҡорт мәҙәниәте буйынса һорауҙарҙың булыуы шуға асыҡ миҫал. Беҙгә ҡыҙ һәм егеттәрҙең ниндәй белемгә эйә булыуҙарын аңлау һәм баһалау бик мөһим ине. Уҡыусыларҙың тәрән белеменә һөйөндөк, тимәк, уҡытыусылар улар менән эшләй.
Илшат Янбаев билдәләүенсә, республикабыҙҙа мәғариф өлкәһендә дөрөҫ сәйәсәт алып барыла.
Телһөйәр ҙә, илһөйәр ҙә булғаны өсөн баһалама ағзалары Силәбе өлкәһенән ҡатнашҡан Радик Кирәев менән Айлина Шәйхетдинованы айырым ҡотланы.
Беренсе программа линияһы буйынса Сәлимә Яҡупова (М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы), Ғәлиә Шәрипова (Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты), Камила Ҡыуатова (Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы) еңеүсе тип танылды.
Ә икенсе программа линияһы буйынса Лиана Ҡарабаева (Өфө ҡалаһының 162-се күп профилле полилингваль “Смарт” мәктәбе), Дания Ғәзизова (Өфө районының Шамонин мәктәбе), Светлана Килмөхәмәтова (Т. Күсемов исемендәге гимназия) алдынғы булды.
Өсөнсө программа линияһы буйынса еңеүселәр түбәндәгеләр – Камила Шәйхетдинова (Баҡалы ауылының 1-се мәктәбе), Эльвира Сәйетғәлиева (Борай ауылының 2-се мәктәбе), Рина Хәсәнова (Өфө ҡалаһының 160-сы лицейы).
Фото: eng.ufacity.info