Мәҙәниәт һәм рухи мираҫ йылы уңайынан Баймаҡ районы ҡатын-ҡыҙҙар советы онотолоп барған кәсептәрҙе тергеҙеү, милли ҡомартҡыларҙы һаҡлау йәһәтенән районда бик матур эстафета иғлан итте. Уның сиктәрендә Йомаш ауылында урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы "Быуындарҙы ялғай балаҫ ебе" тип аталған йөкмәткеле ғәмәли конференция үткәрҙе.
Баймаҡ районынан һәм Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан килгән балаҫ һуғыу, башҡа ҡул эштәре оҫталары менән оҫталыҡ дәрестәре, сағыу күргәҙмә ойошторолдо. Баймаҡ районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлшат Байдәүләтова сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләп, был сараның тәрбиәүи сара ла булыуын, сөнки шәхестең милли мәҙәниәт аша тәрбиәләнеүен билдәләне, конференцияның эшендә уңыштар теләне.
Тарих уҡытыусыһы Рәсүл Тимербулатов, Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгенең "Хазина" ҡул эштәре клубы етәксеһе Рәзинә Ҡотлоғужина, мәктәптә балаҫ һуғырға өйрәтеүсе Сәриә Аҡбулатова, Йылайыр районынан Миләүшә Моратова, Алғаҙы, Бөрйән-Йылға, Аҡморон ауылдарынан килгән оҫталар тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Тәрбиәүи сара ағинәйҙәр ҡоро, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторолдо. Уртаҡ изге эш йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур йоғонто яһаясаҡ. Сөнки ҡулы оҫтаның бер ваҡытта ла кеҫәһе таҡыр булмай. Бигерәк тә ауыл ерендә бындай һөнәрлеләрҙең баһаһы үтә лә юғары. Ғаиләһе менән шөғөлләнгәндәрҙең иһә балалары ла эш белеп, хеҙмәт тәмен тойоп үҫә.
Йомашта йәшәүсе күп балалы, йәш ҡатындарҙы саҡырып, уларға эшһеҙлектән сығыу юлдары барлығын күрһәтеү, үҙ-ара аралаштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу бурыс итеп ҡуйылғайны. Бындай фәһемле саралар тормош һаҙлығына батмай, һәр сетерекле осраҡта ла сығыу юлдарын табып булыуын күрһәтә, юғалмаҫҡа өндәй.
Шулай итеп Йомаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы, бик матур сара үткәреп, эстафетаны Аҡморон ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советына тапшырҙы.
Фото һәм сығанаҡ: Баймаҡ районының ҡатын-ҡыҙҙар советы сайтынан.