Март башында Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторған “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре билдәләнеүе, ошо айҡанлы үткән матур сара тураһында ентекле яҙып сыҡҡайныҡ.
Белеүебеҙсә, уның барышында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең иң юғары наградаһы — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәте әүҙемсеһе Рәбиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” миҙалы тапшырыла. Республикала һәм Рәсәй төбәктәрендә 100-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо награда менән бүләкләнгән. Был юлы тағы 15 еңеүсе иғлан ителде.
Улар араһында Сочи ҡалаһында йәшәп, башҡорт халҡының милли асылын, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлау, сит төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе бер ҡор итеп туплау йәһәтенән ҙур эштәр алып барған арҙаҡлы яҡташыбыҙ Фәниә Хажи ҡыҙы Әхмәтова ла бар ине.
Фәниә Хажи ҡыҙы социаль селтәрҙә үҙен Сочи аэропортында нисек ҡаршылауҙары, уның өсөн ҙур сюрприз әҙерләүҙәре тураһында яҙма менән уртаҡлашты.
“Мин генә түгел, бөтә аэропорт пассажирҙары шундай тантаналы ҡаршы алыуҙы күреп таң ҡалды. Тәүҙә мин берәй ҙур делегацияны ҡаршы алаларҙыр, тип уйлағайным. “Фәниә” тип яҙылған плакатты һәм сәскә тотоп ҡаршыма йүгергән ейәнемде күргәс кенә мине ҡаршылауҙарын аңланым. Шул тиклем ололау өсөн күҙемдән шатлыҡ йәштәре аҡты.
Милли берләшмәбеҙҙең етәксеһе Айсилә Ҡарасуринаға, үҙ өйөндә ҡунаҡҡа йыйған Йәмиғәгә ҙур рәхмәт!
Был – беҙҙең уртаҡ еңеү! Ғаиләмә, ватандаштарым – башҡорттарыма һәм татар дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәтлемен!” – тип яҙҙы Фәниә Әхмәтова.
Фотолар һәм видео Ф.Әхмәтованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.