Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
29 Март 2022, 14:00

Афарин, Регина!

Ун йәшлек башҡорт ҡыҙы илдең абруйлы гүзәллек конкурсында гран-при яулаған. Ул Рәсәй һәм Башҡортостан данын донъя кимәлендә яҡлаясаҡ.

Афарин, Регина!
Афарин, Регина!

Башҡорт ҡыҙҙарының уңғанлығы,  маҡсатлылығы, сибәрлеге хаҡында ниндәй генә әҫәрҙәр ижад ителмәгән дә, ниндәй генә йырҙар йырланмаған!  Шөкөр, милләт данын яҡларлыҡ, халҡыбыҙҙың күрке булырлыҡ гүзәл заттар күп арабыҙҙа.

Шундайҙарҙың береһе –  Айгөл Тәфтизан ҡыҙы Хужина, күп балалы әсә, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаһы, "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" һәм "Башҡорт халҡының данлы ҡыҙы" конкурстары еңеүсеһе. Ижтимағи ҡаҙаныштарынан тыш ул һөнәри йәһәттән дә ярайһы юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән: "Электролайн" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры вазифаһын башҡара.

Әммә һүҙ бөгөн уның хаҡында түгел. Айгөл Хужина бик матур яңылыҡ менән бүлеште  – ҡыҙы Регина күптән түгел Мәскәүҙә үткән "Russian Beauty 2022" Матурлыҡ, мода һәм талант милли фестивалендә ҡатнашҡан һәм ҙур уңыш яулаған. Сара барлыҡ йәш категориялары өсөн ойошторола, унда балалар һәм үҫмерҙәр, шулай уҡ, өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала.  Унан тыш, фестиваль "European Beauty 2022", "World Russian Beauty 2022", "World  Beauty 2022", "Universe  Beauty 2023" кеүек абруйлы сараларҙың һайлап алыу баҫҡысы булып тора.

"Russian Beauty 2022" Матурлыҡ, мода һәм талант милли фестивале, тәүге сиратта Рәсәй һәм элекке СССР илдәрендә йәшәгән төрлө милләт халыҡтарын берләштереү, матурлыҡ өлгөләрен асыу маҡсатын ҡуя.

Фестивалдең почетлы президенты –  мода өлкәһендә киң билдәле шәхес, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы –  Вячеслав Зайцев, ә жюри рәйесе –  мода тарихсыһы, "Беренсе канал"да  мода тураһындағы билдәле тапшырыуҙы алып барыусы Александр Васильев.  Фестивалдең үҙенсәлектәренә килгәндә, быйыл ул бөйөк модельер Пьер Кардендың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған, әйткәндәй, ҡасандыр, ул фестивалдең партнеры булған. Приз фонды бер миллион һум тәшкил иткән сараның ҡатнашыусылары төрлө дизайнерҙарҙың проекттарында ҡатнашыу, мода күрһәтеү хоҡуғын ала.

Айгөл Тәфтизан ҡыҙынан ошо абруйлы сара, унда ҡатнашыу үҙенсәлектәре һәм ғаиләһе хаҡында һөйләүҙе үтендек.

"Тормош иптәшем  Ринат Рәшит  улы Хужин менән дүрт бала тәрбиәләйбеҙ. Өлкән улыбыҙ Тимур әлеге ваҡытта Өфө дәүләт нефть-техник университетында белем ала. Уртансыларыбыҙ Регина менән Роберт  –  Өфө ҡалаһының 158-се Башҡорт гимназияһы уҡыусылары. Бәләкәсебеҙ Ранияға әле ете генә ай. Үҙем Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуып үҫтем, ә иремдең нәҫел тамырҙары Мәсетле районына барып тоташа. Күптән баш ҡалабыҙ Өфөлә төпләндек, электр ҡоролмалары етештереү менән бәйле үҙ эшебеҙҙе асып ебәрҙек. Ғөмүмән, һәр йәһәттән өлгөрөргә, төрлө маҡсаттар ҡуйып, өлгәшергә тырышабыҙ. Бер маҡсатлы, уртаҡ уйлы булһаң, барыһы ла килеп сыға, минеңсә.

Регина ҡыҙыбыҙға –  10 йәш.  Уның йыр-моңға, бейеүгә бәләкәстән әүәҫ булғанын күреп, биш йәшендә  Фәйзи Ғәскәров исемендәге данлыҡлы бейеү ансамбленең Балалар бейеү студияһына бирҙек. Бер үк ваҡытта ҡыҙыбыҙ  "Һомай" студияһында шөғөлләнә башланы,  моделинг нигеҙҙәрен төшөнөп, төрлө конкурстарҙа ҡатнашты.

Иң мөһиме – был ғәмәлдәр уға ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс тойола, уны сәмләндерә лә, дәртләндерә лә, шуға күрә ҡыҙыбыҙҙың ҡыҙыҡһыныуҙарына бер ҡасан да "юҡ" тигәнебеҙ булманы. Һөҙөмтәлә, быға тиклем "Башҡортостан гүзәле", "Ҡарһылыуҡай" һәм "Miss&Mister Effulgence – Мисс һәм Мистер Балҡыш" халыҡ-ара конкурстарында ҡатнашып, гран-при менән наградланды, ә "Мисс Останкино" һәм башҡа конкурстары номинацияларында еңеү яуланы.

24-27 мартта иһә   "Йәш Рәсәй гүзәле –  2022" ("Юная Мисс Россия –2022") Матурлыҡ, мода һәм талант фестивалендә, бөтә Рәсәйҙән йыйылған  80-ләгән ҡатнашыусы араһында, Регина еңеү яулап, гран-при алып ҡайтты.  Һис шикһеҙ ғорурланабыҙ –  абруйлы фестивалдең  20 йыл үткәрелә килеү тарихында башҡорт ҡыҙы өлгәшкән тәүге юғары уңыш был. Унан тыш, ҡыҙыбыҙ "Йәш Рәсәй гүзәле –  2022"  конкурсы еңеүсеһе булараҡ, "Йәш Европа гүзәле" һәм "Йәш донъя гүзәле" конкурстарында ҡатнашыу хоҡуғын алды.

Тыуған еребеҙҙең –  Башҡортостаныбыҙҙың данын күтәреүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индергәнгә ғаиләбеҙ ҙә, ҡыҙым да бик шат. Бәлки, артабанғы конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн республика тарафынан беҙгә ярҙам да булыр – халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙа ла илебеҙҙең намыҫын лайыҡлы  яҡлаясағыбыҙға ышанам",  –  ти Айгөл Хужина.

Фотолар геройҙың шәхси архивынан.

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: