Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
24 Март 2022, 12:30

Ут күршеләр кейеҙ баҫырға өйрәнде

“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы Ырымбур өлкәһенең Сембер ауылында дуҫлыҡ осрашыуы уҙғарҙы.

Ут күршеләр кейеҙ баҫырға өйрәнде
Ут күршеләр кейеҙ баҫырға өйрәнде

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Хәйбулла районының “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы Ырымбур өлкәһенең Сембер ауылына дуҫлыҡ осрашыуына юлланды. Маҡсаттары - мәҙәни программа аша айыҡлыҡты пропагандалау, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, милләттәштәргә башҡорт телендәге баҫмаларҙы бүләк итеү. Был хаҡта Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте белгесе Фәнилә Бәширова хәбәр итә.

"Ут күршеләребеҙ араһында айыҡлыҡты пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйған сараға башҡорт рухына, моңона һыуһаған ҡәрҙәштәребеҙ йыйылды. Һәүәҫкәр артистарҙың бай концерт программаһынан тыш, Бәләкәй Арыҫланғол кешеләре халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ҡул эштәренән торған сағыу күргәҙмә ойошторҙо. Сембер ауылы халҡы ҙур ихласлыҡ менән кейеҙ баҫырға өйрәнде, хисләнеп башҡорт йырҙарын тыңланы, дәртле бейеүҙәргә тыпырҙаны. Милли рух көслө Семберҙәрҙә. Күтәренке кәйеф хөкөм һөрҙө залда — һәр кемдең йөҙөндә шатлыҡлы нур балҡый ине. Милләттәштәребеҙҙең рухи ҡаҙнаһын тулыландырырып, хәйриә акцияһы буйынса тупланған китаптарҙы ла бүләк итте вәзәмдәр.

...Һәр осрашыу күңелдә тәрән эҙ ҡалдыра. Ырымбур өлкәһенә сәфәр мәлендә милләттәштәребеҙҙең йәш быуынға башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәтергә тырышыуы, йыр-моңобоҙҙан, йолаларыбыҙҙан ситләшмәүе, матур һәм етеш донъя көтөүе өмөт сатҡыһы һалды. Таяу булырҙай ир-уҙамандар булғанда заман елдәренә бирешмәҫлек көс-ҡеүәт табыр ырымбурҙар, тигән уй күңелде йылыта. Алыҫ араларҙы яҡынайтыусы рухи ептәр генә өҙөлмәһен", - ти ул.

Дәртле һәм сәмле вәзәмдәрҙең был изге сәфәре ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең рухи күңелен күтәрҙе, йөрәктәрен дәртләндерҙе һәм үҙҙәренең башҡорт булыуҙарына йәнә бер ғорурлыҡ өҫтәне.

Фото: Фәнилә Бәширова.

Ут күршеләр кейеҙ баҫырға өйрәнде
Ут күршеләр кейеҙ баҫырға өйрәнде
Ут күршеләр кейеҙ баҫырға өйрәнде
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: