

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылы тамамланды. Беҙҙең “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге өсөн ул ниндәй ваҡиғалар менән билдәләнде? Үҙәктә башҡорт халҡының мәҙәни байлығын төрлө яҡлап күрһәтеүгә йүнәлтелгән ҙур саралар, халыҡ-ара кимәлдәге осрашыуҙар йыш үтә, йәғни башҡорт халҡын Рәсәйгә генә түгел, сит ил вәкилдәренә лә танытып торабыҙ.
Тарихтың тәрәнлеген күрһәтәбеҙ
Былтыр май айында Сәйетбабаға Польшанан һәм Рәсәйҙәге поляк милли үҙәктәренән ҡунаҡтар килде. Июндә иһә ОБСЕ комиссары Ҡайрат Абдрахманов алдында сығыш яһаныҡ, башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен сағылдырған бай күргәҙмә тәҡдим иттек.
Башҡортостанда үткән Бөтә донъя фольклориадаһында ла сәйетбабалар ихлас ҡатнашты. Ун көн эсендә ҡырмыҫҡалылар менән берлектә оркестр ойоштора һалып, бейеү ансамблдәрен йәнле көйгә бейеттек. Бында Илһам Байбулдинға ҙур көс төштө. Башҡортостандың атҡаҙанған коллективы “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле ағзалары оркестрға ҡурай, баян, дөңгөр, таштояҡ, ҡумыҙ, быҙыбыт менән ҡушылды. Илһам Ханнан улы Ҡырғыҙстанда үткән “Рәсәй мәҙәниәте көндәре”ндә лә илебеҙ делегацияһы составында музыка белгесе, төрлө инструменттарҙа уйнаған оҫта булараҡ ҡатнашты. Августа Германияла уҙған “Башҡортостан – баллы ил” халыҡ-ара фестивалендә лә үҙәк белгестәре һәм әүҙемселәре ситтән тороп ҡатнашты, йәғни беҙҙә башҡорт халҡының музыка ҡоралдары, милли кейемдәре, биҙәүестәре, һөнәрселек алымдары тураһында видеофильмдар төшөрөлдө.
Сентябрҙә Һамар ҡалаһына Халыҡтар дуҫлығы паркын асыуға барып ҡайттыҡ. Был паркта 20 милләттең тормош-көнкүрешен сағылдырған 20 йорт-ихата урынлашҡан, беҙ Һамар башҡорттарын күтәрмәләнек. Өлкә губернаторы Ю. Азаров, ҡаланың почетлы гражданы Ростислав Хугаев, президент хакимиәте етәксеһе Магомедсалам Магомедов кеүек абруйлы ҡунаҡтар, был йортҡа инеп, ҡымыҙ-бауырһаҡтан ауыҙ итеп, башҡорт халҡының тарихы һәм йолалары менән танышты.
Шулай уҡ “Ата-бабалар ауазы” проектына ҡушылып, Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡалаһы һәм районында, Арти, Ачит райондарында, Һамар өлкәһенең Похвистнево районында замандаштарыбыҙ менән осрашып, уларға милли мәҙәниәтебеҙ хаҡында һөйләп, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеп, күңелдәренә ойотҡо һалып ҡайттыҡ.
Рәсәй Президенты В.В. Путин тарафынан ҡул ҡуйылған “Сәйәхәт кенә түгел” тип аталған проект әүҙем йәштәрҙе киң илебеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатын ҡуя. Ошо матур башланғысҡа ҡушылып, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән студенттарҙы “Урал батыр” эпосынан башлап мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ менән таныштырабыҙ. Йәштәр бик ҡыҙыҡһынып ҡабул итә, айырыуса милли кейемдәге фотосессияны, ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресен оҡшаталар. Бындай саралар ваҡытында башҡорт балы һәм умартасылыҡ, милли ризыҡтар, ауыҙ-тел ижады һәм фольклор, яусыллыҡ һәм башҡорт аты, дин һәм әүлиәләр, йәғни башҡорт мәҙәниәтенең йыр-бейеүҙән генә тормауын, ә меңәр йыллыҡ тәрән тарихы булыуын тәҡрарлайбыҙ. “Урал батыр” эпосына таянып, мәҙәниәтебеҙҙең һәм тарихыбыҙҙың боронғолоғон, тәрәнлеген һәм юғарылығын күрһәтергә тырышабыҙ.
Ихлас уртаҡлашабыҙ
Байтаҡ йылдар эшләп килгән тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла яңы һулыш кисерҙе. Ремонт эшләп, экспозицияларҙы яңыртҡас, тиҫтәнән ашыу туристар төркөмөн ҡабул иттек. Төрлө мәктәптәрҙән балалар күп килде. Өфөнән “Китап” нәшриәте, Өфө туризм үҙәге хеҙмәткәрҙәре, Благовар районынан фольклор ансамбле, Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатын тамамлаусылар, Рәсәй Фәндәр академияһынан бер төркөм ғалимдар – барыһы ла ауылыбыҙҙың үткәне аша башҡорт халҡының бай тарихын күҙаллай алды. Экспонаттар ҙа өҫтәлә бара, уларға бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә арта. Мәҫәлән, байтаҡ йылдар ятҡан аҫҡы яңаҡ һөйәгенең ниндәй йәнлектеке икәне билдәһеҙ ине. Өфөнән килгән белгестәр, уны фотоға төшөрөп, ғалимдар менән кәңәшләшкәс, шуны хәбәр итте: баҡтиһәң, был һөйәк бынан 12–14 мең йыл элек Ер йөҙөнән юғалған йөнтәҫ мөгөҙморондоҡо булып сыҡты.
Башҡорт милли кейеме белгесе, технология фәндәре кандидаты, ғалимә Айгөл Камалиева, Сәйетбаба ауылына экспедиция менән килгәнендә, музейҙа һаҡланған бер алъяпҡыстың боронғо тамбур сигеүе ҡағиҙәләренә ярашлы эшләнгәнлеген асыҡланы. Бығаса был техника Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышына ғына хас тигән фекер йәшәй ине. Быйыл, ғөмүмән, Кесе Табын ырыуының кейем-биҙәүескә бәйле тарихында һынылыш йылы булды, тип әйтергә лә мөмкин, сөнки күп йылдар эҙләнеү, ентекле анализ һәм боронғо өлгөләр табылыу һөҙөмтәһендә түш биҙәүесе – һаҡалдың формаһы, дәүмәле, биҙәү үҙенсәлектәре асыҡланды. Улай ғына ла түгел, ысынға ярашлы материалдар менән тергеҙелде. Бынан тыш, этнограф Руденко китабында яҙып ҡалдырылған башҡа биҙәүестәр ҙә формалашты (мәҫәлән, теркәмә һырға, тәңкәле муйынса). Тағы байтаҡ мәғлүмәт табылды, киләсәктә лә тергеҙәһе әйберҙәр бар әле. Быларҙы киң йәмәғәтселек һәм ҡыҙыҡһыныусылар менән ихлас уртаҡлашабыҙ.
Райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн төбәгебеҙҙәге кейем һәм биҙәүестәр буйынса семинар ойошторҙоҡ, оҫталыҡ дәрестәрен иһә даими рәүештә үткәреп торабыҙ. Тарихи-мәҙәни үҙәктә тикшеренеү эштәре – ғөмүмән, мөһим йүнәлеш. Беҙгә тиклем үҙәктә эшләгән белгестәрҙең тырышлығы менән йыйылған бай мәғлүмәттәрҙе ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, рәхмәтле булып ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, Йөҙимән, Ҡолҡан ауылдарынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәрҙең исемдәрен мәңгеләштерергә тигән теләк менән яныусылар килеп, яугир ауылдаштарының исемлектәрен һорап алды. Тыл ветерандары менән дә ҡыҙыҡһыналар. Шуға бәйле Сәйетбаба ауылы советы биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан сыҡҡан ветерандар хаҡында хәтирәләр, әгәр булһа, уларҙан ҡалған яҙмалар нигеҙендә китап сығарырға тигән уй тыуҙы. Тағы ла беҙҙең төбәктә ижад ителгән ауыҙ-тел өлгөләрен, легенда-риүәйәттәрҙе, көләмәс-лаҡаптарҙы бер йыйынтыҡҡа туплау теләге лә бар. Шәжәрәһен, нәҫел ебен барлаусыларға ла мөмкин булғанса ярҙам итергә әҙербеҙ. Быйыл Шәжәрә байрамы уҙғарыу теләгебеҙ ҙә бар.
Улар – иғтибар үҙәгендә
Төбәгебеҙҙең данын күтәргән шәхестәр яҙмышы ла – иғтибар үҙәгендә. Мәжит Ғафуриҙың, шағир, прозаик һәм драматург булыуҙан тыш, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосын художестволы эшкәртеп, баҫмаға сығарыуын иҫәпкә алып, уны фольклорсы, эҙләнеүсе итеп танып, тыуған көнөн Еҙем-Ҡаранда билдәләнек. Ғүмер ебе иртә өҙөлгән фольклорсы ғалимәбеҙ Гөлнар Юлдыбаеваны Рәсәй Фәндәр академияһынан коллегалары менән берлектә Хәтер кисәһендә иҫкә алдыҡ. Халыҡ-ара төркиәт академияһы академигы, филология фәндәре докторы Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафиндың 75 йәшлек юбилейын үҙенсәлекле билдәләнек: Ғафури районы сәсәндәр мәктәбе менән берлектә “Данлы шәхес” тип аталған шиғри конкурс иғлан иттек. Унда республикабыҙҙан һәм сит өлкәләрҙән башҡорт телендә яҙышҡан үҙешмәкәрҙәр, сәсәндәрҙән 25 кеше ҡатнашты. Уларҙың ижад емештәрен, мәдхиәләрен бүләк булараҡ юбилярҙың үҙенә тапшырҙыҡ.
Беренсе башҡорт профессоры, башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалған данлыҡлы яҡташыбыҙ Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 110 йыл тулыуҙы Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы булдырылған Башҡорт теле көнө айҡанлы иғлан ителгән “Ете аҙым” марафонына ярашлы билдәләнек. “Данлы юлдар үткән уҙаман” тигән түңәрәк өҫтәл дә юғары кимәлдә үтте. Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Халыҡ-ара төркиәт академигы, профессор Ғиниәтулла Ҡунафин, фән докторы, профессор Юлай Псәнчин, БР Милли архивы директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимов, Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Зөләйха Хәбибуллина, Табын ырыуы башҡарма комитеты идараһы рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙин, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, райсовет рәйесе Фаил Зәйнетдинов һәм башҡалар башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалған беренсе башҡорт профессоры Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тормошо һәм ижады хаҡында бай мәғлүмәттәр менән сығыш яһаны. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларға Рәсәй Дәүләт Думаһының милләт-ара мөнәсәбәттәр комитеты рәйесе Г.Ю. Семигиндың тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Ҡыҫҡаһы, ҡоролтай тарафынан иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылы “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге тарихында иҫтәлекле һәм әһәмиәтле ваҡиғалар уртаһында ҡайнау менән иҫтә ҡалды. Яңы йылға ла яңы дәрт, ҙур маҡсаттар һәм аныҡ бурыстар менән аяҡ баҫтыҡ.
Рәйлә САБИТОВА,
“Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы.