Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
10 Март 2022, 20:00

Иғтибар: видеоконкурс башланды

Уға Баймаҡ районында үтәсәк "Башҡорт аты" республика фестивалендә йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәр аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнә.

Иғтибар: видеоконкурс башланды
Иғтибар: видеоконкурс башланды

"Ирәндек" башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды эйәр, йүгән, нуҡта, ышлыя, ҡамыт, дуға, ыңғырсаҡ, дилбегә эшләү буйынса "Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар" тигән видеоконкурс иғлан итә.

Маҡсат - ат кәрәк-яраҡтары эшләү буйынса халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, уларға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, был йүнәлештә эшләгән оҫталарҙы асыҡлау.

Конкурс бөгөндән иғлан ителде һәм уға июндә - Баймаҡ районында үтәсәк "Башҡорт аты" республика фестивалендә йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәр аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнә.

Бәйге шарттарына ярашлы, ат кәрәк-яраҡтары яһау менән шөғөлләнеүселәр уларҙы эшләү барышын видеоға төшөрөргә ("Ирәндек" фонды конкурсында ҡатнашам тип әйтергә тейеш) һәм "Лошадники Зауралья" чатына йәки "Бәйләнештә" селтәрендәге "Ирәндек" фонды" сәхифәһенә һалырға тейеш.

Конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙе һәр райондан һайланған жюри ағзалары баһалаясаҡ.

Автор фотоһы.

Иғтибар: видеоконкурс башланды
Иғтибар: видеоконкурс башланды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: