Башҡорт донъяһы
4 Февраль 2022, 09:34

Етеҙ ҙә, Йүгерек тә түгел, ә Тере (!) Танып

ru.wikipedia.orgru.wikipedia.org
Фото:ru.wikipedia.org

Республикабыҙҙың төньяғында Тере Танып һәм Үле Танып тигән йылғаларыбыҙ бар. Тере Танып  Пермь крайының Урҙа районынан башланып, Тәтешле, Балтас, Борай, Ҡалтасы, Краснокама райондары аша ағып үтә һәм уң яҡтан Ағиҙелгә килеп ҡушыла. Оҙонлоғо – 345 километр. Үле Танып иһә – Тере Таныптың иҫке үҙәне. Урыҫ телендәге географик әҙәбиәттә был атамалар Быстрый Танып һәм Гнилой Танып формаһында нығынып киткән. Гидроним Танып тигән башҡорт ырыуы исеменән алынған. Бөрйән районында Оло Нөгөштөң бер ҡушылдығы ла Танып тип атала.

Тере Танып!.. Ниндәй матур, мәғәнәле атама ла баһа. Әммә, үкенескә, телебеҙ байлығына иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында был гидронимды, урыҫса әйтелешенән башҡортсаға әйләндереп, берәүҙәр, йәнәһе, “етеҙ” тип, икенселәр, имеш, “йүгерек” тип яҙырға ғәҙәтләнеп китте. Хатта шул төбәктә тыуып үҫкән яҙыусыларыбыҙҙың да ҡайһы берҙәренең ошо хатаға юл ҡуйыуы эсте бошора. Былтыр Гөлнара Шәйәхмәтова һүҙҙәренә Рая Хамаева яҙған “Танып ырыуы гимны” баҫылып сыҡты (“Башҡортостан”, 2021 йыл, 16 июль). Бына нисек башлана ул гимн:

Йүгерек Танып буйҙарында

Көн иткән ата-бабам.

Был тупраҡта – шатлыҡтарым,

Шул ерҙә – әрнеү-ярам.

Ырыуым – Танып, ҡошом – бөркөт,

Ораныбыҙ – Салауат!

Таныптар тыуған ерендә

Йәшәйҙәр тиҫтә быуат.

Һүҙ ҙә юҡ, тәрән йөкмәткеле, шәп гимн яҙған таныптар, әммә шиғыр авторы, әлеге шул урыҫсанан башҡортсаға әйләндереп, “йүгерек” тип яҙыу урынына, нәҡ халыҡ телендәгесә, Тере Танып тип алһа, дөрөҫ тә, уғата күркәм дә булыр ине.

Өфөнән Нефтекамаға барған оло юл Тере Танып йылғаһы аша үтә. Унда иһә атаманың башҡортсаһын Етеҙ Танып тип яҙып ҡуйғандар. Был хатаны мотлаҡ төҙәтергә кәрәк.

Топонимдарҙы ҡулланыуҙағы хаталар тураһында һүҙ башлағас, тағы бер нисә миҫалға туҡталып үтергә булдым. Ошо арала, тәбиғәтте һаҡлау проблемаһы килеп тыуыу айҡанлы, Ҡырмыҫҡалы районындағы Оло Талпаҡ күле бик йыш телгә алынды. Тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ һаҡланырға тейешле был күл буйында бер ойошма ҡом сығарырға тотоноп ята икән. Республикабыҙ етәкселеге, был хилаф эште туҡтатыу сараһын күреп, урындағы халыҡты ҡыуандырҙы. Тик шуныһы үкенесле: ошо мәсьәләне яҡтыртыуға ҙур ғына иғтибар биреп тә, башҡорт телендәге республика гәзиттәренең журналистары ошо күл атамаһын Талпаҡ тип түгел, ә боҙоп, йәғни урыҫса яҙылышына эйәреп, Толпаҡ (Оло Толпаҡ) тип яҙҙы. Ә бит Талпаҡтың нәҡ башҡортса атама икәне күренеп тора ла баһа. Уның дөрөҫ яҙылышын һәм хатта аңлатмаһын белер өсөн бынау “Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге”н (Өфө: Китап, 2002) асып ҡараһалар булыр ине лә бит ни. (Унда Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылы эргәһендәге Талпаҡ тигән күл атамаһы талпаҡ/ялпаҡ “плоское” тип аңлатылған).

Башҡорт ырыу, ҡәбилә атамаларының дөрөҫ яҙылышында ла күп кенә хилафлыҡҡа юл ҡуйыла. Йә инде бына, Йәлдәкте – Елдәк, Ирәктене Иректе тип яҙыу дөрөҫмө? Юҡ, әлбиттә. Беҙҙә ғәйәт киң билдәле этнонимдарҙың береһе – Көҙөй. Был ҡәбилә составында Шайтан-Көҙөй, Урман-Көҙөй, Ҡыр-Көҙөй, Төрөкмән-Көҙөй тигән ырыуҙарыбыҙ бар. Шайтан-Көҙөй – милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған ырыуы. Салауат Башҡортостандың Себер даруғаһы Шайтан-Көҙөй улысында тыуған, тип яҙабыҙ. Силәбе өлкәһенең Сосновка районында бер башҡорт ауылы Көҙөй тип атала. Учалы төбәгендә лә Көҙөй ауылы бар. Иглин районындағы Кудеевка (Кудеевский) эшселәр ҡасабаһы ла – шул уҡ “көҙөй” этнонимынан яһалған атама. Әммә “көҙөй” этнонимы беҙҙә, боҙоп, Көҙәй тип яҙып йөрөтөлә. Ә бит халыҡ телендә ул бер ҙә көҙәй түгел, ә көҙөй. Билдәле топонимист Азат Камалов та уны үҙенең хеҙмәттәрендә эҙмә-эҙлекле рәүештә  көҙөй тип яҙған. Әле ошо арала “Киске Өфө”лә (2021, №50) Учалы районының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаеваның “Ташҡайҙарға соҡоп, тарих яҙҙым” тигән мәҡәләһен уҡып, ҡыуанып ултырҙым. Бына нисә мәртәбә телгә ала ул ошо ырыу исеменән яһалған атамаларҙы: Көҙөй, Шайтан-Көҙөй йорто, Төҫлө Көҙөй. Барыһын да, халыҡ телендәгесә, Көҙөй формаһында алған ул.

Табын ҡәбиләһе составында күкйүргәк ти­гән бик һирәк бер ырыу исеме күренеп ҡа­ла. Тарихсы Ғиниәт Оморҙаҡов билдә­лә­үенсә, Силәбе өлкәһе Арғаяш районының төнь­яғында был ырыуға ҡараған биш ауыл бар икән: Иҫке Субыл, Яңы Субыл, Әбдер, Бәжекәй, Күсенбай (“Башҡортостан”, 15.11. 2021). Әммә Ғиниәт ҡусты был ырыу исе­ме­нең башҡортса “күкйүргәк” тип әйтелгән­леген һорашып, асыҡлап тормаған, ә “кү­кер­гек” тип алған. Ә бит күк йүргәк (!) – үҙе үк тарихи мәғлүмәт һаҡлаған этноним. Иғти­барлыраҡ булайыҡсы. Академик Р.Ғ. Кузеев үҙенең “Происхождение башкирского народа” тигән монографияһында (М.: Наука, 1974) был этнонимды урыҫса кёк-джюргек (П.И. Рычков буйынса – кукзюррак), башҡортса күк-йүргәк тип күрһәтә һәм уны Ҡара Табын ырыуына ҡараған ара (подрод) тип билдәләй. Әйткәндәй, Ҡыйғы районының Мәсәк ауылында ла күкйүргәк араһы булғаны билдәле.

Ырыу-ҡәбилә атамаларының яҙылышын­дағы хаталар бының менән генә сикләнмәй. Уның төп сәбәбе – беҙҙең этнография фәне электән, нигеҙҙә, урыҫ телендә ижад ителде. Белгестәребеҙ башҡорт этнонимдарының халыҡ телендәге дөрөҫ әйтелешенә иғтибар биреп еткермәне. Шул арҡала әлеге боҙоп яҙыуҙар һүҙлектәргә, хатта энцикло­педияларға ла инеп китте. Әммә, хата бар икән, уны мотлаҡ төҙәтергә кәрәк.

Быйыл йәй Өфөнән Бөрйәнгә тиклем оло юл буйлап ер-һыу күреп ҡайтыу мөмкинлеге тейҙе. Белорет районының Уҫманғәле ауылына етәрәк булһа кәрәк, Өшөрә тигән йылға аша үткәндә, элегерәк уның башҡортсаһын да Шура тип яҙып ҡуйған булыуҙары иҫкә төштө. Илһөйәр шағирә Гүзәл Ситдиҡованың тырышлығы арҡаһында төҙәтелгәндер, тип ҡыуандым.

Исемдәр, атамалар, шулай уҡ, әлбиттә, этнонимдар ҙа – туған телебеҙ байлығы, тарихыбыҙ хазинаһы. Шул байлыҡтың ҡәҙерен беләйек, киләсәк өсөн уларҙың дөрөҫ яҙылышын теркәп ҡалдырырға тырышайыҡ!

 

Рәшит ШӘКҮР,

яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор.

Читайте нас