Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
18 Март 2022, 08:50

Алһыу апайҙың алтын ҡулдары матурлыҡ тыуҙыра

Һеҙҙе Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡорама ҡорау оҫтаһы Алһыу Солтангәрәева менән таныштырабыҙ. 

Алһыу апайҙың алтын ҡулдары матурлыҡ тыуҙыра
Алһыу апайҙың алтын ҡулдары матурлыҡ тыуҙыра

Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Алһыу Солтангәрәеваны бөгөн тирә-йүндә ҡорама ҡорау оҫтаһы, маһир тегенсе тип беләләр.

Алһыу Кәбир ҡыҙы Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылында тыуып үҫә. Күрше Беренсе Этҡол урта мәктәбен тамамлағас, Баймаҡ ҡалаһында тегенсе һөнәрен үҙләштерә, әммә был һөнәре буйынса оҙаҡ эшләргә насип булмай Алһыу апайға.

Ҡул эштәренә маһирлыҡ – уға әсәһенән бирелгән һәләт. “Әсәйем бәйләү, тегеү, сигеү оҫтаһы булды. Беҙ бала саҡта ырғаҡ менән шапкалар бәйләп кейҙерә торғайны. Ул ваҡытта пряжа тигән нәмә юҡ, һарыҡ йөнөн иләп, йыуып, шунан матур итеп ҡолаҡсынлы башлыҡтар бәйләй ҙә, төҫлө буяуға манып, киптерергә элеп ҡуя торғайны. Ырғаҡты ағастан яһап ала ине”, - тип ҡәҙерле кешеһенә бәйле матур хәтирәләре менән дә уртаҡлашты Алһыу апай.

Ә инде үҙенә килгәндә, тегеү эшенә хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына яңынан тотона. Уның оҫта ҡулдары тыуҙырған буй юрғандар, ултырғыс япмалары – күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу һәм матур. “Биҙәктәрҙе интернеттан да өйрәнәм, үҙем дә уйлап сығарам. Ҡорама ҡорауға тотонһам, йоҡлап киткәнсе күҙ алдымдан төрлө биҙәктәр китмәй. Был шөғөлөм шул тиклем оҡшай, күңелемә ял, рәхәтлек бирә”, - ти Алһыу Кәбир ҡыҙы.

Баймаҡ оҫтабикәһе юрған-япмаларҙан тыш, атлас таҫмалар менән биҙәп, декоратив мендәрҙәр ҙә эшләй. Ейәне Ильясҡа сынъяһау итеп башҡорт милли кейеме тегеп кейҙергән егәрле өләсәй.

Быйыл Алһыу Солтангәрәева Баймаҡ районында ойошторолған ҡорамасылар бәйгеһендә ҡатнашып, беренсе урын яулаған. “Был еңеүемә ныҡ шатландым, ул миңә дәрт-дарман өҫтәп, күңелемде үҫтереп ебәргәндәй булды”, - ти Алһыу апай.

Төрлө төҫтәге туҡыма киҫәктәрен ялғап, үҙенсәлекле матурлыҡ, сәнғәт өлгөһө тыуҙырған Алһыу Кәбир ҡыҙына халҡыбыҙҙың матур шөғөлөн артабан да үҫтереп, ҡулынан һөйөнөп, һәр ваҡыт шулай тормошто йәмләп йәшәүен теләйбеҙ.

Фотолар Алһыу Солтангәрәеваның шәхси архивынан.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: