Хәйбуллалар менән Ырымбур өлкәһендә йәшәгән милләттәштәр араһында элек-электән ныҡлы бәйләнеш булдырылған. Ике төбәк халҡы үҙ-ара татыу һәм тығыҙ бәйләнештә йәшәй.
Тиҙҙән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы Ырымбур өлкәһенең Сембер ауылына дуҫлыҡ осрашыуына юллана. Маҡсаттары - башҡорттар араһында мәҙәни программа менән айыҡлыҡты пропагандалау, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, уларға башҡорт телендәге баҫмаларҙы бүләк итеү. Ошо айҡанлы районда башҡорт телендәге китап-журналдар йыйыу буйынса акция иғлан ителә. Уға теләге булған һәр кем ҡушылып, эстәлекле баҫма өлгөләрен район китапханаһына тапшыра ала. 25-се март көнө Бәләкәй Арыҫланғолдар тарафынан улар Сембер ауылы халҡына тапшырыласаҡ.
Әгәр ҙә һин дә был акцияға ҡушылғың килһә, рәхим ит, ырымбурҙарға китап бүләк ит!
Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы сайтынан.