Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
25 Февраль 2022, 11:46

Тай-тулаҡтар ауыҙлыҡланды, елдәй елде юртаҡтар, мәргән атты уҡсылар...

Иҫке Сибайҙа “Ҡышҡы һабантуй”ға тиң сара үтте.

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы янында башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса “Ирәндек” хәйриә фонды бер нисә спорт ярышын үҙ эсенә алған “Тай-тулаҡ” милли уйынын үткәрҙе.

 

Уттай атылды уҡтар

 

Программаға ярашлы, ҡат­на­шыу­сылар өйрәтелмәгән атты меңгегә өйрәтеү, “Ауҙарыш” уйын-көрәшендә һәм “Мәргән уҡсы” ярыштарында үҙ-ара көс һынашты. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был ярыштарҙың барыһы ла баш­ҡорттоң тоғро юлдашы, яуҙашы һәм моңдашы, даны һәм бренды булған атһыҙ үтмәне. Ҡасандыр халҡыбыҙҙың ҡанында булған, йылдар дауамында үткәрелеп килгән милли уйындарҙың һуңғы ваҡытта ҡайтанан тергеҙелеүе маҡтауға лайыҡ булһа, башлан­ғысты хуплап, уның эйәреүселәре барлығы икеләтә ҡыуаныс. Мәҫә­лән, “Мәргән уҡсы”, “Ылаҡ” кеүек ярыштар булһынмы, “Башҡорт аты” фестивале үтһенме – был һүҙҙәргә ҡеүәт кенә өҫтәй. Ни сыҡмаһын, шул  баймаҡтарҙан сыға, тигәндәй, йәнә бер һоҡланғыс милли спорт уйынына нигеҙ һалынды. “Тай-тулаҡ” бәйгеһе, иң шәп ат ауыҙ­лыҡлаусыларҙы бер урынға йыйып, республикала ғына түгел, Рәсәйҙә тиңе булмаған үҙенсәлекле тамаша ойошторҙо һәм ул халҡыбыҙҙың милли спорт уйындарының һәм ярыштарының ни тиклем үҙенсә­лек­ле булыуын тағы бер ҡат иҫбатланы. Милли спорт байрамы Рәсәйҙең Ватан һуғышында еңе­үенең 210 йыллығына арналды. Башҡортостан Республикаһы Хө­күмәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы биләмәһе, “Элеватор” йәмғиәте “Тай-тулаҡ” конкурсының партнерҙары булып сығыш яһаны.

Сарала Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу һәм экологик именлекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса Баш­ҡортостан Республикаһы Башлығы кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов һәм башҡа вәкилдәр ҡатнашты.

Спорт байрамы “Мәргән уҡсы” ярышынан башланды. Һуңғы йыл­дарҙа республикала был ярыш киң үҫешә. Ҡасандыр тиҫтәгә лә тул­маған ошо ярышҡа нигеҙ һалыу­сылар үҙ сафтарына йылдан-йыл мәргән уҡсыларҙы туплай бара. Хатта хәҙер уҡтан ҡатын-ҡыҙҙа­рыбыҙ ҙа оҫта ата, балалар ҙа ҡыҙыҡһынып, бер ярыштан да ҡалмаҫҡа тырыша. Шулай бул­маһа, бер көндә төбәктең ике ауылында бер юлы үҙенсәлекле ярыш үтмәҫ ине. Ошо уҡ көндә Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында Баяс батыр иҫтәлегенә арналған милли йәйәнән уҡ атыу турниры ойошторолдо.

Традицион яндан уҡ атыу ярышында Бөрйәндән Салауат Юлбир­ҙин, Сибайҙан Тимур Өмөтбаев һәм Хөрмәт Таһиров иң мәргәндәр булып танылды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Бөрйәндән Нәйлә Ишкилдина һәм Әлиә Ишморатова, Учалынан Динә Вәлиева еңеп сыҡты. Һыбай килеш уҡ атыуҙа Әбйәлилдән Рушан Хәсәнов, Баймаҡ районынан Рәсих Йорт­бәков һәм Ҡырмыҫҡалынан Асҡар Ишбирҙин иң етеҙҙәр һәм мәр­гәндәр булып танылды.

