

Башҡорт ҡурайын бөтөн донъяға танытҡан Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла Дилмөхәмәтовтарҙы биргән данлы Түңгәүер ҡурайсылар мәктәбенең мәшһүр вәкиле, атаҡлы ҡурайсы һәм уҡытыусы Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына быйыл 1 февралдә 90 йыл тулды.
Унан кеше өҙөлмәне
Борон-борондан башҡортта ҡурайсылар ата-бабаларҙан ҡалған аманаттарҙы – йыр-көйҙәрҙе, уларҙың тарихын, халыҡтың үткәне тураһындағы ваҡиғаларҙы – быуындан-быуынға һөйләп ҡалдырыр булған. Ошо тарихи күсәгилешлек арҡаһында башҡорт халҡының рухи байлығын тәшкил иткән күп көй, йыр, тарих беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып килеп еткән. Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылында тыуып үҫкән мәшһүр ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтов сал тарих төпкөлөнән килгән күсәгилешлекте һаҡлаған, боронғоларҙың изге аманатын күңелендә йөрөткән оло шәхестәрҙең береһе ине. Ул күп кенә көйҙө һаҡлап алып килеп еткергән ҡурайсы ғына түгел, ә көньяҡ-көнсығыш башҡорт ырыуҙарының үткәне, бигерәк тә башҡорттоң данлы Түңгәүер ырыуының боронғо тарихын яҡшы белгән шәхес булды.
Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың тормош юлы бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле. Ул 1932 йылда Хәйбулла районының Иҫке Яҡуп ауылында Түңгәүер ырыуының атаҡлы ҡурайсыһы Ишҡәле Дилмөхәмәтов ғаиләһендә тыуа. Кесе йәштән йыр, моң тыңлап, йыр-көй тарихтарын хәтеренә һеңдереп үҫә Сәйфулла.
Ҡурайсылыҡ таланты ла иртә асыла. “Ҡурайҙа уйнарға алты йәшемдә өйрәндем. Ишмулла ағайым уйнай белмәй ине әле. Беренсе уҡытыусым атайым булды”, – тип хәтерләй Сәйфулла ағай. Аҙаҡ Ишмулла ла, Сәйфулла ла данлыҡлы халыҡ ҡурайсылары булып таныла, атайҙарының ҡурайсылыҡ традицияларын дауам итә.
Ишмулла Дилмөхәмәтовты һуғыш ваҡытында, 1943 йылда, колхозда көтөүсе булып йөрөгән еренән гастролгә килгән артистар бригадаһы, Баймаҡ колхоз-совхоз театрына эшкә саҡырып, үҙҙәре менән алып китә. Ишмулланан дүрт йәшкә кесерәк Сәйфулланың яҙмышы ҡатмарлыраҡ, бормалыраҡ юлды “һайлай”.
Сәйфулла ағайҙың әсәһе Фәйрүзә инәй Бөрйән ырыуына ҡараған Булат ауылынан (хәҙерге Әбйәлил районы), бик талантлы нәҫелдән булған, ә атаһы Ишҡәле – мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың йоғонтоһонда тәрбиәләнгән халыҡ музыканты.
Ҡурайсы, балта оҫтаһы Ишҡәлене 1932 йылда колхозда эшләп йөрөгән еренән ҡулға алалар. Ул шаҡтай ғына ғүмерен һөргөндә үткәрә. Ишҡәленең ҡатыны Фәйрүзә инәйгә һәм уның балаларына “халыҡ дошманы” яҙмышының бөтә әсе-сөсөһөн тулыһынса татырға тура килә.
“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа атайымдың исемен бик һирәк иҫкә алалар, – ти Сәйфулла ағай, әсенеп. – Йомабай Иҫәнбаев менән бер ҡатар үҫеп, бергә уйнап йөрөгән кеше бит ул. Уның ҡурайҙа уйнауын да Йомабай Иҫәнбаев менән Сәғәҙәт Бараковтарҙың уйнауы менән генә сағыштыра алам. Унан кеше өҙөлмәне. Бөйөк рус музыка белгесе, фольклорсы Лев Николаевич Лебединский булып киткән, татар халҡының мәшһүр композиторы Сәлих Сәйҙәшев атайымдың бик күп йырҙарын яҙҙырып алған”.
Түңгәүер ырыуы – беренселектә
Һөргөндән ҡайтҡас, Ишҡәле Дилмөхәмәтов алты ай Өфөлә, филармонияла эшләп ала. Ауылдан Өфөгә күсергә хыялланып йөрөгәндә, һуғыш башланып китә, һәм ул фронтҡа алына.
Сәйфуллаға ла хеҙмәт юлын бик иртә башларға тура килә. Мал көтә, Күркәтауҙа ағас ҡырҡа. Биш йыл Тымыҡ океан флотында хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Юлдыбай СПТУ-һында уҡый, комбайнер булып эшләй. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, ул ҡурайынан айырылмай. Дуҫ-иштәре менән йыйылғанда ла, ауыл клубында ла уйнай, мәктәп уҡыусыларын, йәштәрҙе ҡурай уйнарға өйрәтә.
1958 йылда районда үткәрелгән художестволы үҙешмәкәрлек смотрында ҡурайҙа оҫта уйнағаны өсөн тәүге тапҡыр бүләкләнә. Йылдан-йыл оҫталығын арттыра барып, Сәйфулла төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурайҙы пропагандалай, балаларҙы өйрәтә. Ул ете тапҡыр республика конкурстары лауреаты була. 1987 йылда Мәскәүҙә халыҡ ижадының Бөтә Союз фестивале лауреаты исемен яулай, Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе (ВДНХ) һәм СССР Мәҙәниәт министрлығының махсус билдәләре менән бүләкләнә. Ленинград, Мәскәү, Азербайжан, Татарстан, Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләре тамашасыларын оҫталығы менән хайран ҡалдыра, “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
1974 йылда башҡорт милли сәнғәтенең нескәлектәрен, тәрбиәүи көсөн яҡшы аңлаған кеше, ул ваҡытта “Таналыҡ” совхозы директоры булып эшләгән Исхаҡ Ғүмәр улы Дәүләтбирҙин Сәйфулла Ишҡәле улын Хәйбулла районына эшкә саҡыра, йәшәргә йортон да, музыка мәктәбе филиалын асыр өсөн бинаһын да бирә. “Йылайыр районының таулы-ташлы һәм ҡарурманлы Иҫке Яҡуп ауылында тыуып үҫһәм дә, икһеҙ-сикһеҙ ҡылғанлы Хәйбулла далаларын үҙ иттем, яраттым, – тип һөйләгәйне миңә Сәйфулла ағай ике меңенсе йылдар башында Аҡъярҙа бер осрашҡанда. – Ошонда сәмләнеп ижадҡа тотондом, ошонда танылыу таптым”.
2002 йылда булһа кәрәк, мин Сәйфулла ағайҙың юбилейына мәҡәлә әҙерләү уйы менән Аҡъярға йүнәлдем. Осрашып һөйләшкәс, мине машинаһына ултыртып, Подольскиға алып ҡайтып китте. Шунда Сәйфулла ағайҙың үҙ ауыҙынан ишеткән бер тарихты блокнотыма яҙып ҡуйғанмын: “Беҙ Ишмулла ағайым менән бәләкәй генә саҡта беҙгә – атайыма – Үрге Сәлим ауылынан заманында бик данлыҡлы ҡурайсы, сәсән һәм йырсы Солтанморат Насиров тигән олатай килеп, атайымдан ҡурай уйнатып, уның йыр-көйҙәренә төҙәтмәләр биреп, өйрәтеп китә торғайны. Ул ваҡытта ул үҙе, теше булмағас, ҡурайҙа уйнамай ине. Шул олатай Түңгәүер ҡурайсылары мәктәбенең үҙенсәлектәре тураһында былай тип һөйләй торғайны: “Башҡорт ырыуҙары борон-борондан бер-береһе менән ҡатышып йәшәгән. Улар йәй төрлө байрамдарҙы бергә үткәргән. Халыҡты йыйып, ат ярышы, көрәш ойоштороп, бейеп, йырлап, ҡурай уйнап, ике-өс көн байрам иткәндәр. Ошо йыйындарҙа Бөрйән ырыуы оҫта бейеүселәре менән дан тотҡан. Уларҙың алдына берәү ҙә сыға алмаған. Ә бына үҫәргәндәр иһә йырға маһир булған. Иң көслө һәм оҫта йырсылар үҫәргәндәрҙә булған. Ә ҡурай уйнау буйынса беренселектә борон-борондан Түңгәүер ырыуы торған. Түңгәүер ҡурайы ла бүтән ырыуҙарҙыҡынан айырылып торған: башҡаларҙыҡының оҙонлоғо 7-9 тотамдан уҙмаһа, уларҙыҡы 11 тотам булған һәм улар ҡурайҙың нәҙек яғын ауыҙға ҡуйып уйнаған. Шулай ҡурайҙың тауышы көслөрәк сыға. Яҡшы ҡурайсы иң тәүҙә күкрәккә һалып, унан һуң әңгә һалып һәм өзләп уйнарға тейеш булған. Шул саҡта ғына ул ҡурайсы булып өлгөргән тип һаналған”.
Ҡурайын ҡулынан төшөрмәне...
Оҫта ҡурайсы булып танылған Сәйфулла ағай йылдар буйы туплаған тәжрибәһен, оҫталыҡ серҙәрен йәштәр күңеленә һеңдереп ҡалдырырға ынтылды, бик күптәрҙе ҡурай серҙәренә төшөндөрҙө. Уларҙың тиҫтәнән ашыуы профессиональ ҡурайсы булып китә.
“Биш-алты йыл элек Хәйбулла районында ҡурайсылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине, бөгөн был төбәктә ҡурай уйнамаған кеше һирәк. Былтыр Йомабай Иҫәнбаев исемендәге бәйгелә уның уҡыусылары – Хәйбулла егеттәре бик уңышлы сығыш яһаны. Быларҙың барыһы ла – Сәйфулла ағайҙың тырышлыҡ һөҙөмтәһе, уның ҡаҙанышы.
Йыш ҡына беҙгә бергә сығыш яһарға, ҙур концерттарҙа ҡатнашырға насип булды. Сәйфулла ағайҙың ҡурай уйнау маһирлығы ғына түгел, гүзәл кешелек сифаттары ла һоҡландыра. Баҫалҡы, ипле холоҡло, эсмәгән-тартмаған, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған Сәйфулла ағай – барыбыҙ өсөн дә өлгө булырлыҡ шәхес. Уның төплө фекерен, аҡыллы кәңәштәрен бик юғары баһалайым. Йәштәр өсөн ныҡлы терәк, тәжрибә һәм оҫталыҡ хазинаһы ул”, – тип яҡташы өсөн ҡыуана торғайны атаҡлы ҡурайсыбыҙ Азат Айытҡолов.
Етмеш йәшен “ашаҡлап уҙғанда ла” Сәйфулла ағай Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенең Подольск филиалында уҡытып, 15 балаға ҡурай серҙәрен өйрәтә ине. “Татар, урыҫ, украин балалары ла теләп йөрөй дәрестәремә. Һәләт милләткә ҡарамай бит ул, – тип ҡыуанып һөйләгәне иҫемдә. – Мәҫәлән, миндә Журбин Рома исемле урыҫ егете шөғөлләнә. Ҡурайҙа ҡойоп уйнай”.
Сәйфулла ағай тирә-яҡта “алтын ҡуллы” кеше булараҡ та билдәле ине. Ҡурайҙарҙы үҙе яһаны, үҙ көсө менән бына тигән йорт һалып инде, өй эсендәге бөтә нәмә уның оҫта ҡулдары менән яһалғайны. Бик һәйбәт ғаилә башлығы булды. Люциә еңгәй менән ун бала: биш ул, биш ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. “Сәйфулла ағай Дилмөхәмәтов районда ҡурайсылар тәрбиәләүгә күп көс һалды. Ҡурайҙы Хәйбуллала ныҡ күтәрҙе, – ти торғайны Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенең ҡурай уҡытыусыһы, райондың “Ҡурай” йәмғиәте идараһы рәйесе Илдар Юнысов. (Әйткәндәй, Илдар ҙа – Сәйфулла ағайҙың уҡыусыһы), – Сәхнәгә бер юлы 500-600 ҡурайсы сығарырға ла хәлебеҙҙән килә. “Үҫәргән” ҡурайсылар ансамбле “өлгөлө” исемен йөрөтә. Бөтә район уның ҡурайында уйнай. Бик тәжрибәле, аҡыллы уҡытыусы. Ҡурай өсөн йәнен-тәнен биреп йөрөгән кеше. Сирек быуат элек Сәйфулла ағай районда беренсе ҡурай мәктәбен асһа, бөгөн Хәйбуллала ҡурай түңәрәге йәки ансамбле булмаған мәктәп юҡ. Ҡурай – беҙҙең хазина ул!”
Сәйфулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтов 2004 йылдың 27 авгусында Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылы янында үткән Буранбай сәсәндең хәтер кисәһендә халыҡ алдына сығып, ҡурайын тотоп, башҡортом, милләтем, телем, ҡурайым, тыуған ерем, эскән һыуым, тип ярһып сығыш яһап торғанда йөрәге ярылып, гөрҫ итеп ергә ауып, яҡты донъя менән хушлашты. Ҡурайын ҡулынан төшөрмәй, халҡы алдына баҫып хушлашып, Тыуған иленән ризалыҡ алып китте ул яҡты донъянан.
Бына шулай, Сәйфулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтов – халҡыбыҙҙың моңға һалынған тарихын һаҡлаусыларҙың, милли рухты килер быуындарға тапшырыусыларҙың иң сағыу вәкилдәренең береһе.
Сәйфулла ағай атаһы Ишҡәле, ағаһы Ишмуллаларҙың васыяттарына тап төшөрмәй ғүмере буйы ҡурайын данланы, ә ҡурайы киләсәктә Сәйфулла ағайҙың исемен данлар.
Фәрит ӘХМӘРОВ.
Сибай ҡалаһы.