Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан Нияз Сәлихов исемле үҫмерҙең “Тай-тулаҡ” милли спорт байрамында ҡолон менән бүләкләнеүе тураһында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Был ҙур бүләкте ат йәнле малайға “Ирәндек” башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса шәфҡәтлелек фонды рәйесе Алмас Шөғөров булдырҙы, ә Нияз уны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадрановтың ҡулынан алды.
Нияз бәләкәйҙән ат йәнле бала булып үҫә. Ете йәшендә һыбай йөрөргә өйрәнә. Был ваҡытта уларҙың үҙҙәренең аты булмай, әммә кескәй Нияз аптырап ҡалмай, башмаҡты егеп, һыбай йөрөргә өйрәтеп ала. Уның был видеоһы интернет селтәрендә бик киң таралып, хатта Мәскәүгә Андрей Малаховтың тапшырыуына барып етте.
Ат йәнле ейәненең 10 йәшенә ҡартатаһы Ғәфәр Һағынбаев ҡолон бүләк итә. Мәҙинә исемле был ҡолондо Нияз яратып үҫтерә. Һәм бына көтмәгәндә – тағы бер ҙур бүләк!
Әсәһе Фәйрүзә Ғәфәр ҡыҙы әйтеүенсә, Нияз әлеге ваҡытта бәләкәй ҡолоно янынан китмәй, уға Иркә тип исем ҡушҡан, күҙ теймәһен өсөн ялына таҫмалар үргән.
Нияздың уңыштарында Таулыҡай ауыл Советы депутаты Ғәлим Оморҙаҡовтың да өлөшө ҙур. Ул ат йәнле үҫмерҙең башланғыстарын хуплап тора. “Ирәндек” фонды тай өйрәтеү буйынса иғлан иткән видеоконкурсҡа Нияздың видеояҙмаларын тап ул ебәрә. “Киләсәктә беҙҙең Нияз билдәле жокей йәки йылҡысылыҡты үҫтергән эшҡыуар булып китер әле”, - ти Ғәлим Марат улы.
“Тай-тулаҡ” конкурсынан Нияз иҫ киткес ҡыуанып, дәртләнеп ҡайтҡан. Үҙенә шундай ҙур бүләк тапшырған “Ирәндек” фондына һәм уның рәйесе Алмас Шөғөровҡа рәхмәтен белдерҙе. Уға шулай уҡ йүгән, ҡамсы бүләк иткәндәр, ә Иҫке Сибай ауылы ағинәйҙәре “күҙ теймәһен” тип, ҡолононоң муйынына биҙәүес таҡҡан. Йәше бәләкәй булыу сәбәпле, өйрәтелмәгән тайҙарҙы ҡороҡлау конкурсына үткәрмәгәндәре өсөн генә бер аҙ эсе бошҡан Нияздың. Шулай ҙа йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятҡан туғаныбыҙҙың еңеүҙәре алда әле, тип юрайыҡ һәм ат йәнле башҡорт улына уңыштар теләйек!
Видеояҙмалар һәм фотолар – Ғәлим Оморҙаҡовтан, Ғәзиз Һағынбаевтан һәм социаль селтәрҙән.