 

Сослоҡ та, оһоллоҡ та талап иткән бәйге

 

Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да тәүге тапҡыр үткәрел­гән төп бәйге – “Тай-тулаҡ”тың нисек үтеүе ҡыҙыҡһындырмай ҡал­маны. Һәр кем үҙ-ара атты нисек ҡороҡларға, йүгәнде нисек кей­ҙерергә тип  кәңәшләште, олораҡ­тар йәштәргә тәжрибә уртаҡлашты.

Бөрйән районының Байназар ауылы хакимиәте башлығы Айрат Салауатов, алыҫ араларҙы яҡын итеп, үҙ командаһы менән килеп еткән. Өфөнән махсус рәүештә ҡайтҡан улы, милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионы, “Салауат батыр” бәйгеһе еңеүсеһе Илнар Салауатов атҡа менһә, уны ҡороҡлауҙа Фәрит Наураҙбаев ярҙамлашты.

Әйткәндәй, Бөрйән районында ат ярыштары даими ойошторола, район халҡы йылҡысылыҡ, баш­ҡорт аттарын үрсетеү менән шө­ғөлләнә, бәғзеләре ат спортын да үҙ итә, шуға күрә бөрйәндәр ярыштарҙа оҫта эш итә белеүе менән айырылып торҙо. Иҫке Монасип ауылынан, йәш булыуына ҡарамаҫтан, Аяз Муллағолов, уның ике туған ағаһы Илгиз Муллағолов һәм атты ҡороҡлаусы Хәбир Әхмәтшин дә ике ярышта ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Баймаҡтарҙың күпләп ҡатна­шырға теләк белдереүенә һис тә аптырайһы түгел, бер ат ярышынан да улар ситтә ҡалмай. Был юлы ла беҙгә Мерәҫ, Ҡаратал һәм Аҡтау ауылдарынан килгән бәйгеселәр менән бер аҙ аралашыу мөмкин­леге булды. Мәҫәлән, Мерәҫ ауылы командаһы составында – Илгиз Хафизов, Илдус Батыршин һәм Буранбай Әбүшаһмин, Ҡараталдан иһә ярышҡа Раил Мәхийәнов, Рөстәм Мәхийәнов һәм Нияз Азаматовтар килгән.

Ярыш тәүге тапҡыр үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, унда 23 команда һынау тоторға теләк белдерҙе. Баймаҡ, Бөрйән, Хәйбулла, Күгәр­сен, Йылайыр, Әбйәлил, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы райондарынан килгән командалар алдан тай-тулаҡтар әҙерләп ҡуйылған ҡурала меңгегә өйрәтелмәгән тайҙы ҡороҡлап, өсәүһенең береһе  һыбай мөмкин тиклем оҙағыраҡ йөрөргә тейеш ине. Шулай уҡ аҙаҡ ул, йүгәнде сисеп, аттың өҫтөнән һикерергә тейеш. Тәү ҡарашҡа мауыҡтырғыс күренһә лә, ярыш көсөргәнешле, хатта экстремаль күренешкә әйләнде. Йәш тайҙар тиҙ генә үҙҙәренә мендерергә ризалашманы, хатта һыбайлыны өҫтәренән алып ташларға ла ынтылды. Бында иң мөһиме – һыбайлының сослоғо, айбарлығы.

Тамаша ҡылыуҙың хәүефле икәнлеген һәр кем үҙ йөрәге менән тойғандыр, моғайын. Ҡороҡлау­сыларҙың ҡороғона эләккән аҫау аттың хатта нисек тын алышына тиклем ишетелеүе, өҫтөнә һыбай­лыны ултыртҡыһы килмәй, янтайып, бар өйөргә уҡтай атылыуы, йә иһә ҡапыл хәле бөтөп, ярҙам һорағандай ике алғы тояғы менән ҡарға батыуын күҙәтеүе нескә күңелле кешеләр өсөн еңелдән булманы. Баҡтиһәң, тик әкиәттәрҙә генә икән ул көмөш йүгәнеңде шылтыратып, һиңә әйләнеп ҡараған тай-тулағыңды алып менеү! Ә ысынында һис кенә лә анһат түгел. Шулай ҙа ата-бабаларының ҡанында булғанғамы, әллә күңел­дәрендә йүгәнле ат ятҡанғамы, һис кенә генетика менән бәхәсләшеп булмағандай, һынау тотоусы­ларҙың барыһы тип әйтерлек тә меңгегә өйрәтелмәгән аттарҙы тотоп, уның өҫтөнә һыбай ултырып йөрөй алыуы, улай ғына түгел, аҙаҡ йүгәнен сисеп, һис бер ҡаршылыҡһыҙ ергә төшөүе, ысынлап та, һоҡландырҙы ла, ғәжәп­ләндерҙе лә!

Күптәр был бәйгенең ни өсөн ҡыш миҙгелендә үткәрелеүен дә аңлап бөтмәне, буғай. Ҡыш ҡалын ҡар яуғанда тайҙарҙы өйрәтәләр, сөнки ул ҡапыл өркөп сабып китә алмай, икенсенән, уларҙы ҡалын көрт имгәнеү хәүефенән дә һаҡлай.

Әммә ярышта еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була, тигәндәй, беренсе урынды лайыҡлы рәүештә Сергей Айсеновтың командаһы яуланы. Әбйәлил районының Мәхмүт ауылынан аталы-уллы Язар һәм Назар Таһировтар үҙҙәренең баш­ҡорт тоҡомло аттарҙы яҡшы белгән һәм яратҡан оҫталар икәнлеген иҫбатлай алды. Бөрйәндән Баш­ҡорт дәүләт ҡурсаулығы – икенсе, Әбйәлилдән Дим Бүләкбаевтың командаһы өсөнсө урынды яуланы.

Еңеүселәрҙең барыһына ла “Ирәндек” башҡорт тоҡомло ат­тарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды тарафынан әҙер­ләнгән аҡсалата премиялар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

 

Кемде этеп төшөрөргә?

 

Йәнә бер милли уйындарҙың береһе булған “Ауҙарыш”тың төп эстәлеге шунда: ике һыбайлы ат өҫтөндә килеш 10-15 минут дауамында бер-береһен эйәрҙән этеп төшөрөргә йәки дәғүәсеһен ергә ырғырға мәжбүр итергә тейеш. Һуңғы йылдарҙа был ярыш төрө күп кенә ат ярыштарында даими үткәрелә килә, шуға күрә унда ҡатнашыусыларҙың күбеһе, үҙ райондарында еңеү яулап, “Ау­ҙарыш”­тың нисек башҡарылыуын яҡшы белгән конкурсанттар булды. Әммә һәр алыш үҙенсәлекле һәм көтөлмәгән мәлдең килеп сығыуы менән әһәмиәтле, һәм тап шул көтөлмәгәнлек ярышҡа ниндәйҙер сәм һәм дәрт өҫтәй ҙә инде. Был юлы Флүр Байсурин, дәғүәсеһенең атына күсеп ултырып, уны “һә” тигәнсә ергә төшөрөп тә ебәрҙе.

“Ауҙарыш” милли уйын-көрә­шендә Бөрйәндән Илнар Салауатов һәм Хәбир Әхмәтшин, Хәйбулланан Рәсих Латипов, Әбйәлилдән Батыр Әбүбәкиров һәм Назар Таһиров майҙан батырҙары булып танылды.

 

Нияз ҡолонло булды

 

“Ирәндек” фонды атты меңгегә өйрәтеүселәр араһында видеоконкурс та иғлан иткәйне. Был ярышта Ғәҙелбайҙан Инйәр Йорт­бәков, Иҫке Сибайҙан Сергей Айсенов, Һәмәндән Әлмир Һабан­баев, Хәйбулланан Айгиз Тажетдинов призлы урындарға лайыҡ булды. Бынан тыш, ат өйрәтеү­селәр башҡа номинацияларҙа ла билдәләнде. Шулай ҙа бүләктең иң еллеһе Баймаҡ районының Таулыҡай ауылынан Нияз Сә­лиховҡа эләкте.

13 йәшлек Нияздың йәйге осорҙа быҙау-үгеҙҙәрҙе ауыҙлыҡ­лап елдереп йөрөгән видео­яҙмалары социаль селтәрҙә ҙур популярлыҡ яулағайны. Был сос та, ныҡышмал да, тырыш та үҫмерҙе “Тай-тулаҡ” спорт байрамына махсус саҡырып, уға ысын арғымаҡ бүләк иттеләр. Алмас Шөгөров етәкселегендәге “Ирән­дек” башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды әҙерләгән башҡорт тоҡомло ҡолондо Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов тапшырҙы. “Ошо атты өйрәтеп ал да елдер әйҙә!”– тине ойоштороусылар.

Кем белә, бәлки, киләһе “Тай-тулаҡ” бәйгеһендә Нияз Сәлихов та ҡатнашыр әле.

– Ныҡ ҡатнашҡым килгәйне, әммә “йәшең бәләкәй”, тинеләр. Ҡолономдо өйрәтеп алырмын әле, – ти шатлығынан күҙҙәре янған Нияз.

Әйткәндәй, Иҫке Сибай ауылы ағинәйҙәре Нияз Сәлиховтың ҡолонона үҙҙәре эшләгән бик матур сергетыш бүләк итте.

 

Ҡышын – “Тай-тулаҡ”, йәйен – “Башҡорт аты”

 

“Тай-тулаҡ” милли-спорт байрамына Башҡортостан Республи­каһы Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадранов һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Рәсих Хәмитов юғары баһа бирҙе. “Тай-тулаҡ” милли-спорт байрамы хайран ҡалдырҙы, – тине Азат Шамил улы, – бының өсөн мин ойоштороусыларға ҙур рәхмәт  белдерәм. Был сараны беҙ йыл да ойоштороуҙы маҡсат итеп алабыҙ һәм тейешле ярҙам да күрһәтәсәкбеҙ. Йәй көнө Баймаҡ районында “Башҡорт аты” фестивален дә ойошторасаҡбыҙ”.

Һуңынан ул ярышта еңеүсе­ләрҙе тәбрикләне, “Ирәндек” фонды­ның эшендә әүҙем ҡатнаш­ҡандарға Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттарын һәм бүләктәрен тапшырҙы. Бүләк­ләнеүселәр араһында беҙ­ҙең коллегабыҙ, “Һаҡмар” гәзите журналисы Азамат Салауатовтың да булыуы ҡыуандырҙы.

Тәүге тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, сара бик юғары кимәлдә ойошторолған. Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең байрам дауамында моңло йыр-моңо яңғырап торҙо, Иҫке Сибай ауы­лының уңған оҫталары үҙҙәренең ҡул эштәренән бай күргәҙмә  һәм өҫтәл әҙерләгән.

“Тай-тулаҡ” конкурсын уҙғарыу – башҡорт атлыларының батыр­лы­ғына ихтирам йөҙөнән генә түгел, үҙҙәренең сабырлығы, түҙемлеге менән алдырған, быуаттар буйы ошо үҙенсәлекле сифаттарын юғалтмаған башҡорт тоҡомло аттарға дан йырлау сараһы ла ул. Атыбыҙҙы һаҡлай­быҙ икән, бай мәҙәни тарихы­быҙҙы ла һаҡлайбыҙ. Атың булһа, ил таный, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр.

 

Кәримә УСМАНОВА.

 

Баймаҡ районы.

Читайте нас: