Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
25 Февраль 2022, 11:33

Был конкурс гүзәл затты ҡанатландыра

Янып йәшәгән бөтмөр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күп.

Гөлнур Ҡолһаринаның шәхси архивынан.
Фото:Гөлнур Ҡолһаринаның шәхси архивынан.

Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ҡулдарынан килә һәм һәр башланғыстарын бынамын тигән итеп ғәмәлгә ашыра. Был һүҙҙәрҙе “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы башланғысында торған һәм әле лә уны уңышлы үткәреп килгән Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы, проект етәксеһе Гөлнур ҠОЛҺАРИНАҒА төбәп әйтер инем.

Республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, республикала уҙған барлыҡ сараларҙан да ситтә ҡалмаған өлгөр ханым менән осрашып, 2 мартта уҙасаҡ “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы республикабыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың көтөп алған сараһына әйләнде, тип әйтһәк тә, хата булмаҫ. Әле уға әҙерлек нисек бара?

– “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы республикабыҙҙа тәүге тапҡыр 2014 йылда уҙғарылды. Ҡатын-ҡыҙға, тәү сиратта, ергә ерегеп йәшәгән һәм эшләгән гүзәл заттарыбыҙға ихтирам, иғтибар күрһәтеү маҡсатынан ойошторол­ғайны. Проекттың исеме билдәле йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәтенә нигеҙ һалған Рабиға Ҡушаеваның телмәренән алынды. Ул заманында: “Башҡорт ҡатыны – милләт әсәһе. Милләтте тәрбиәләүсе лә, милләттең киләсәген билдәләүсе лә, уның бөгөнгө тормошонда ҙур роль уйнаусы ла ул – ҡатын-ҡыҙ”, – тип билдәләгән.

Милләтебеҙҙең терәге булып торған күп зыялыларыбыҙ баш ҡалала тупланған. Әммә  респуб­ликабыҙҙың башҡа район һәм ҡалаларында, ауылдарында эшләгән гүзәл заттарыбыҙҙы ла оноторға тейеш түгелбеҙ. Ауылда былай ҙа тормош еңел түгел: үҙ хужалығыңды алып барыу, ғаиләңде ҡарау, дәүләт эштәрендә ҡатна­шыу... Ҡыҫҡаһы, эш етерлек.

Шул уҡ ваҡытта, ошо бөтмәҫ мәшәҡәттәр менән бер рәттән, йәмәғәт эшен дә алып барған, халыҡты туплап, берләштереп, төрлө ярҙам күрһәтеп, янып йәшәгән бөтмөр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа байтаҡ. Ошондай гүзәл зат­тарыбыҙҙы күрһәтергә, уларҙан өлгө алырға тейешбеҙ. Конкурстың асылы ана шул теләктән яралды ла инде. Бөгөнгө көндә беҙҙең ойошманың үҙ наградаһы – Рабиға Ҡушаева исемендәге “Милләт әсәһе” миҙалы булдырылды, һәм ул йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан, өлгөлө балалар тәрбиәләп үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға тапшырыла.

– Конкурста күпме ҡатын-ҡыҙ ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм улар ҡайҙан?

– Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһының “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” тарафынан Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсының финалы әҙерләнә. Әйткәндәй, быйыл конкурстың статусы күтәрелде – Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарыла. Алтынсы тапҡыр ойошторолған сарала ла заман менән бергә атларға тырышҡан әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ойоштороу комитетына быйыл да 500-ҙән ашыу ғариза килде. Ошо көндәрҙә уның тәүге муниципаль район һәм ҡалаларҙа ойошторолған этабы тамамланды. Бөгөнгө көндә Рәсәй төбәктәренән ғаризалар ҡабул итеүҙе тамамлап торабыҙ.

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсының географияһы йылдан-йыл киңәйә бара. Улай ғына ла түгел, тәүҙә был сарала милләт­тәш­тәребеҙ генә ҡатнашһа, хәҙер Рәсәйҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре үҙ һәләтен, эшен, ижадын күрһәтә ала. Конкурстың тәүге этаптарында йәмә­ғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән, йәмғиәттәге асоциаль күренештәрҙе иҫкәртеүгә өлөш индергән, сәләмәт тормош алып бар­ған, өлгөлө балалар тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға айырыуса иғтибар бирелде.

Конкурстың маҡсаты ла бит – әсәйҙәрҙең йәмәғәт эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, уларҙың эшен баһалау, йәмғиәттәге статусын күтәреү, ғаилә ҡиммәттәрен, халыҡ этнопедагогикаһын, тарихын, рухи-әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе тергеҙеү, Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм тергеҙеү, ҡатын-ҡыҙҙарҙың социаль-психологик йәһәттән яҡланғанлығын тәьмин итеү, әсәлектең баһаһын арттырыу, ҡатын-ҡыҙҙарҙың социаль йүнәлештәге эшмәкәрлегенең әһәмиәтен күтәреү.

– Сарала ҡатнашҡан гүзәл заттар ниндәй номинацияларҙа көс һынашасаҡ?

– Еңеүселәр, конкурстың ҡағи­ҙәләренә ярашлы, ун номинация буйынса билдәләнәсәк: “Күп балалы әсә” – өлгөлө һәм уңышлы балалар тәрбиәләгән күп балалы әсәләр араһында; “Лидер” – үҙҙәрен йәмәғәт эшендә һәм сәйәсәттә һәләтле, маҡсатҡа ынтылышлы ойоштороусы итеп күрһәткәндәр; “Йыл өлгөһө” – эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә уҙған йылда юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙар; “Уҡытыусы” – йәш быуынды тәрбиәләүҙә уңыш ҡаҙанған остаз, тренер һәм педагог ҡатын-ҡыҙҙар; “Оҫта” – сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында юғары күрһәткестәргә өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙар; “Ғалим” – ғилми-тикшеренеү учреждениеларында эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре һәм иң яҡшы проекттары өсөн; “Мәҙәниәт” – ижадтарында этник ҡиммәттәрҙе һәм халыҡ йолаларын пропагандалаған ҡатын-ҡыҙҙар; “Бизнес-леди” – хәйриә менән шөғөлләнгән һәм илдең социаль сәйәсәтен хуплаған эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар; “Оло йәштәге йәмәғәтсе” – 60 йәштән үткән, әүҙем йәмәғәт тормошо алып барған һәм халыҡ араһында абруй яулаған ҡатын-ҡыҙҙар; “Йәш лидер” – йәштәр һәм йәш әсәләр араһында үҙен лидер итеп танытҡан, төрлө өлкәләрҙә һәм йәмәғәт тормошонда юғары уңыштарға өлгәшкән гүзәл заттар.

Икенсе йыл инде ирекмәнлек конкурстың талаптарының береһе булып тора. Пандемия осоронда мохтаждарға ярҙам иткән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың хеҙмәтен дә баһалап үтәсәкбеҙ.

– Быйылғы конкурс унан алда уҙғандарынан нимәһе менән айырыла?

– Йылдан-йыл ҡатын-ҡыҙҙарҙың әүҙемлеге артыуы һәм уларҙың йәмғиәттә үҙ урынын табыуы, үҙенә ышанысы артыуы күҙәтелә. Ошо сарала ҡатнашҡан, еңеү яулаған ғына түгел, хатта тамаша ҡылыусыларҙың әйтеүенсә, был конкурс ҡатын-ҡыҙҙы ҡанатландыра, дәртләндерә, әүҙемләштерә, уларға илһам һәм дәрт өҫтәй.

Номинацияларҙан күренеүенсә, сарала төрлө өлкәнән, төрлө территориянан ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша һәм, ниндәй генә тармаҡта эшләүенә йәки өйҙә бала тәрбиәләүенә ҡарамаҫтан, ысын мәғәнәһендә үҙенә иғтибар, ихтирам һәм яҡшы мөнәсәбәт күрһәтелергә тейешле милләт әсәһе итеп тоя, ышанысы арта. Ошо йылдар эсендә күп ҡатын-ҡыҙҙарҙың шатлыҡтан илағанын күрергә, улар өсөн балаларының, туғандарының ҡыуаныс кисереүенә шаһит булырға насип итте.

– Пандемия конкурсты уҙғарыу шарттарына йоғонто яһаймы?

– Сара республика Башлығының коронавирусҡа ҡаршы Указына ярашлы сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып ойоштороласаҡ.

Конкурстың финалы 2 мартта “Торатау” конгресс-холында була. Күргәҙмә, мәҙәни программа, бүләкләү тантанаһы, Рабиға Ҡушаева исемендәге “Милләт әсәһе” миҙалдарын тапшырыу, иҫтә ҡалырлыҡ осрашыуҙар – барыһы ла буласаҡ.

– Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, һеҙгә һәм сарала ҡатнашҡан гүзәл заттарға уңыштар теләйбеҙ!

 

Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.

Читайте нас: