Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
10 Апрель 2022, 10:00

Баш итенә ҡунаҡ саҡырҙыҡ

Элекке йоланы тергеҙеп, малдың башын өтөп, таҙартып-йыуып, бешереп алғандан һуң, һәр кемгә дәрәжәһенә ҡарап өлөш бүленде. 

Баш итенә ҡунаҡ саҡырҙыҡ
Баш итенә ҡунаҡ саҡырҙыҡ

Элек ҡышҡыһын һуғым һуйғас, ауыл халҡы эсәк-ҡарынын таҙартып, туғандарын, күрше-тирәһен саҡырып ҡунаҡ булған. Шуны иҫтә тотоп, байғусҡарҙар “Баш итенән ауыҙ итеү” йолаһын дәррәү һәм күңелле итеп атҡарып ебәрҙе. Ауылыбыҙ эшҡыуарҙары Резеда һәм Рәмил Баймырҙиндар бер саранан да ситтә ҡалмай, ярҙам ҡулы һуҙалар, был юлы ла һуйған малдарының башын өтөп, табынға ҡуйҙылар. Уларҙың ғаиләһенә һаулыҡ, малдары түлле, ишле булыуын теләйбеҙ.

Ҡараңғы төшөү менән ауылдаштар күстәнәстәрен тотоп, мәҙәниәт йортона йыйыла башланы. Элекке йоланы тергеҙеп, малдың башын өтөп, таҙартып-йыуып, бешереп алғандан һуң, һәр кемгә дәрәжәһенә ҡарап өлөш бүленде. Тышта еҙ самауыр борҡолдап ҡайнай, тәмле аш еҫе таралған.

Баш итенең файҙаһы тураһында китапханасы Резеда Ҡолсонбаева ентекле итеп һөйләп үткәндән һуң, мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәлил Вәлиев йыйылғандарҙы ихлас итеп һыйланы, ҡунаҡтар күңелле табын артында йырлашып, аҙаҡ төрлө уйындар уйнап, бейешеп алды. Йола барыһына ла оҡшаны, изге Рамаҙан айында ауыҙ асырға йыйылырға һөйләшеп, өйҙәренә таралаштылар.

Ошо байрамда ҡатнашҡан ауылдаштарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һау булайык, бар булайыҡ, ил-йорт тыныс булһын, ашлыҡ уңһын, матур онотолған йолаларыбыҙҙы тергеҙәйек, улар юғалырға тейеш түгел.

Гөлсиә ҒИЛӘЖЕТДИНОВА, Хәйбулла районының Байғусҡар мәҙәниәт йорто мөдире.

Баш итенә ҡунаҡ саҡырҙыҡ
Баш итенә ҡунаҡ саҡырҙыҡ
Баш итенә ҡунаҡ саҡырҙыҡ
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: