Беҙгә халыҡ артисы булһаң да, әсәйеңә һаман бала булаһың бит инде. Сәғиҙулла ла борсолоп та, һөйөнөп тә әсәһе тураһында яҙған.
"Әсәйеңден иҫән-һау булыуына ни етә!
Беренсе короновирустан һағалап ҡала алһаҡ та, икенсеһе әсәйебеҙҙең ишегенә шулай ҙа ҡаты ғына ҡаҡты. Әлхәмдилуллаһ, һуғыш йылдарында үлән ашап үҫкән ҡыҙ сирҙе еңеп сыҡты.
Әсәйебеҙҙе аяҡҡа баҫтырған Сибай дауаханаһы табиптары Вәғиз Заһиҙуллин, Басир Марат улы Ғарипов һәм Иҫке Сибай дауаханаһында хеҙмәт иткән ҡыҙҙар Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы һәм Эльвира Мусинаға оло рәхмәтемде белдерәм.
Ауырымайыҡ, һау сәләмәт булайыҡ туғандар!" – тигән Сәғиҙулла Байегет.
Өҫтәп әйтерлек һүҙ юҡ. Балаларҙың – әсәйе, әсәйҙәрҙең балаһы иҫән-һау ғына булһын!
Фото: C. Байегеттең сәхифәһенән.