Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
25 Март 2022, 16:34

Көсләп асылған күҙҙең нуры юҡ йәки Башҡорт әҙәбиәтен ниндәй киләсәк көтә?

Булат Тимерғәлиев
Фото:Булат Тимерғәлиев

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән Бөрйән районында үткән “Ижади майҙан” күсмә комплекслы сараһында бер нисә майҙансыҡта мәҙәниәткә һәм сәнғәткә ҡағылышлы фекер алышыу ойошторолдо. Әлбиттә, башҡорт әҙәбиәтенең бөгөнгөһө һәм киләсәге сарала күтәрелгән төп темаларҙың береһе ине.

 

Рух, тел, иман...

 

– Эйе, милләтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, уны үҫтереү – бөгөнгө осрашыуҙың төп маҡсаты. Әммә был еңел бурыс түгел. Һәр милләт нигеҙе – рух, тел, иман. Ошо өсәүгә таянғанда халҡыбыҙ замана дауылдарына бирешмәйенсә артабан да йәшәйәсәк, – тип билдә­ләне сығышында Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов.

Бөрйән еренең риүәйәттәргә, эпостарға, легендаларға ифрат бай төбәк икәне һәр башҡортҡа мәғлүм. Демографик йәһәттән дә ул – республикабыҙҙа милләт һанының тәбиғи үҫешен һаҡлаған райондарҙың береһе. Халыҡ иҫәбен алыуҙың һуңғы мәғлүмәт­тәренә ярашлы, был районда башҡорттар  милли составтың 98,5 процентын тәшкил итә. Район башлығы хәбәр итеүенсә, башҡа милләт вәкилдәре лә бында саф башҡортса аралаша – был, һис шикһеҙ, райондағы  халыҡ-ара татыулыҡтың күрһәткесе.

Ысынлап та, бөгөн әҙәбиә­те­беҙҙе лә Бөрйән районы вәкил­дә­ренән башҡа күҙ алдына килтереүе ауыр. Ҡәләмдәштәребеҙ араһында бейек тауҙар ҡуйынына һырынып ултырған бәләкәй генә ауылдарҙа тыуып, ябай халыҡтың тын алышын ишетеп, ул кисергәнде үҙ йөрәге аша үткәреп үҫкән шәхестәр бихисап. Мәҫәлән, был төбәк Самат Ғәбиҙуллин, Мөхтәр Сәғитов, Әхмәт Сөләймәнов, Таңһылыу Ҡара­мышева, Инсур Йәһүҙин, Сәрүәр Ғәләүетдинов, Мөнир Ишбулатов, Зөфәр Толомғужин, Тәнзилә Дәү­ләтбирҙина, Айһылыу Ғарифул­лина, Иршат Теләүембәтов, Сөләймән Латипов, Рәсүл Сәғитов, Зәйтүнә Шәрипова, Миләүшә Ҡаһарманова, Мөнир Фәйзуллин, Флүр Ғазин һәм башҡа бихисап  әҙиптәре һәм ғалимдары менән дан тота. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай менән Хәсән Назар ҙа ҡасандыр тап ошонда бил нығытҡан.

Милли әҙәбиәттең бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашырға Урал аръяғы райондарының яҙыусылары, китапханасылары, башҡорт теле уҡытыусылары, әҙәби түңәрәк ағзалары, ғөмүмән, битараф булмаған һәр кем килгәйне. Аралашыуҙың төп темаһы “Интернет майҙансыҡтары – урындағы авторҙарҙың ижадын танытыу сараһы” тип аталһа ла, семинарҙа ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған бихисап һорау менән сығыш яһарға һәм уларға яуап табырға тырышты.

 

Төп яуаплылыҡ – ғаиләлә

 

“Һүҙ сәнғәтенә хеҙмәт ниндәйҙер исем йә награда менән генә билдәләнмәй. Бында иң тәүҙә фиҙакәрлек шарт. Мәҫәлән, ҡасандыр Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Марат ағай Муллағолов бөгөн ошонда ултырған байтаҡ шағир һәм яҙыусыға ҡанат ҡуйған, әммә иң мөһиме, үҙ халҡын һәм телен тәрән ихтирам иткән киләсәк быуын тәрбиәләгән. Ысынлап та, туған телгә, мәҙәниәткә, илгә һөйөүҙе балала иң тәүҙә атай менән әсәй һәм, әлбиттә, уҡытыусы үҫтерә”, – тине Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев. Уның фекеренсә, бөгөн әҙәбиәткә килгән йәштәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Был күренеш, әлбиттә, хәүеф уятмай ҡалмай. Матбуғат биттәрендә генә түгел, хатта интернет селтәрендә сығыш яһаусыларҙың төп өлөшөн хәҙер өлкән быуын ҡәләм тирбәтеүселәр тәшкил итә. Бының сәбәбе ниҙә? Сығыш яһаусы билдәләүенсә, төп сәбәп таланттарыбыҙға иғтибар етешмәүендә – шуға ла был эште мәктәп йәшенән эҙмә-эҙлекле алып барыу зарур. Ҡасандыр  бөгөнгө әҙиптәр “Йәншишмә”, “Аманат”,  “Шоңҡар” кеүек республика баҫма­ларында үҙҙәренең яҙмаларын күреп үҫкәндәр, дәртләнгәндәр, тәнҡит ишеткәндәр, тимәк, бөгөн дә был йәһәттән әүҙемләшергә кәрәк.

Радиожурналист һәм яҙыусы Рәсүл Сәғитов халыҡ ижады өлгөләренә йыш мөрәжәғәт итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, китап сығарыуҙа үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты. “Бөгөн туған телебеҙ ифрат бай, уның һәр бер төбәккә генә хас һөйләше бар. Мәҫәлән, бөрйәндәрҙеке үҙенең һутлылығы менән айырылып тора. Ошо рухи байлығыбыҙҙы юғалтмаҫҡа кәрәк. Әҙәбиәт бит йөкмәтке генә түгел, ә телебеҙҙе үҫтереүҙең дә бер юлы. Шуға ла китап уҡығанда беҙ уның эстәлеге менән генә танышып ҡалмайбыҙ – уны яҙыусы ла, уны уҡыусы ла телгә яҡыная, рухи йәһәттән байыға”, – тине ул. Шағир һәм яҙыусы Сәрүәр Ғәләүетдинов Бөрйән районы әҙәби берекмә­һенең эшмәкәрлеге менән таныш­тырҙы, башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны. Был йәһәттән төбәк ижадсыларының уңыштары ла, киләсәккә маҡсаттары ла бихисап.

 

“Тупланығыҙ, эшләгеҙ”

 

Танылған шағирә Айһылыу Ғарифуллина әҙәбиәттең киләсәге өсөн ошо осрашыуға килгәндәрҙең барыһының да бер төптән тырышыуы зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Мәктәптең йә редакцияның эше тип кенә ҡарау дөрөҫ түгел. Балала саҡ ҡына орлоҡ күрәһегеҙ икән, шуны үҫтерергә тырышығыҙ. Бөгөн телебеҙгә хәүеф янай – мин быны тулы ышаныс менән раҫлай алам. Ата-әсәһе саф башҡортса һөйләшкән ғаиләләрҙә лә балалар русса һөйләшеп, русса фекерләп үҫә. Был – телевидениеның һәм интернеттың йоғонтоһо. Ошо хәл, әлбиттә, әҙәбиәттең киләсәгенә лә йоғонто яһамай ҡалмаясаҡ”,  – тип әсенде шағирә. Ул, шулай уҡ мәға­риф мәсьәләләрен дә билдәләп үтте. Бөгөн үҙ эшен күрһәтеү маҡса­тында уҡытыусылар уҡыусыларын  төрлө сараларҙа ҡатнаштырырға ынтыла, әммә араларында бармаҡ менән генә һанарлыҡтарының әҙәбиәткә ынтылышы һиҙелә. Әҙибә әйтеүенсә, тиҫтәләгән бала араһында бер бөртөк “алтын”ды таба алыу ысын остазды билдәләй ҙә инде. “Берәй төрлө ижади конкурсты баһалағанда,  быны бала үҙе яҙғанмы, әллә уҡытыусы уның өсөн ижад иткәнме икәнен хәҙер шунда уҡ белеп торам. Көсләп асылған күҙҙең нуры юҡ тигәндәй, ундайҙарҙан әҙәбиәтебеҙҙең киләсәгенә бер файҙа ла булмаясаҡ. Ун баланы йонсотоу урынына, бер талантлы уҡыусыны табып, шуны үҫтереү күпкә яҡшыраҡ”, – тип һүҙен йомғаҡланы ул.

Бөгөн ҡәләм тирбәтеүсе һәр кемгә үҙ ижадын халыҡ иғтибарына сығарыу өсөн мөмкинлек етәһе. Мәҫәлән, шул уҡ интернет селтәре лә бындай майҙансыҡтар менән тулы, бик булмаһа һәр автор үҙ сәхифәһе аша ижад өлгөләрен тәҡдим итә ала. Әммә, семинарҙа ҡатнашыусылар фекеренсә, бының да үҙ хәүефе бар. Ҡулына ҡәләм алып яҙа башлаған һәр кем әҙип булмаған кеүек, интернет селтәре­нә шиғыр, йә хикәйә ҡуйған һәр кем шағир, яҙыусы түгел икәнен төшөнөргә кәрәк. Быны бигерәк тә авторҙарҙың үҙҙәренең аңлауы мөһим. Һүҙ сәнғәте тураһында фекер йөрөтәбеҙ икән, һәр яҙған һөйләмеңә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу, яҙғандарыңды тәнҡит күҙлегенән баһалау, профессиональ әҙәбиәтселәр аша үткәреү мотлаҡ. Әлбиттә, бындай кәңәш иң тәүҙә үҫешергә һәм ысынлап та ижадсы булырға ынтылыусы ҡәләмдәштәребеҙгә ҡағылды.

“Һеҙгә өмөтөм ҙур – тупланығыҙ, эшләгеҙ. Алдығыҙға иң тәүҙә ижади маҡсаттар ҡуйығыҙ. Кем ул баш­ҡорт, бөгөн уның төп бурысы нимә­лә – әйҙәгеҙ, ағымдағы йылда ошо турала бергәләп уйлашайыҡ!” – тине сараны йомғаҡлап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының баш­ҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов. Ә был семинарҙа ҡатна­шыусылар иһә ижадсы һәм ижад тураһында фекер йөрөттө, әҙәбиә­тебеҙҙең бөгөнгөһөн баһаланы һәм уның киләсәген фаразланы, артабан да ҡәләм тирбәтеүгә дәртлән­де. Эйе, хозур тәбиғәтле Бөрйән ерендә уянған илһам ҡошо бынан ары һәр ҡәләмдәшебеҙҙе яңы ижади бейеклектәргә саҡырып торор тип өмөтләнәйек.

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.

Читайте нас: