Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
24 Февраль 2022, 12:00

Вәзәм батырҙары һынатманы!

Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында "Вәзәм батырҙары" сараһы үтте.

Вәзәм батырҙары һынатманы!
Вәзәм батырҙары һынатманы!

1812 йылдың 12 июнендә, бынан 210 йыл элек, Франция ғәскәрҙәре Рәсәйгә ҡаршы һуғыш башлаған. Башҡорттар был һуғышта ҡатнашып, дошманды еңеүгә ҙур өлөш индергән. Уҡ-йәйә менән ҡоралланған ҡыйыу башҡорт яугирҙәре "Төньяҡ Амурҙары" тигән баһа ла ала был һуғышта.

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы ошо ваҡиғаға арнап, хәрби-тарихи тергеҙеү сараһы үткәрҙе. Сценарий буйынса, тирмәлә ултырған ырыуҙаштарға уйламағанда фарман килеп төшә. Тиҙ арала йыйылып, ҡоралланып, улар француздарҙы тар-мар итергә юллана. Яугирҙәрҙе оҙатыу, яу яланындағы алыштар,  ял минуттары, еңеү яулап әйләнеп ҡайтыу, батырҙарҙы ҡаршы алыу - барыһы ла сағылыш тапты  үҙенсәлекле сарала.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, хәрби костюмдар ҙа, һөңгө, ҡалҡан кеүек ҡоралдар ҙа һәм башҡа төрлө төрлө кәрәк-яраҡ та – барыһы ла ауыл халҡының үҙ көсө менән әҙерләнгән. Ауылдың уртаһында урын алған тирмә лә сараға йәм өҫтәне. Тарихи йәһәттән оло мәғәнәгә эйә булған был сара ауыл халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә сағыу ваҡиғаға әүерелде. Байрам көнөн бергәләп, бөтә ауыл менән күңелле һәм файҙалы итеп үткәрҙе вәзәмдәр. Афарин, Бәләкәй Арыҫланғолдарға! Берҙәм аҙымдар менән сәләмәт тормошҡа дәррәү атлай улар!

Әйткәндәй, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы районда үткән "Айыҡ ауыл" конкурсында Гран-при яулап, район данын республикала яҡларға йыйына. "Вәзәм батырҙары" тип аталған сара ла "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Берҙәм һәм дәрте вәзәмдәргә республика конкурсында еңеү теләйбеҙ!

Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы сайтынан.

Вәзәм батырҙары һынатманы!
Вәзәм батырҙары һынатманы!
Вәзәм батырҙары һынатманы!
Вәзәм батырҙары һынатманы!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: