Бөгөн Бөрйән районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән "Ижади майҙан" күсмә комплекслы сараһы булды. Ул Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан уҙғарылды.
Сара барышындағы семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре комплексы мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы асҡан мөмкинлектәрҙе, урындағы һәләттәрҙе табыу, үҫтереү юлдарын күрһәтәсәк, мәҙәни һәм рухи мираҫ хазиналарын үҫештә файҙаланырға ярҙам итәсәк. Беренсе семинарҙы нәҡ Бөрйәндә — Көньяҡ Уралдың "йөрәгендә", Шүлгәнташ мәмерйәһе, тауҙар төйәгендә, Урал батыр хаҡында халыҡ хәтере һаҡланған яҡта — үткәреү ҙур мәғәнәгә эйә.
– "Маҡсатлы аудиторияға башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ ҡиммәттәрен нисек еткерергә?" – был тематик йыл саралары планын төҙөгәндә төп һорау булды. Ун йүнәлештең һәр ҡайһыһы башҡорт халҡының бай этномәҙәниәтенән айырым өлөштө алып тора. Быуаттар мираҫы музей экспонаты түгел, ул заманға ҡулайлашып, мәҙәниәттә, мәғарифта, фәндә яңы үрҙәргә нигеҙ булырға тейеш. Бөрйәндәге семинар район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн йүнәлтелде – нәҡ улар ошо өлкәлә халыҡ менән туранан-тура эшләй. Бындай семинарҙарҙы йыл дауамында үткәрәсәкбеҙ һәм унан һуң да дауам итербеҙ тип ышанам.
Башҡорт теле, Башҡорт тарихы йылдары кеүек үк, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы ла рухыбыҙҙы нығытыуға тос өлөш индерер. Был йәһәттән үҙ эшен яратып, фиҙакәрлек менән башҡарған район, ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәренә таянабыҙ – әлеге семинар тап улар өсөн, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.
— Был сара бушҡа ғына Бөрйәндә үткәрелмәйҙер: бар донъяға билдәле булған "Урал батыр" эпосы, иҫәпләүҙәр буйынса, тап беҙҙең ерҙә тыуған һәм һаҡланып ҡалған. Унан тыш, һәр ташыбыҙ, һыуыбыҙ һ.б. эпостарға, риүәйәттәргә, легендаларға бай. Бөгөн райондаштарыбыҙ менән халҡыбыҙҙың милли мираҫын һаҡлап ҡалырға тырышып йәшәйбеҙ. Демографик яҡтан ҡарағанда ла, Бөрйән республикабыҙҙа табиғи үҫеш яғынан милләтебеҙ һанын һаҡлаған райондарҙың береһе булып тора. Милли составҡа иғтибар итһәк, башҡорттар 98,5 процент тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта башҡа милләт вәкилдәре лә башҡортса яҡшы һөйләшә. Был — милләт-ара дуҫлыҡтың бер күрһәткесе, — тине сығышында район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов.
"Ижади майҙан" семинарҙар циклының төп маҡсаты - райондарҙың мәҙәниәт, мәғариф эшмәкәрҙәренә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында билдәләнгән төп сәнғәт йүнәлештәре буйынса профессионалдар менән осрашып тәжрибә тупларға ярҙам итеү. Ошо йәһәттән сара Урал аръяғы райондарынан йыйылған һөнәр эйәләре өсөн бик файҙалы булды. Мәҫәлән, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында инде алтынсы йыл "Күпер ТВ" мәктәп балалар телестудияһы эшләй. Был өлкәне яратҡан йәш быуынға һөнәр үҙенсәлектәрен урындағы 2-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Рәсембәтова өйрәтә. Балалар заман технологиялары ярҙамында видеосюжеттар, телетапшырыуҙар эшләй. "Быйыл ғына ике тиҫтә видеосюжет әҙерләнде, һәм, әлбиттә, артабан үҫешергә теләйбеҙ. Ә бының өсөн тап ошондай семинарҙар, профессионалдар менән аралашыу кәрәк. Иҫтәлекле даталарға, байрам сараларына, акцияларға, тематик шәмбеләргә бәйле яңылыҡтар сюжеттары менән бер рәттән, ҡыҫҡа метражлы фильмдар ҙа төшөрөргә йыйынабыҙ. Тәжрибәле операторҙарҙың кәңәштәре лә беҙгә мәктәп телестудияһы кимәлен күтәрергә, һис шикһеҙ, ярҙам итәсәк", - тине Айгөл Рәшит ҡыҙы.
Майҙансыҡтарҙың береһе сценарий яҙыу һәм режиссерлыҡ оҫталығына, кинола оператор сәнғәтенә бағышланды. Модератор - кинорежиссер, Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева. Былтыр, мәҫәлән, "Ер һүҙе" проекты ярҙамында, Баймаҡ телевидениеһы студияһы "Йондоҙҙарҙы оҙаттым" тип аталған ҡыҫҡа метражлы фильм төшөргән, хәҙер иһә улар ошо йүнәлештә артабан үҫешергә теләй. "Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы өлгәшелгәнде нығытып, алға аҙым яһарға мөмкинлек бирер тип ышанам. Былтырғы фильм тәүге тәжрибәбеҙ булһа, артабан үҫешәсәкбеҙ. "Ижади майҙан" кеүек семинарҙар майҙансығында Зөһрә Бураҡаева һымаҡ киң танылған оҫталар менән туранан-тура аралашыу мөмкинлеге тыуыуы бигерәк тә ҡыуаныслы", - тине "Баймаҡ-ТВ" телестудияһы директоры Зөлфиә Сафина.
Башҡа майҙансыҡтарҙа ла үҙ һөнәре оҫталары райондарҙағы мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, үҫеп килгән быуын менән, ҙур тәжрибәһенә таянып, төплө һәм ихлас эш алып барҙы. "Ижади майҙан" тәүге һынауҙы уңышлы үтте, ул артабан да дауам итәсәк.
(Тулы мәғлүмәт менән гәзитебеҙҙең киләһе һандарында танышырһығыҙ).
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.