21 февралдә баш ҡаланың “Йәшлек-хаус” үҙәгендә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған «LINGUA СӘҒӘТ» ("Туған тел сәғәте") сараһы үтте.
Ойоштороусылары – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр бүлеге, Башҡорт дәүләт университеты студенттары, Башҡортостандың Йәштәр яҡташтар ойошмалары вәкилдәре. Сараның маҡсаты – башҡорт һәм инглиз телдәре миксында коммуникатив майҙансыҡ булдырыу, башҡорт телен һәм мәҙәниәтен халыҡ-ара киңлектә популярлаштырыу, мәҙәни-ара һәм мәғрифәти майҙансыҡ булдырыу.
Ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина, “Самауырлы ритайым” проекты авторы Рөстәм Абдразаҡов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр эштәре, ирекмәнлек, һәм спорт буйынса комиссияһы рәйесе, билдәле йырсы Ринат Рамаҙанов, йырсы Лиана Хәбибуллина, блогерҙар тәбрикләне. Шулай уҡ Германия, Польша, Пакистан дәүләттәренән видеосәләмдәр килеп етте.
“Беҙҙең өсөн был бик мөһим көн. Туған тел – йөрәк ҡушыуы, беҙҙең булмыш, рухи тамырыбыҙ ул. Туған телдәрегеҙҙе белегеҙ, өйрәнегеҙ, үҙегеҙҙекен генә түгел, башҡа телдәрҙе лә белергә тырышығыҙ. Беҙ төрлө телдәрҙә һөйләшһәк тә, бер-беребеҙҙе аңларға тейеш”, - тине Юлдаш Йосопов.
Сарала шулай уҡ башҡорт йәштәре менән бер рәттән, Франция, Афғанстан, Колумбия, Ираҡ, Фәләстан дәүләттәренән БДУ-ла уҡыған сит ил студенттары ла ҡатнашты. Улар башҡорт һәм инглиз телдәрендә аралашты.
“Башҡорт теле тиңдәр араһында тиң һәм бөгөнгө сара ошоға асыҡ дәлил. Ошо эште атҡарып сыҡҡан студенттарға ҙур рәхмәт. Туған телде белеү, уның әһәмиәтен тойоу, донъялағы урынын билдәләү бөгөн бик мөһим. Заман был йәһәттән ҙур мөмикнлектәр бирә ”, - тине Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина.
Сарала башҡорт, инглиз, ҡаҙаҡ телдәрендә телендә шиғырҙар, йырҙар яңғыраны, ҡыҙыҡлы уйындар үтте, йәштәр командаларға бүленеп, телгә бәйле күнегеүҙәрҙе үтәне. “Сикварули” ансамбленең кавказ бейеүе барыһының да күңеленә ятты.
“Бөгөнгө йыйылыш бик ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле булды. Бигерәк тә сит ил студенттары өсөн, сөнки улар башҡорт телен һәм мәҙәниәтен белеп бөтмәй. Башҡорттар өсөн дә мөһим: уларҙы донъяла, көслө ҡеүәтле халыҡ икәнлеген танып белһәләр насармы ни? Мин милләтем буйынса ҡаҙаҡ, башҡорт халҡы мәҙәниәте, теле менән ҡыҙыҡһынам, был миңә бик яҡын, сөнки ике халыҡ араһында уртаҡ һыҙаттар күп. Өфөгә килеп башҡортса өйрәнә алыуым менән ғорурланам”, - ти БДУ студенты Абзал Жабасов.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.