Башҡорт донъяһы
28 Ғинуар 2022, 14:00

Сәсән тыуған ерҙә рух көслө

"Тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең асыштары этнографик экспедициялар һәм тулы фәнни тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн нигеҙ булып тора".

Сәсән тыуған ерҙә рух көслөСәсән тыуған ерҙә рух көслө
Сәсән тыуған ерҙә рух көслө

Башҡорт сәсәне Фәррәх Дәүләтшиндең тыуған ерендә - Дүртөйлөлә - тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар һәм этник кейем, көнкүреш реконструкторҙары ҡатнашлығында “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары тарихы һәм мәҙәниәте” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” булды.

Башҡортостандың Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе Марат Зөлҡәрнәев тарихты һәм этнографияны өйрәнеүгә ошо өлкәләге белгестәрҙең тос өлөш индереүен билдәләне.

– Музей экспонаттарының күбеһе – тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең эҙләнеүҙәре емеше. Асыштарығыҙ этнографик экспедицияларҙы һәм тулы фәнни тикшеренеүҙәрҙе планлаштырыу өсөн нигеҙ булып тора. Мөһим хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем, – тине ул.

Тарихсы һәм публицист Салауат Хәмиҙуллин башҡорт йәмғиәтенең сәйәси ҡоролошондағы үҙенсәлектәргә иғтибарҙы йүнәлтте. Ә Башҡорт дәүләт университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов башҡорт теленең һәм уның диалекттарының, һөйләштәренең барлыҡҡа килеүе, үҫеүе тураһында һөйләне.

– Хәҙерге башҡорт халҡы бер нисә быуат дауамында формалашҡан. Яңы ҡәбиләләр ҡушылған, күпселеген төрки ҡәбиләләр тәшкил иткән һәм улар үҙ һөйләштәрен индергән. Башҡорт ырыуҙарының тығыҙ аралашыуы барышында был һөйләштәр бергә ҡушылып киткән, һөҙөмтәлә башҡорт теленең хәҙерге диалекттары барлыҡҡа килгән тип әйтергә мөмкин. Ни бары ике һөйләш кенә ырыу берҙәйлеген һаҡлап ҡалған – ике быуат элек төп башҡорт ырыуҙарынан айырылған ғәйнәләр һәм монгол сығышлы һалйоттар. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалекты аныҡ сиктәргә эйә. Ул ХХ быуаттағы бер нисә экспедиция барышында билдәләнгән, – тине Искәндәр Рәсүл улы.

“Тамға” студияһы етәксеһе Зөлфиә Краснова төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының кейем-һалымы менән таныштырҙы. Ул “Тамға” республика конкурсына студия тәҡдим иткән милли кейемдәрҙең тарихына арналған тикшеренеүҙәр тураһында һөйләне.

– Милли үҙенсәлектәр кейем-һалымда ла, интерьер биҙәлешендә лә сағыла. Һауаны үткәргән еңел туҡымаларҙан тегелгән күлдәктәр бөгөн бик көнүҙәк, ә сағыу геометрик биҙәктәр заман һулышына ла тап килә, – тине Зөлфиә Краснова.

Илеш районындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гүзәл Нуриева туған телдәргә һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән тәҡдимдәрен белдерҙе.

– Йәш быуындың туған телгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу өсөн шиғырҙар, йәш сәсәндәр конкурсын ойошторорға мөмкин. Беҙҙең тарихи-мәҙәни үҙәк бындай саралар үткәрҙе, һәм уны республика кимәленә сығарыу өсөн материалдар менән тәьмин итергә әҙербеҙ, – тине Гүзәл Рәсим ҡыҙы.

Нефтекама ҡалаһынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Рөстәм Әлетдинов иһә “Рәүиз яҙмалары һәм фольклор буйынса ауыл тарихын өйрәнеү” тигән темаға сығыш яһаны. Ул Имән ауыл тарихын телгә алып үтте.

Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Ғәйнетдинов “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларға төньяҡ-көнбайыш башҡорттары араһындағы ҡурайсылар һәм ҡурай традициялары тураһында һөйләне. Башҡортостан Милли архивының генеология, күргәҙмә һәм нәшриәт эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы Зөфәр Ғәтиәтуллин 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттарҙың ҡатнашыуы тураһындағы документтар менән таныштырҙы. Ул ошо өлкәләге тикшеренеүҙәргә ентекле туҡталды.

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының этник берҙәйлегендәге заманса тенденциялар тураһында “Шәжәрә” коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһы директоры урынбаҫары Илгиз Солтанморатов һөйләне. Атап әйткәндә, ул “икеләтә берҙәйлек” төшөнсәһенә һәм социология күҙлегенән хәлде анализлауға туҡталды.

Фидан Мәрүәров ҡырғыҙ ырыуы шәжәрәһе менән таныштырҙы.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас