Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
27 Ғинуар 2022, 13:45

Бөгөн – башҡорт батырҙары көнө!

"Батыр егет - ил күрке" тип әйтелә башҡорт халыҡ мәҡәлендә. Алдар, Муса Мортазин, Әмин һәм Сураш батырҙар тураһында бәйән ителәсәк. "Ҡараһаҡал", "Саптар юрға", "Күк юрға", "Кәкүккәй", "Ете егет" йырҙары хаҡында мәғлүмәт ишетерһегеҙ.

Бөгөн – башҡорт батырҙары көнө!
Бөгөн – башҡорт батырҙары көнө!

27 ғинуарҙа республиканың «Ашҡаҙар» радиоһында башҡорт батырҙары көнө билдәләнә.

«Урал батыр» эпосында шундай юлдар бар:
« Ил батыры — батырҙан,
Батыр ирҙән тыуыр ул
Ил эсендә үҫер ул!»

Башҡортостан тигән төбәктә үҫеп, илдә билдәлелек яулаған батырҙарҙың тормошо менән ҡыҙыҡһыныусы тыңлаусыларыбыҙ көн дауамында тәрән йөкмәткеле тапшырыуҙар менән таныша ала.

«Батыр егет - ил күрке» тип әйтелә башҡорт халыҡ мәҡәлендә. “Яҙмыштарҙа – ил тарихы” рубрикаһында Ил күрке булған батырҙар Алдар, Муса Мортазин, Әмин һәм Сураш тураһында бәйән ителәсәк.

“Халыҡ йыры халыҡҡа” тапшырыуында "Ҡараһаҡал", "Саптар юрға", "Күк юрға", "Кәкүккәй", "Ете егет" йырҙары хаҡында мәғлүмәт ишетерһегеҙ. “Радио фонды”нан “Тулҡын” программаһында Ғаззали батыр хаҡында тапшырыу тыңлағыҙ.

Муса Гәрәевтең “Штурмовиктар һөжүмгә бара” исемле әҫәре, Яныбай Хамматовтың “Шайморатов генерал” радиоспектакле лә тыңлаусыларыбыҙҙы битараф ҡалдырмаҫ.

«Беҙҙең донъя» тапшырыуында танылған журналист Зөмәйрә Сафина филология фәндәре докторы Мирас Иҙелбаев менән башҡорт геройҙары тураһында әңгәмә ҡора.

Радио хеҙмәткәрҙәренә һорау, теләк-тәҡдимдәрен еткерергә теләүселәр 8 (347) 246-14-81 телефонына шылтырата ала. «Ашҡаҙар» тулҡындарында бергә йөҙәйек!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас