Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
23 Март 2022, 09:49

Башҡорт тарихы Булған илдең батыр улдары!..

Түбәләҫтәрҙең 1773–1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡаны.

1773–1775 йылғы Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында Түбәләҫ улысына ҡараған Башҡорт Илсекәйе, Ҡарағол, Мөрсәлим, Тирмән, Урмансы, Яңы Сүрәкәй ауылдарынан да әүҙем ҡатнашҡандар.

1773 – 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында башҡорттар – иң күпләп ҡатнашҡан халыҡ. Е.И. Пугачев исеме менән йөрөтөлгән, рус казактары күтәргән ихтилалда юлбашсыларҙың яртыһы башҡорттар булған: ике фельдмаршалдың береһе – башҡорт, ике генералдың береһе – башҡорт, полковниктарҙың да яртыһы беҙҙең милләт вәкилдәренән торған. Ошо Пугачев ғәскәре полковниктарының береһе Собханғол Килтәков була.

Собханғол Килтәков (1720 – 1774 йылдар) – хәҙерге Салауат райо­нының Яңы Сүрәкәй ауылы башҡорто. “Салауат Юлаев” энциклопедияһында уға “1773 – 1775 йылғы Пугачев ихтилалында ҡатнашҡан полковник” тигән аңлатма бирелә. 1765 йылдан Себер юлының Түбәләҫ улысы старшинаһы вазифаһын башҡарған. 1773 йылда Собханғол Килтәков командаһының Түбәләҫ улысында 91 йорт булған, ә 1795 йылда улыстың алты ауылында 102 йорт булып, ни бары 11 йортҡа артҡан. Бындай хәл-торош ихтилалды баҫтырыуҙың ауыр эҙемтәһе булыуы асыҡ аңлашыла.

1755 йылда Красильников һәм Рычков тарафынан төҙөлгән картала Түбәләҫ улысынан түбәндәге ауылдар күрһәтелгән – Мишәр, Башҡорт Илсекәйе – Биктуған исеме менән, Урмансы – хәҙерге урынында Тайшан исеме менән, Ҡалмаҡол һәм Ҡарағол ауылдары. Ни өсөндөр Тирмән менән Яңы Сүрәкәй ауылдары юҡ. Ошо картала Ҡараһаҡал ихтилалы ваҡытында (1740 йылда) яндырылған Васҡын ауылының күрһәтелеүе Түбәләҫ ырыуы ауылдарына нигеҙ һалыныуҙың күпкә алдараҡ булыуын иҫбатлай.

Собханғолдоң атаһы Килтәк тә – шулай уҡ Түбәләҫ улысы старшинаһы. Ул 1704 – 1711 йылдарҙағы Алдар тархан Иҫәкәев етәкселегендәге башҡорт ихтилалында Себер юлында баш күтәреүселәрҙең юлбашсы­ларының береһе булған.

Ҡулға алынған пугачевсыларҙың протоколдарҙағы күрһәтмәләре буйынса, старшина Собханғол Килтәков һорау алыуҙа “мине 1774 йылдың ғинуарында ихтилалға Салауат Юлаев йәлеп итте” тип белдерә. Ысынында, ул баш күтәреүселәр рәтенә иртәрәк ылыға. Собханғол Килтәков 1773 йылдың декабрь урталарында улыстың батыр йөрәкле 25 башҡорт егете менән И.С. Кузнецов отрядына ҡушыла. Златоуст, Һатҡы заводтарында урындағы үҙидара органдарын ойоштороуҙа, Бердский баш күтәреү үҙәгенә пушка, ҡорал, һуғыш кәрәк-ярағы, аҡса оҙатыуҙа ҡатнаша. 22 декабрҙә отряды менән Һатҡы заводына килә. Уларҙы бөтә завод эш­селәре һәм крәҫтиәндәр ҡаршы­лыҡһыҙ ҡабул итә.

Собханғол завод контораһынан 10 мең һум аҡса конфискациялауҙа,  12 пушка, 250 мылтыҡ, яҡынса биш бот дарыны ҡулға төшөрөп, уларҙы Ырымбур ҡалаһы янындағы баш күтәреүселәрҙең төп ғәскәренә ебәреүҙә ҡатнаша, заводтың яңы етәкселеген ойоштороу шаһиты була. Һуңынан, моғайын, И.С. Кузнецовтың ҡушыуы буйынсалыр, баш күтә­реүселәр сафына яңы көстәр мобилизациялау маҡсатында үҙенең улысына ҡайта. Салауат Юлаев Түбәләҫ улысына килгәс, Собханғол икеләнеүһеҙ уға ҡушыла һәм уның тоғро ярҙамсыһы булып китә.

1774 йылдың ғинуар башында 50 яугире менән Салауат ғәскәре сафында Красноуфимскиҙы, 23 – 24 ғинуарҙа Көнгөр ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнаша. Был һуғыштарҙа Собханғол Килтәков менән Әйле улысының поход старшинаһы Сура Рәсүлев Себер юлында йәшәгән 800 башҡорт, татар, мишәр, сыуаш, мариҙарҙан торған отрядта командирлыҡ вазифаларын башҡарған. Көнгөр ҡәлғәһен ҡамау һәм һөжүм ваҡытында ҡаты яра­лан­ған Салауат, тыуған ауылына дауа­ланырға ҡайтып киткәндә, отрядына етәкселек итеү бурысын Собханғол Килтәков менән Сура Рәсүлевкә йөкмәтә.

Февраль башында, Сура Рәсүлев етәкселегендәге башҡорт атлылары Сабир ауылына табан сигенгән саҡта, атаман М.Е. Мальцев ҡушыуы буйынса, атаман И.Н. Зарубиндың секретары И.И. Суконников Собханғол Килтәковты ҡулға ала һәм Соҡсон заводындағы ҡарауыл ҡарамағына тапшыра. 4 февралдә Көнгөрҙән килгән хәрби команда уны әсирлеккә ала. Ошо уҡ көндә Пермь провинция канцелярияһында Собханғол Кил­тәковтан һорау алалар. Шунан генерал-аншеф А.И. Бибиков ҡушыуы буйынса Көнгөрҙә аҫып үлтерәләр.

1775 йылдың 25 февралендә Йәшерен экспедицияның Мәскәү бүлексәһендә һәм 5 майҙа Өфө провинция канцелярияһында Салауат Юлаевтан һорау алғанда, ул, хоҡуҡи хәлен бер аҙ еңеләйтеү маҡсатында, “1774 йылда Красноуфимск ваҡиға­ларына мине Собханғол Килтәков ылыҡтырҙы’’, – тип үҙенән яуаплы­лыҡты ситләштерергә тырышып ҡара­ған. Килтәковҡа полковник дәрәжәһен дә Себер юлында отряд туплаған И.Н. Грязнов бирҙе, тип белдергән. И.М. Гвоздикова тарихи сығанаҡтарға таянып яҙған китабында (“С. Юлаев. Документаль сығанаҡтарҙы өйрәнеү”. Өфө, Китап, 2004) Собханғол Килтәковты көслө ихтыярлы, һынмаҫ рухлы тип таный. Был китапта уның тыуған йылы 1720 тип яҙыла, ә архив материалдарынан Собханғолдоң 1723 йылда тыуыуы билдәле булды. Ул һорау алыу ваҡытында, хәлен еңеләйтеү маҡсатында, йәшен олоғайтып күрһәткәндер, моғайын.

Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа, Собхан­ғол Килтәков 1774 йылдың май-июнь айында Йүрүҙән, Ҡатау-Тамаҡ, Оло Ҡатау эргәһендә барған һуғыштарҙа ҡатнашҡан, тип яҙыла. Бының булыуы мөмкин түгел, сөнки Собханғол ошо йылдың февралендә аҫып үлтерелгән була. Был заводтар янындағы алыш­тарҙа Түбәләҫ улысы башҡорттары Илсекәй Биктуғанов етәкселегендә Юлай Аҙналиндың отряды составында ҡатнаша.

Илсекәй Биктуғанов (1729 – 1812) 1773 – 1775 йылғы ихтилалда ҡатнашҡан. Себер юлы Түбәләҫ улысының Иштуған ауылы (тәүге исеме Мишәр) башҡорто (Иштуған Мишәров 1760 – 1762 йылдарҙа Шайтан-Көҙәй улысы старшинаһы вази­фаһын башҡарған). Илсекәй ошо уҡ улыстың Биктуған (хәҙерге Башҡорт Илсекәйе) ауылында йәшәгән. Уны Өфө воеводаһы Борисов Түбәләҫ улысы старшинаһы итеп тәғәйенләй.

Илсекәй Биктуғанов, 1771 – 1772 йылдарҙағы Польша походында ҡатнашып, сотник дәрәжәһе ала, уның туғаны Монас Биктуғановҡа – есаул, аталарының ҡустыһы Тәҡи Мишә­ровҡа хорунжий дәрәжәһе бирелә. Улар өсөһө лә – Биктуған (хәҙерге Башҡорт Илсекәйе) ауылынан. Ошо походта Түбәләҫ улысынан 17 кеше­нең ҡатнашыуы билдәле.

Илсекәй Биктуғановтың команда­һы, Юлай Аҙналиндың ҡушыуы буйынса, 1762 йылда Твердышев менән Мясников тарафынан нигеҙ һалынған Йүрүҙән заводын яндыра. Янды­рылған завод өс йылдан һуң ғына тергеҙелә.

Крәҫтиәндәр һуғышы исеме менән билдәле 1773 – 1775 йылдарҙағы ихтилалда Салауат Юлаев етәкселе­гендә Илсекәй ауылынан – Ғәбдеш Тәҡиев, Аҡһары Йосопов, Тимәт Иш­туғанов, Ҡалмаҡ Көҫәпәев, Наҙарғол Балтасов, Сәфәр Смаҡов, Күсәш Мишәров, Монас Биктуғанов; Урмансы ауылынан – Мырҙаш Урманшин, Бикҡол Тәүешев; Сүрәкәй ауылынан – Ҡалмағол Килтәков, Арыҫлан Собханғолов; Ҡарағол ауылынан Ишембәт Иҫәкәевтең ҡатнашыуы билдәле.

Илсекәй Биктуғанов исеме менән Башҡорт Илсекәйе һәм Рус Илсекәйе ауылдары аталған. Башҡорт Илсекә­йендә мәктәп, мәҙәниәт йорто, медпункт батырҙың исемен йөрөтә. 2012 йылда – Тарих йылында мәктәп алдында Илсекәй Биктуғановтың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Себер юлының Түбәләҫ улысы старшинаһы, 1773 – 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан Пугачев ғәскәренең полковнигы, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың арҡаҙашы Собханғол Килтәковтың исеме лә онотолорға тейеш түгел. Данлы старшина хаҡында яҡты хәтерҙе мәңгеләштереү маҡсатында Мөрсәлим ауылында төҙөлгән яңы биҫтә урамдарының береһенә уның исеме бирелһә һәм Мөрсәлимдең мәҙәниәт йорто алдында уға һәйкәл ҡуйылһа, бик мәслихәт булыр ине.

 

Рифат МИРХӘЙҘӘРОВ.

 

Салауат районы,

Башҡорт Илсекәйе ауылы.

Читайте нас: