Халҡыбыҙҙың борондан йәшәп килгән шөғөлдәренә йән өрөүебеҙ һуңғы йылдарҙағы матур күренеш. Был үткәндәребеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә ихтирамыбыҙҙы сағылдыра. Ишембай районы Әхмәр ауылынан Гәүһәр Мозафар ҡыҙы күңелендә бала саҡтан йәшәп килгән балаҫ һуғыу хыялын тормошҡа ашыра башлаған.
- Был ҡыҙыҡһыныуым мәктәптә уҡыған йылдарымдан килә. Элек мәктәп музейында боронғо балаҫ һуғыу станоктарын күрә инем дә, шунда эшләп ҡарағым килә торғайны. Байтаҡ йылдар үткәс, был хыялымды тормошҡа ашырҙым. Ағас эшенә оҫта ҡәйнешем балаҫ һуғыу станогын яһап бирҙе. Эшемде ябайырағынан буй балаҫынан башланым. Киләсәктә бала сағымдың матур иҫтәлеген һаҡлаған аҫалы балаҫҡа тотонорға ла теләгем ҙур. Бала саҡта өләсәйҙә, балаҫлы һикегә ашъяулыҡ йәйеп, самауыр сәйе эскән мәлдәрҙе әле лә һағынып иҫкә алам, - тине Гәүһәр Вәлидова.
Мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәнгәме бындай шөғөлдәргә ҡыҙыҡһыныу ғәжәп тә түгелдер. Быға тиклем дә уның диван, ултырғыс япмалары бәйләүе, мәрйендән сувенирҙар эшләүгә оҫталығы билдәле.
Автор фотоһы.