Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
30 Март 2022, 18:30

Награда барыбер геройын тапты!

Эльвира Айытҡолова: "Миңлеғәле Минһаж улының портреты, Шайморатов вариҫтарының үҙҙәренекен ташламау символы булараҡ, Донбасҡа барған гуманитар конвой машиналарына төшөрөлгәне осраҡлы түгел".

Награда барыбер геройын тапты!
Награда барыбер геройын тапты!

Теүәл ике йыл элек, 2020 йылдың 30 мартында ил Президенты Владимир Путин мәшһүр генерал Миңлеғәли Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Был ваҡиғаны бар республика халҡы шатланып ҡабул итте. Бөгөн, ике йыл тулған көндә, был турала фекерҙәре менән Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова уртаҡлашты.

– Ике йыл элек Башҡортостан йәмәғәтселегенең үтенесе ишетелде һәм беҙҙең яҡташыбыҙ, билдәле полководец Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде. Советтар Союзы, һуңынан Рәсәй етәкселегенә ошондай мөрәжәғәттәр бер нисә булды һәм шунса ваҡыт үткәс, республика Башлығы Радий Хәбировтың тырышлығы менән награда геройын тапты.

Генерал Шайморатовтың батырлыҡтары, уның Донецк һәм Луганск республикалары буйлап рейдтары, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уларҙы фашистарҙан азат итеү Башҡортостан, Рәсәй өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөн илебеҙ йәнә Украина биләмәһендә нацизмға ҡаршы көрәш алып бара. Миңлеғәле Минһаж улының портреты, Шайморатов вариҫтарының үҙҙәренекен ташламау символы булараҡ, Донбасҡа барған гуманитар конвой машиналарына төшөрөлгәне осраҡлы түгел! - тине Эльвира Ринат ҡыҙы. 

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: