Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
17 Март 2022, 09:00

Идиә инәй барыһын да бейетә...

90 йәшлек мандолинасы “Хәтирә” фольклор ансамблендә ҙур теләк менән ҡатнаша, балаларҙы мандолинала, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтә.

Идиә инәй барыһын да бейетә...
Идиә инәй барыһын да бейетә...

Был һүрәттә һеҙ 90 йәшлек мандолинасы, “Хәтирә” фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы Идиә Абдулла ҡыҙы Вәлиеваны күрәһегеҙ. Тыл һәм хеҙмәт ветеранын күркәм юбилейы менән ҡотларға Әрмет ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Тәнзилә Шаһиева, ветерандар советы рәйесе Йәмилә Ғөбәйҙуллина  килде.

Идиә инәй Ишембай районының Үрге Әрмет ауылында Фатима һәм Абдулла Ғәбитовтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Үҫмерлек осоро һуғыш осоронда үтә. Бер туған апаһы Рабиға 1941 йылда үҙе теләп һуғышҡа китә, зенитчица булып хеҙмәт итә. 1943 йылда хәрби аэродромды фашистарҙан һаҡлағанда батырҙарса һәләк була.  Идиә бәләкәй сағынан артелдә ҡап һуға, колхозда сөгөлдөр үҫтерә, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыға.

Әрмет егете Йәғәфәр менән тормош ҡороп, алты бала үҫтерәләр. Байтаҡ һынауҙарҙы үтергә, ҡайғы-хәсрәт кисерергә тура килә инәйгә. Матур итеп донъя көтөп ятҡанда 55 йәшлек ирен, бер-бер артлы ике улын һәм ҡыҙын юғалта. Шулай ҙа инәй ауырлыҡтарға бирешмәҫкә тырыша, әле ҡыҙы Минзилә һәм кейәүе Евгений тәрбиәһендә йәшәй.

Уның тормош һөйөүсәнлегенә көнләшерлек! Ихлас күңелле, алсаҡ Идиә Абдулла ҡыҙы мәҙәниәт йортонда эшләгән “Хәтирә” фольклор ансамблендә ҙур теләк менән ҡатнаша, балаларҙы мандолинала, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтә. Барыһын да дәртле көйгә бейетә Идиә инәйебеҙ. Уға бәхетле ҡартлыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ.

Фото:VK.com

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: