Башҡортостандың Милли архивында һаҡланған тарихи документтарҙы эҙләп табыу, өйрәнеү, ентекле анализлау һөҙөмтәһендә беҙгә билдәле шағир, телсе, фольклорсы ғалим, драматург, башҡорт телендә ижад иткән тәүге балалар яҙыусыһы, Башҡортостанда матбуғат һәм белем биреүҙе ойошторған, “Рәсүлиә”, “Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә уҡыған күренекле дин эшмәкәре, мөғәллим Хәбибулла Ғәбитовтың биографияһына мөһим төҙәтеүҙәр һәм өҫтәмәләр индерергә мөмкинлек бирҙе.
Рәүиз яҙмаларындағы мәғлүмәттәр
Күренекле башҡорт уҙаманы Х. Ғәбитовтың тормош юлы, беренсе ҡарашҡа, яҡшы ғына өйрәнелгән кеүек, әммә уның биографияһына, ғүмер юлына, эшмәкәрлегенә арналған төрлө баҫмаларҙа, тикшеренеү эштәрендә ошо оло шәхесебеҙҙең ҡасан, ҡайһы төбәктә донъяға килеүе, ата-әсәһенең, ата-бабаларының кем булыуы тураһындағы фекерҙәрҙә ҡайһы бер айырмалыҡтар йәшәп килә, күҙгә ташланырҙай хата ҡараштар ҙа бар.
Беренсенән, Х. Ғәбитовтың тыуған ауылы тип иҫәпләнгән Ғәбделкәримде (Әбделкәрим) ҡайһы бер авторҙар – 1-се Бөрйән улысына, икенселәре Таналыҡ улысына индерә. Икенсе мәсьәлә – баҫмаларҙа Хәбибулланың атаһының исеме лә бер нисә вариантта бирелә: Әбделҡадир, Әбделҡаир, Ғәбделҡаһир. Әсәһенең исеме бөтөнләй күрһәтелмәй тиерлек. Өсөнсө мөһим проблема – Х. Ғәбитовтың тыуған йылын, көнөн билдәләү мәсьәләһе – күпселек авторҙар уны 1886 йылдың май айында тыуған тип бара.
Шулай уҡ күптән түгел фәнни әҙәбиәттә Хәбибулла Ғәбитов Ғәбделкәримдә түгел, ә бөтөнләй икенсе яҡта – Орск өйәҙенең Павловское казактар ҡасабаһында тыуған тигән фекер ҙә күренде.
Беренсе мәсьәлә буйынса, Рәсәй һәм БР Милли архивтарында һаҡланған XVIII-XIX быуаттарҙа үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу – 1795, 1816, 1859 рәүиз материалдары буйынса, Х. Ғәбитовтың тыуған ауылы – Ғәбделкәрим, Түңгәүер ырыуы башҡорттарының бик боронғо ауылдарының береһе. Шағир тыуған осорҙа ла, унан күпкә алда ла һәр ваҡыт Ырымбур (аҙағыраҡ – Орск) өйәҙенә ҡараған Түңгәүер улысында булған. Бөрйән йә иһә Таналыҡ улыстарының был ауылға бер ниндәй ҙә ҡатнашлығы юҡ. Быны беҙҙең тарафтан төҙөлгән Ғәбитовтар шәжәрәһе, Түңгәүер тархандарына бағышланған эштәребеҙҙә килтерелгән тарихи-документаль мәғлүмәттәребеҙ ҙә иҫбатлай.
Х. Ғәбитовтың шәжәрә тамыры Түңгәүер башҡорттарының затлы бейҙәр, тархандар, старшиналар, уҡымышлы указлы муллалар тоҡомона барып тоташа: Ҡуңғрат бей – Түңгәүер бей – Хаҡҡолай, Иламан – Күстәнә- Йәнбараҡ – Иҫәнъюл тархан – Аҡсыуаш тархан – Ураҙғол тархан – Һабыр тархан, старшина – Ярашбай – Ғәбит мулла – Әбделъяппар – Ғәбделҡаһир – Хәбибулла мулла (ҡатыны – Мәһәрбаныу, билдәле ахун, мөдәррис Әбүбәкер Хөсәйеновтың ҡыҙы; уларҙың балалары – Салауат, Азамат һәм Ләлә, Баҙыян).
Ураҙғол Аҡсыуашев тархандың, уның улының (Һабырҙың) тарханлыҡ хоҡуҡтарының ҡайтанан раҫланыуы 1735 йылдың 8 февралендәге батша Указы тарафынан билдәләнә.
Икенсе мәсьәләне хәл итеүгә килгәндә, түбәндәгеләрҙе әйтергә кәрәк: 1859 йылдың 1 апрелендә төҙөлгән рәүиз яҙмаһында һәм 1884, 1890 йылдарҙағы Ғәбделкәрим ауылы мәсетендә төҙөлгән метрика китаптарында Хәбибулла Ғәбитовтың атаһының исеме – Ғәбделҡаһир тип билдәләнгән. Ғәбделҡаһир Әбделъяппар улы 1847 йылда донъяға килгән (әсәһе – Нәзипъямал Ишбирҙина), уның Әбделкәбир, Әбделәғләм, Мөхәммәтзариф исемле ағалары һәм Мөхәммәтфәруҡ исемле ҡустыһы менән Мөбинә исемле һеңлеһе лә булыуы теркәлгән. Документтан күренеүенсә, Х. Ғәбитовтың ҡарт ҡартатаһы Ғәбит Ярашбаев заманының уҡымышлы кешеһе булған, указлы мулла булып хеҙмәт иткән. Уның улы Сәфиулла һәм ейәне Хәйретдин Ғәбитовтар ҙа – указлы мулла һәм указлы мәзин.
Артабан өсөнсө мөһим проблема – Х. Ғәбитовтың тыуған йылын, көнөн билдәләү мәсьәләһе. Күпселек хеҙмәттәр уны – 1886 йылдың майында, бәғзеләр 1886 йылдың 1 йәки 5 майында, тип иҫәпләй, ләкин был турала, Х. Ғәбитовтың биографик яҙмаларынан тыш, тарихи сығанаҡҡа һылтанма килтерелмәй. Шуны ла әйтергә кәрәк, Х. Ғәбитов үҙенең автобиографик яҙмаларында тыуған йылын төрлөсә билдәләп киткән. Мәҫәлән, 1923 йылдың февралендә тултырған “Личный листок кандидата в члены РКП (б) Х. А.-К. Габитова” тигән документта уның тыуған йылы 1885 йыл тип яҙылған. Ә 1931 йылдың 24 июнендә “Личный листок номенклатурного работника Х. Габитова” тигән документта тыуған ваҡыты 1886 йылдың май айы тип күрһәтелгән. Етмәһә, был совет документтарында уның атаһының исеме А.- Кадырович һәм А.- Кагирович тип яҙылған.
Мотлаҡ ғәмәл булыр
Әйтергә кәрәк, Хәбибулла Ғәбитовтың автобиографик яҙмаларынан күренеүенсә, ул үҙенең тыуған йылын һәм көнөн бик үк яҡшы белмәүе, яҡынса ғына ихтималлауы күҙгә салына, быға уның, бик иртә үкһеҙ етем ҡалып, балалыҡ йылдары аҫрауҙа үтеүе сәбәпселер, тип уйларға урын бар.
XIX быуатта донъяға килгән теге йәки был кешенең тыуған ваҡытын теүәл билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуйғанда, архив материалдарындағы ғәрәп графикаһында төрки яҙмаһында төҙөлгән метрика китаптарын өйрәнеү күпселек осраҡта ҙур ярҙам булып тора. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байтаҡ ҡына йылдар буйынса метрика китаптары беҙҙең көндәргәсә һаҡланмаған, шулай уҡ уларҙың ҡайһылары сифатһыҙ, йыртылған, биттәре теүәл булмаған рәүештә һаҡланыу сәбәпле, яҙмаларҙы танып-уҡыу ныҡ ҡатмарлаша.
Беҙ тикшеренеү барышында Х. Ғәбитовтың тыуған урынын һәм ваҡытын теүәл асыҡлау ниәтенән Орск өйәҙе Түңгәүер улысы Ғәбделкәрим ауылының метрика китаптарын өйрәнеү маҡсатын ҡуйҙыҡ. Тәү башлап 1886 йылдың китабын табып уҡыныҡ, әммә шул йылда тыуған 13 ир-бала араһында Хәбибулла исеме табылманы. Тимәк, Х. Ғәбитов 1886 йылда донъяға килмәгән… Уның был йылдан һуңыраҡ тыуыу мөмкинлеген күҙаллап, 1888, 1889, 1890 йылдарҙағы метрика китаптары тикшерелде (1887 йылғы китап һаҡланмаған), тик Хәбибулла исеме быларҙа ла табылманы. Шулай ҙа өмөттө өҙмәй, иртәрәк тыуыуын да ихтималлап, 1885 йылғы китапты уҡыныҡ. Унда ла булмағас, бер аҙ аптырап, 1884 йылға тотондоҡ һәм, ниһайәт, эҙләгән исемде тап ошо йылда таптыҡ – Ғәбделкәрим ауылы мәсетенең указлы муллаһы, мөғәллим һәм имам-жәмиғ ҡулы менән яҙылған түбәндәге яҙманы уҡый алдыҡ: “№10. Ир уғлан. Хәбибуллаһ. [1884 йылдың] 25 октябре көнө [тыуҙы]. Атаһы – Ғәбделҡаһир. Әсәһе – Сәхибә. Ғәбделкәрим ауылында донъяға килде”.
Шулай итеп, “Хәбибулла Ғәбитов Ғәбделкәримдә түгел, ә икенсе төбәктә – Орск өйәҙенең Павловское казактар ҡасабаһында тыуған” тип иҫәпләнгән фекер ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй, тип ҡыйыу рәүештә әйтә алабыҙ. Өҫтә килтерелгән метрика китабы битендә аҡҡа ҡара менән Хәбибулла Ғәбитовтың 1884 йылдың 25 октябрендә Орск өйәҙе Түңгәүер улысы Ғәбделкәрим ауылында йәшәгән Ғәбделҡаһир менән Сәхибә (тулы исеме Сәхибъямал) ғәиләһендә тыуыуы урындағы мулла тарафынан аныҡ рәүештә яҙып теркәлгән. Шуны ла билдәләп китәйек, 1884 йылдың 25 октябре яңы стиль буйынса 6 ноябрь көнөнә тура килә. Дөрөҫләп әйткәндә, 2021 йылдың 6 ноябрендә Х. Ғәбитовтың тыуыуына 137 йыл тулды.
Ни өсөн Х. Ғәбитов үҙенең ниндәйҙер Павловское казактар ҡасабаһында тыуыу мөмкинлеге тураһында яҙҙы икән, тигән һорауға ла яуап биреп китергә кәрәктер. Ғәбделҡаһир Ғәбитов, ысынлап та, ғаиләһе менән был ҡасабаға күсеп йәшәгән һәм шунда вафат булып ҡалған. Беҙ быны иҫбатлаған документаль сығанаҡты таптыҡ, тип әйтә алабыҙ.
Ошо төҙәтмәләрҙән һәм өҫтәмәләрҙән сығып эш итһәк, йәмәғәтселеккә 2024 йылда күп яҡлы талант эйәһе – күренекле дәүләт, хәрби, дин, мәҙәниәт, шиғриәт, әҙәбиәт, драматургия, фән, мәғариф, матбуғат эшмәкәре булған Хәбибулла Ғәбитовтың тыуыуына 140 йыл тулыуҙы республика кимәлендә билдәләүгә әҙерләнә башларға кәрәктер.
Фуат СӨЛӘЙМӘНОВ,
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты доценты, тарих фәндәре кандидаты.