Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
11 Март 2022, 20:03

Сәсән ташы

“Урал батыр”ҙы яҙып алыу – халҡыбыҙҙы мең ҡанатлы иткән хеҙмәт ул.

Хәмит сәсәндең ейәнсәре Сәлимә Әлмөхәмәтова  ейәне Искәндәр Әлмөхәмәтов менән. Искәндәр «Урал батыр» эпосын  яттан һөйләүселәр араһында еңеүсе булды.
Хәмит сәсәндең ейәнсәре Сәлимә Әлмөхәмәтова ейәне Искәндәр Әлмөхәмәтов менән. Искәндәр «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр араһында еңеүсе булды.

Халҡыбыҙҙың рухи байлығы, баһалап бөткөһөҙ мираҫы булған “Урал батыр” эпосы Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы янындағы Хәмит утары тигән ерҙәге аҡланда яҙып алына. 1910 йылдың урағай уртаһында, йәғни халыҡ бесән сапҡан, ураҡ урған мәлдә, бер төркөм зыялылар ошо мәшһүр ауыҙ-тел ҡомартҡыһын яттан һөйләй һәм ҡағыҙ битенә төшөрә.

 

Аҡмулланан аманат

 

Башҡорт иленең тарихын бер нигеҙгә туплаған, батырҙарын рухи тамырға тоташтырған ҡобайыр­ҙарҙы башҡорт сәсәндәре борон-борондан ижад иткән. Ауыҙ-тел ижадының иң юғары өлгөһө булған ҡобайыр ижад итеү һәм һөйләү бик абруйлы, мәртәбәле күренеш һанала.

Нимә ул “ҡобайыр”? “Ҡоба” һүҙе “оло, бөйөк” тигәнде аңлата. “Ҡо­байыр” – ололау, данлау, оло ваҡи­ғаларҙы бәйән итеү, уларҙың асылын аңлатҡан йыр-тарих. Донъя яралтылмыш дәүерҙән килгән иң тәрән, боронғо фәлсәфәне һәм миф-мәҫәлдәрҙе сағылдырған “Урал батыр” ҡобайырын бөгөнгө фән “эпос” тип билдәләй. Ә сәсәндәр мираҫында ул “ҡобайыр, иртәк, ҡарһүҙ” тип йөрөтөлгән.

Башҡорт халҡының күңел бай­лығын, рухи ынтылышын, илһөйәр­леген, батырлығын, фиҙакәрлеген, тормош фәлсәфәһен һәм киләсәккә тотор юлын сағылдыра ҡобайыр. Ошондай мөһим ауыҙ-тел ижады әҫәрен яҙып алыу – үҙе бер бәхет һәм ҡаһарманлыҡ. Ҡобайырҙы яҙып алған шәкерт егеткә – Мөхәмәтша Буранғоловҡа ул мәлдә ни бары 22 йәш була.

Баймаҡ районының Икенсе Эт­ҡол ауылы уҙаманы Хәмит сәсән Әлмөхәмәтов ҡурайсы, көрәшсе, мировой судья, йәғни бик абруйлы шәхес була. Уның һеңлеһе Ғәбиҙә­нең кейәүе Fәбит Арғынбаев – Үрге Иҙрис ауылынан. Сәсән телле ҡурайсы Fәбит Арғынбаев, тынғы­һыҙ, илгиҙәр кеше булараҡ, башҡа төбәктәге һүҙ оҫталары һәм фекер­ҙәштәре менән тығыҙ ҡатышып йәшәй. Хәҙерге Әбйәлил районы­ның Балапан ауылында йәшәгән Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев ме­нән аралаша, унан ҡобайыр һөй­ләр­гә өйрәнә, уны үҙенең остазы һанай. Баймаҡ яғына килеп йөрөгән һәм хатта Икенсе Этҡолда балалар уҡытып киткән арҙаҡлы Мифтахетдин Аҡмулла менән осрашыуҙар, уның сая фекерле шиғырҙарын ишетеү, аңға һеңдереп өләң әйте­үен тыңлауҙар ҙа тиккә булмай.

Сәсәндәр араһында бер-бере­һен таныу, күтәреү, үҙ-ара хөрмәт-ихтирам күрһәтеү, һәр кемдең дәрәжәһен белеү йолаһы ныҡ ҡуйылған була. Ҡобайыр һөйләү башҡарыусынан рух ныҡлығы һәм хис-тойғо сафлығы талап итә. 1910 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу эшендә әүҙем ҡатнашҡан Мөхәмәтша был яҡта бик яҡшы ҡобайырсылар барлығын ишетә һәм һис кисекмәҫтән уларҙы табырға һәм һөйләгәндәрен яҙып алырға була.

Мөхәмәтша Буранғоловтың иҫтәлектәре буйынса, ул башта тура Ғәбит Арғынбаевты эҙләп бара, әммә ул йәш егетте Хәмит сәсән утарына алып килә. Хужа кеше өйҙә булмай сыға – ул мир эштәре менән йөрөй. Fәбит Арғынбаев уны көтөргә ҡуша, “Ҡайнағамдың алдына сыға алмайым, унан уҙып, ҡобайырҙы һөйләй алмам”, – ти. Бер аҙна буйы улар Хәмит сәсәндең ҡайтыуын көтә. Тик кенә ятыу юҡ: Мөхәмәтша һарыҡ һатып алып, ҡорбан салдыра, яңы дуҫтарын һыйлап, яҡындан таныша. Йыр, бейеү, сәсән һүҙе өлгөләрен йыя. Бер аҙҙан “Хәмит судья сәфәрҙән ҡайтты” тигән хәбәр килә. Ниһайәт, Йыһан сәғәтенең тантаналы мәле һуға, сабырлыҡ һәм түҙемһеҙлек менән көтөп алған көн тыуа. Халыҡ ижадын яҙып алыу маҡсатын ҡуйған, халыҡтыҡын халыҡҡа ҡайтарыу юлын Аҡмулланан аманат итеп алған егет эшкә тотона... Был хеҙмәте уның халҡын мең ҡанатлы итәсәк.

 

Халыҡ үҙе белә...

 

...Асыҡ аҡланда өс башҡорт уҙа­маны ултыра. Әлегә улар береһе лә “сәсән” тигән олуғ исемде күтәр­мәй, Уралтау буйында боронғо йыраусы, сәсәндәрҙән ҡалған оло мираҫты ярата, ауыҙ-тел ижады­ның һәр төрлөһөн оҫта итеп баш­ҡара һәм уларҙы көйләп-һөйләп яҙҙыра ала. Мөхәмәтша алдан әҙерләгән ҡағыҙ, дәфтәрҙәрен ҡул осона ҡуя. Бигерәк тә яҙа торған ҡара бөтөп ҡуймаһын, тип борсола. Алдан хаҡын түләп, ауылдағы бер сос кешене ҡара яһаусы тип билдәләй. Уныһы яҡындағы усаҡ алдында ҡором, ерек ағасы орлоғон, абаға тамырын ҡайнатып, бер сөгөн һауыт тултырып ҡара ҡайнатып, һыуытырға кәҫ аҫтына тығып ҡуйған. Ул әле йәнә бер нисә мәртәбә ҡара яһау менән мәж киләсәк, сөнки һүҙ шишмәһе урғыла башлаһа, яҙыулы ҡағыҙҙы елләтеп киптереү – һәммәһенә етешеп тороу мотлаҡ. Көндәр ҡоро тора. Аҙна буйы ҡобайыр әйтелә, аҫыл һүҙҙәр ҡағыҙға төшә...

Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуы һәм әллә күпме йәндең ихлас доғаһы, ынтылышы менән Икенсе Этҡол ауылының Хәмит утары янындағы иркен генә биләндә ошо иҫ киткес ваҡиға була.

Сәсәндәрҙең алмашлап ҡоба­йыр һөйләүен үҙ күҙҙәре менән күргән кешеләр ошондай хәтирәләр ҡалдырған: “Хәмит сәсән һөйләрҙән алда оҙаҡ ҡына итеп ҡурай уйнап алыр ине. Оҙон, талғын көй менән тыңлаусыларҙы ла, үҙен дә ошо ҡобайыр эсенә алып инеп китә. Ә Ғәбит сәсән бер һөйләй башлаһа, туҡтай алмай, көлгән ерҙә көлөп ебәрә, илаған ерҙә илай, хатта ҡайһы саҡ урынында тороп сыҙаш­май, ергә ултыра, йырлап-бейеп тә ала. Әгәр һөйләүенән бүлдер­һәләр, ул киренән дауам итә алмай, ҡобайырҙы яңынан башлай...”

Мөхәмәтша Буранғолов ике сәсән һөйләгәнде ҡағыҙға ғәрәп хәрефтәре менән яҙып алған. Ҡо­ромло ҡараның аҙаҡ ҡойолоп бөт­мәүен ҡайғыртып, уның кипкәнен көтәләр, ҡағыҙҙа яҙыу эҙе ҡалға­нына ышанғас ҡына, эште артабан дауам итәләр. Бына шулай яйлап, аҙнанан ашыу һөйләп яҙҙыра сәсәндәр. Ҡайһылыр ауылдағы байға ялланып, ураҡ урырға йәки бесән сабырға барған кешеләр ҙә уларҙы уратып тыңлап ултыра. Ҡыҙыҡһынып һорашыусылар була: “Ҡобайырҙы яҙып алғас, нимә эшләтәһегеҙ? Нимәгә кәрәк”, – ти­ҙәр. Мөхәмәтша Буранғолов уларға былай ти: “Был сәсәндәр һаҡлаған ҡобайырҙар киләһе быуындарға бик кәрәкле хазина буласаҡ”.

Хәмит сәсән, Fәбит сәсән, Мөхә­мәтша Буранғолов сәсән үҙҙәре ултырып яҙған урынға метр ярымға яҡын оҙонса таш килтереп ҡуя. Яртыһына тиклем ергә күмелгән был таш бөйөк ҡобайырҙы яҙып алыуҙың, уны, ниһайәт, ташҡа баҫыуҙың тарихи күренеш икәнен аңғарта. Ул таш оҙаҡ йылдар буйы шул ерҙә тора. Замандар алмашына, уға бер кем дә ҡағылмай, артыҡ телгә лә алмай, айырыуса яңы түрә-властарға таш тураһында әйтмәйҙәр. Ә халыҡ үҙе белә...

 

Ҡурсыу кәрәк

 

Сәсән ташы янында халыҡ элек­тән аят уҡып китә торған булған, әле лә иҫтәлектәр һөйләрлек ауылдаштары иҫән. Шуларҙың береһе – Икенсе Этҡол ауылы уҙаманы Сөнәғәт Шәрәфетдиновтың хәтирә­ләренән: “Хәмит сәсән бик иркен, демократ рухлы кеше була. Бер кемдән дә ҡурҡмаған. Ырымбурҙан килгән губернатор менән ара­лашҡан, үҙе лә уның янына барып йөрөгән, ил-йорт мәсьәләләрен хәл иткән. Рә­сәй эсендәге хәл-торошҡа ҡағы­лышлы эштәрҙә лә ҡатнашҡан. Наполеонға ҡаршы Ватан һуғы­шына күтәрелгән халыҡ батырҙары хөрмәтенә 1912 йылда Ырымбурҙа ҙур бәйге, милли көрәш ярыштары үткән. Шунда Хәмит Әлмөхәмәтов та баһаман булып бара.

Ҡаҙаҡ көрәшселәре бик уҙына башлағас, мировой судья үҙенең башҡорттарының рухын күтәрер өсөн, үҙе майҙанға сыға һәм еңеүсе була. Уның ошо фиҙакәрлеген күреп, башҡа көрәшселәр ҙә билбауҙарын тотоп көрәшкә сыға. Хәмит Әлмөхәмәтов халыҡ-ара низағ-бәхәстәрҙе лә оҫта сисә алған: ҡарымта-барымта менән бер-береһен ҡаҡшатҡан болғауыр замандарҙа, ул әҙер малға тамшанып, хан заманғы ҡара үсте алырға уртын сәйнәп килгән ҡарымтасыларҙы баҫымһаҡлатып, һыуындырып ҡайтарып ебәреү өсөн аҡыл-хәйлә лә тапҡан. Яман менән еңешеп айҡашҡансы, яҡшы булып, яйлашып ҡалайыҡ, тигән”. Бындай көслө ихтыяр эйәһенең ҡобайыр әйтеүе айырыуса аһәңле һәм фәһемле булғандыр, әлбиттә. Икенсе Этҡол ауылының боронғо ҡобайыр һуҡмағын ауылдың йырсылары, ҡурайсылары бөгөн дә дауам итә.

XIX быуат аҙағында Баймаҡ яғында дини уҡыу үҙәге булған Fабдулла Сәиди мәҙрәсәһенең аһәңе-моңо был төбәктә яңғыраған Ҡөрьән өнөндә һаҡланған. Башҡорт йырҙары тыуған төбәктә аят уҡыу тауышына Көньяҡ Урал буйы башҡорт йыраусыларына хас илаһи моң-вәзен ҡушыла. Имам Рәфҡәт Fатаулла улы Ишбулатов изге Ҡөрьәндән аят уҡый. Уның башҡорт халыҡ йыры бөгөлөштәре-мелизмдары менән көйләп уҡыуы шул тиклем күңелгә яҡын. “Башҡорт сәсәне бына шулай ҡобайыр әйткән, башҡорт имамы бына шулай моңло аят уҡый. Аллаһы Тәғәлә беҙгә ожмахтай ил биргән, телебеҙ ҙә, йырыбыҙ ҙа, доғабыҙ ҙа – Уға тәсбих ул”, – ти ауыл уҙамандары.

Хәмит сәсән Әлмөхәмәтовтың мәңгелек йорто – Икенсе Этҡол зыяратында. Сәсәндең ейәнсәре, мәғариф ветераны Сәлимә Килдейәр ҡыҙы Әлмөхәмәтова ҡартатаһының ҡәбере урынын әйтеп бирә. “Байым ауылы муллаһы Байымов Хәйерғазы ағай 1954 йылда “Хәмит сәсән ҡәбере” тип күрһәтте. Ташҡа соҡолған иҫке яҙыуы ла бар ине, уның янына яңы яҙыулы таш ҡуйҙыҡ”, – ти.

Билдәле ҡурайсылар Зыя һәм Мораҙым Хәлиловтарҙың ярҙамы-юллауы менән элекке сәсән ташы янына яңы киң стела ҡуйыла. Был урын кәртәләп алына, һуҡмағына ҡайраҡ таштар түшәлә.

Был эштәрҙең барыһын да Хә­мит сәсәндең ейәнсәре (Килдейәр исемле улының ҡыҙы) Сәлимә апай Әлмөхәмәтова үҙ аҡсаһына ойоштора. Сәлимә Килдейәр ҡыҙы ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләй, йә­мәғәт эшендә ҡатнаша, ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе була. Ҡартатайымдың исеме юғалмаһын тип, Сәлимә апай ейәненә Хәмит тип исем ҡуша. Сәсәндең тағы ла бер тоҡомо – тыуаһы Искәндәр Хәсәнов “Урал батыр”ҙан өҙөктәрҙе биш йәшендә үк һөйләй башлай, район конкурстарында сәхнәгә сыға.

Икенсе Этҡол – бөрйән ырыуы башҡорттарының боронғо төйәге. Ә мәшһүр ҡомартҡыбыҙ “Урал батыр” – фәнни, сәнғәти, әҙәби, рухи асыштар нигеҙе. Оло милли мираҫ булараҡ, уның яҙып алынған урынын белеү, күркәмләү – халыҡ ижадына һәм яҙмышына ихтирам билдәһе.

Баймаҡ районында арҙаҡлы шәхестәребеҙ, йырҙар, ҡобайырҙар менән бәйле урындар күп. Уларҙы пропагандалау, хуплау, һаҡлау мотлаҡ. Был баймаҡтарҙың ғына эше түгел, республика күләмендә яҡлау һәм даими матди ярҙам, ҡурсыу кәрәк.

 

Сәрүәр СУРИНА,

журналист.

Читайте нас: