Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
2 Апрель 2022, 19:00

Оҫта ҡулдар матурлыҡ тыуҙыра

Бөгөн Халыҡ-ара кейеҙ көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан талантлы милләттәшебеҙ Зилә Лираның эштәре менән таныштырабыҙ. 

Оҫта ҡулдар матурлыҡ тыуҙыра
Оҫта ҡулдар матурлыҡ тыуҙыра

Календарҙа ниндәй генә байрамдар юҡ! Бына бөгөн Халыҡ-ара кейеҙ көнө икән. Бындай көн октябрҙең тәүге шәмбеһендә лә билдәләнә.

Нисек кенә булмаһын, кейеҙҙең халҡыбыҙ өсөн ҡиммәтле көнкүреш ҡаралтыһы, ә кейеҙ баҫыу беҙҙең төбәктә борондан киң таралған шөғөл булыуын иҫәпкә алып, талантлы милләттәшебеҙ Зилә Лираның эштәре менән таныштырып үтергә булдыҡ.

Зилә Мазһар ҡыҙының ҡулынан килмәгән эш юҡтыр: моңло тауышлы йырсы ла, оҫта ойоштороусы ла, төрлө кимәлдәге сараларға сценарийҙар яҙыу оҫтаһы ла, халҡыбыҙҙың милли асылына тоғролоҡ һаҡлаусы ла тип беләбеҙ уны. Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында кейеҙ баҫыу кәсебеҙ тергеҙеп, улай ғына түгел, был шөғөлдө сәнғәт кимәленә еткереп тә билдәлелек яуланы Зилә Лира.

“Кейеҙ – тарихыбыҙҙы сағылдырған оло сәнғәт донъяһы ул. Әбйәлилдәрҙе кейеҙ менән аптыратып булмай, кейеҙ тиһәк, түшәк, ҡаралты күҙ алдына килә. Ә беҙ кейеҙҙән кейем баҫа башланыҡ”, - тип хәтерләй Зилә Мазһар ҡыҙы яңы шөғөлгә тотонған саҡтарын.

Әлеге ваҡытта кейеҙ баҫыу, унан төрлө зауыҡлы кейемдәр, биҙәүестәр эшләү киң тарала бара. Был тәңгәлдә, әлбиттә, Зилә Лира кеүек талант эйәләренең, улар ойошторған оҫталыҡ дәрестәренең дә роле ҙур.

Фотолар Зилә Лираның социаль селтәрҙәге төркөмөнән. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: