Башҡорт донъяһы
18 Ғинуар 2022, 17:30

Рәми Ғариповҡа арналған флешмоб бара

Флешмоб 12 ғинуарҙа башланды.

Рәми Ғариповҡа арналған флешмоб бараРәми Ғариповҡа арналған флешмоб бара
Рәми Ғариповҡа арналған флешмоб бара

Салауат районында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан флешмобҡа старт бирелде.

Флешмобтың маҡсаты – Рәсәй һәм Башҡортостан кешеләрен Рәми Ғариповтың ижадына ылыҡтырыу, туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү уятыу.

Флешмоб 12 ғинуарҙа башланды һәм 12 февралдә тамамлана. Конкруста теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғарипов 1932 йылда Салауат районының Арҡауыл ауылында тыуып үҫкән. Мәскәүҙә Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған. Рәми Йәғәфәр улы “Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт бүлегендә эшләгән. Шағирҙың һәр әҫәрен халыҡ яратып ҡабул итә.

Фото: bashkizi.ru.  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас